6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Лада" "Салауат Юлаевтан" аҡса талап итә
13.04.05


       Ошо көндәрҙә Тольятти "Ладаһының" Салауат Юлаев" команд аһына дәғүә белдереп Профессиональ хоккей лигаһының арбитраж
       комитеты һәм Рәсәй Хоккей федерацияһына мөрәжәғәт итеүе асыҡланды - Мәскәү гәзи ттәренең береһендә баҫылған мәҡәләнең йөкмәткеһе түбәндәгегә ҡайтып ҡ ала: өфөлөләр үҙҙәрендә арендала уйнаған Игорь Григоренко өсөн тү ләмәгән һәм уның "хужалары" аҡсаны ҡайтарырға теләй. Әммә ба шҡорт командаһы менеджментының был йәһәттән фекере башҡаса.
       Ул тарихты ҡыҫҡаса ғына хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Был м иҙгел башында Игорь Григоренко Тольятти командаһы составында
       һирәк уйнаны, составта урын алған хәлдә лә уға уйын ваҡыты аҙ бирелде. Һөҙөмтәлә Гр игоренко һәм тағы ике уйынсы, Михнов һәм Жмакин, миҙгел аҙағына итклем "С алауат Юлаев" командаһына арендаға тапшырылды. Игорь аҡрынла п күтәрелә башланы һәм чемпионаттың икенсе яртыһын тулыһынса
       тип әйтерлек бик юғары кимәлдә үткәрҙе - 11 гол индерҙе һәм ете һөҙөмтәле тапшырыу яһаны. " Лада" үҙенең тәрбиәләнеүсеһен кире ҡайтаррға маташып та ҡараны, әммә өфөл өләр уны бирмәне, хәйер, уйынсы үҙе лә был командаға ҡайтыу теләге ме нән янмай ине.
       Григоренко өсөн түләнмәгән тигән хәбәрҙе "Салауат Юлаев" командаһының генераль менеджеры Александр Меркулов кире ҡаҡт ы:
       - Мин аптырайым - ниндәй бурыс тураһында һүҙ барыуы мөмки н Ысынлап та беҙ Игорҙе арендаға алдыҡ һәм уның өсөн түләргә тейеш ине к. Тик һуңынан беҙ "Ладаға" Григоренко өсөн һаҡсыбыҙ Яхановты тәҡди м иттек һәм миҙгел аҙағына тиклем был хоккейсылар менән алма шырға ҡарар ҡабул ителде, ҡабатлап әйтәм, ТҮЛӘҮҺЕҘ - был турала документ та ба р. Ә Михнов менән Жмакин өсөн беҙ түләнек.
       Һәм тағы ла мин Мәскәү журналистарының үҙ мәҡәләләрендә Г ригоренконы "Лада" уйынсыһы тип күрһәтеүе менән риза түгел - ул беҙҙә уйнаны, "Салауат Юлаев" өсөн голдар индерҙе, тап беҙҙең командала ул үҙен яҡшы хоккейсы булараҡ аса алды. Беҙҙән Новогорск ҡалаһына китте, 30 апрелг ә тиклем "Салауат Юлаев" командаһы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Ул там амланғас
       ҡына Григоренко кем командаһы һайлауын хәл итәсәк. Бәлки ул
       "Салауат Юлаевты" хуп күрер.
       Беҙ Тольятти командаһының матбуғат хеҙмәте менән бәйләнеш кә индек һәм улар, юристары менән кәңәшләшкәндән һуң, түбәнд әгене хәбәр итте.
       - Һүҙ "Салауат Юлаевтың" "Лада" алдындағы ҙур булмаған бу рысы хаҡында бара - Григоренко Яханов беҙҙең командаға килгә нгә тиклем үк китте бит.
       Беҙ тағы ла Александр Меркуловҡа шылтыраттыҡ:
       - Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, "Ладаға" Григоренко өсөн тү ләргә тейеш булған пункт клубтар араһындағы яңы килешеү буйынса ғәмәлгә яраҡлы түгел, тип табылды.
       Бына шулай. Һәм ни өсөн "Ладаға" Игорь тирәләй был теманы
       сурытырға кәрәк булғандыр Бәлки улар уның хаҡын күтәрергә теләйҙер С өнки Григоренко Тольятти командаһына ҡайтыуҙан баш тартһа, яңы кл уб "Ладаға" тәрбиәләнеүсеһе өсөн компенсация түләргә тейеш буласаҡ. Һәм был турала киң мәғлүмәт саралары ни тиклем йышыраҡ һөйләйәсәк, ул шул т иклем ҡиммәткәрәк төшәсәк тә. Хәйер, был бары тик фараз ғына. Бәлк и "көмөш" кенә алыуҙарына кәйефтәре ҡырылған бәғзе берәүҙәр плей - офф
       алдынан өфөлөләрҙең Григоренконы үҙ командаһына ярҙам итергә ебәрмәү ен "Салауат Юлаевтың" иҫенә төшөрөргә теләйҙер ( ә уйынсы үҙ е ҡайтырға теләк белдергәнме һуң).

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал