6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ғәйепһеҙ милиционер ярты йыл рәшәткә артында ултырып сыҡҡан
13.04.05


       Башҡортостанда президент һайлауҙары үтеүенә тиҙҙән йыл ярым тула. Әммә ҡайһы бер "ҡара пиар" ҡорбандары яңы саҡ иҫенә килә башланы.
       Иң ныҡ зыян күргәне башҡорт милицияһылыр, моғайын. Мәҫәлән, Белорет
       ҡалаһы һәм районының эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре милици я капитаны Азат Бурановҡа суд уны барлыҡ статьялар буйынса тулыһынса аҡлаған сы ярты йыл буйы рәшәткә артында ултырырға тура килә.
       - Барыһы ла 2003 йылдың июнендә башланды, - тип һөйләй Бу ранов. - Иртә менән фатирға Белорет район - ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре, милиция килеп инде һәм миңә ҡарата ике енәйәт эше асылыуы тураһында белдерҙе: хеҙмәт урынында ялған документ яһау һәм вазифауи хоҡуҡтарҙы арттырыу сәбәпле уның ауыр эҙемтәләргә алып килеүе. Мин аптырап ҡалд ым, сөнки бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡлығын беләм.
       Тәүге ғәйепләүҙең сәбәпһеҙ булыуы тиҙ арала асыҡлана. Ике нсеһенә килгәндә, уның тамырҙары 2000 йылға алып китә. Ул ваҡытта иҡ тисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы Азат Буранов 60 ме ң һумлыҡ
       яғыулыҡ - майлау материалдары урлауҙа ғәйепләнгән Юнысов бу йынса эш алып бара. Енәйәт эше асылып өс ай самаһы ваҡыт үткәндән һуң
       Юнысов вафат була, эш судҡа алып барып еткерелмәй ҡала. Уның үлемен ә сәбәпсе булып оҙайлы ваҡыт эсендә наркотиктар ҡулланыуы тора (был т икшереү сиктәрендә үткәрелгән эксгумация һөҙөмтәһендә асыҡлана).
       2000 йылда барыһы ла асыҡ кеүек ине, ә өс йылдан һуң мине
       Юнысовтың үлемендә ғәйепләнеләр, - ти Азат Буранов. - Йәнәһе мин һорау
       алыу ваҡытында көс ҡулланғанмын, был ауыр эҙемтәләргә килтергән. Урындағы гәзит был турала мәҡәлә лә яҙып сығарҙы, тик мин нисектер уғ а иғтибар бирмәнем, сөнки үҙемде ғәйепле тип тойманым.
       Ғаризаны Юнысовтың ҡарт ата - әсәһе яҙа. Әммә, Бурановтың
       фекеренсә, инициатива бында уларҙан түгел, ә үҙҙәренең "заказсылары" ал дында "эш күрһәтергә" теләп ҡойроҡ болғаған бәғзе бер хоҡуҡ Zаҡлаусыларҙан килә.
       2004 йылдың туғыҙынсы сентябрендә Азат Буранов ҡулға алын а. Ошо ваҡыт тағы бер әллә ҡасанғы эпизод килеп сыға: йәнәһе
       1998 йылда Буранов ЮХХДИ посында Ишбирҙин фамилиялы кешене резина таяҡ менән туҡмаған. "Зыян күреүсе" үҙе әйтеүенсә, уның милиционерға ҡарата бер дәғүәһе
       лә юҡ, ул ғариза ла яҙмаған: кемдер быны уның исеменән эшләгән.
       - Тикшереү эше барышында миңә бер нисә тапҡыр милициялағы
       эшемде ҡалдырырға тәҡдим иттеләр, - тип Азат Буранов. - Әммә минең
       китергә теләгем юҡ ине, өҫтәүенә коллегаларым да минең өсөн
       ихлас борсолдо, улар минең ғәйепһеҙ булыуымда бер минутҡа л а шикләнмәне.
       - Азат Буранов милицияла ун йылдан ашыу эшләй, - ти Белор ет ҡала һәм районы эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре милиция майоры Сергей
       Мартов. - Был йылдар эсендә ул үҙен бары тик ыңғай яҡтан ғы на күрһәтте. Эшендә ул тыныс кеше, әммә талапсан, һәм башҡаларға ғына түгел, беренс е сиратта үҙенә ҡарата. Беҙ бар коллектив менән уны аҡлаясаҡтарына ыша ндыҡ.
       Һәм шулай килеп сыға ла. Быйылғы йылдың март айында суд А зат Бурановты ғәйепһеҙ тип таныны. Ул үҙенең туған коллетивы на әйләнеп ҡайтты һәм бөгөн өлкән участковый вазифаһын башҡа ра.
       Ошо арала милиционер уға прокуратура хеҙмәткәрҙәре тараф ынан килтерелгән әхлаҡи зыянды ҡаплатыу буйынса судҡа мөрәжәғәт и тергә уйлай. - Бындай хәл һәр беребеҙ менән булыуы мөмкин,
       - ти Буранов. - Әммә законға ышанырға кәрәк: ғәҙеллек барыбер еңеп сығасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал