6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Балалар нимәнән ҡурҡа
13.04.05


       Өфө мәктәптәренең береһендә төрлө йәштәге балалар араһын да үҙенсәлекле анкета һорауҙарына яуап алыу үткәрелгән. Дөрө ҫөрәге, һорау берәү генә: "Иң ҡурҡҡанығыҙ нимә" Яуаптарҙың төрлөлөгө хатта мәктәп психологын да шаҡ ҡатырған. Эйе, Мәскәй әбей менән Кощейҙан бөгөн бер кем дә ҡ урҡмай. Вампир һәм башҡа ҡурҡыныс фильм геройҙары ла балаларҙың иҫен ә төшмәгән тиерлек. Үҙҙәрен уратып алған донъя уларға ҡурҡыу
       өсөн күберәк сәбәптәр бирә, күрәһең.
       ... Алтынсы синыфта уҡыусы малай анкетаһын һә тигәнсе тул тырып бирә.
       - Һин яҡшылап уйланыңмы - тип һорай унан уҡытыусыһы.
       - Эйе.
       Ҡағыҙ битендә бер генә һүҙ тора: "үлем". "Балалар уның ту раһында уйламай, үлемдең нимә икәнен белмәй, тиҙәр, - тип аң лата психолог Зоя Шафиҡова. - Ышанмағыҙ. Тик төрлө йәштә был
       ҡурҡыу төрлөсә була". Иң бәләкәстәр үлемдән былайыраҡ артабан нимә булырынан ҡурҡа. "Мин үлһәм ә сәйемә минһеҙ күңелһеҙ буласаҡ, ғөмүмән, минең үлгем килмәй!" Ун йә шлек кеше ошолай фекер йөрөтә. Ә ун өс йәшлек малай иһә "ҡапыл үлеренә н" ҡурҡа, "барыһын да белеп өлгөрмәйәсәк". "Ата - әсәйем үлһә, мин үҙ үлемемдән ҡурҡмаясаҡмын, ул саҡта миңә барыбер буласаҡ" - был 15 йәшле к уҡыусының яуабы.
       Яуаптар буйынса фекер йөрөтһәң, балалар өсөн иң ҡурҡынысы
       - ата - әсәһеҙ ҡалыу. "Петербургта үткәрелгән ошондай уҡ ти кшереү балаларҙың үҫә барған һайын ата - әсәһен юғалтыуҙан нығыраҡ ҡурҡыуын күрһәтә, - тип һөйләй психолог. - Өсөнсө синыфта - дүрт процент, һигеҙенселә - 56! " Тимәк, ата - әсәләр, үҫмер балаларыбыҙ беҙҙең иғтибар һәм йоғонтонан мөмк ин тиклем тиҙерәк ҡотолорға теләй тигән уй дөрөҫ түгел.
       Балаларыбыҙ киләсәктән ҡурҡыуҙары тураһында асыҡтан - асы ҡ белдерә. Асылда был тормош алдында үҙеңдең көсһөҙлөгөңдән ҡурҡыуҙыр. Әле йәшәп тә ҡарамаған балала бындай уйҙар ҡайҙан барлыҡҡа к илә һуң "Мин яҙмышымдан ҡурҡам. Бәхетле буласаҡмынмы, түгелме" (5 - се с иныф). "Киләсәктә үҙ урынымды таба алмауҙан ҡурҡам. Ғаиләм булыуын теләйем,
       әммә ул булмаҫҡа ла мөмкин бит". "Тормошом насар булыр тип ҡурҡам. Яҡшы эшем, ғииләм, дуҫтарым булыуын теләйем" (8 - се синыф).
       "Насар компанияға эләгеүҙән ҡурҡам. Ғөмүмән, мин унда элә ктем инде. Наркотиктар ҡулланырмын тип ҡурҡам. Яҡшы итеп уҡып сыға, эш таба алмаҫмын һәм эскесегә әйләнермен тип ҡурҡам" (5 - се синыф).
       "Мин төрмәгә эләгеүҙән һәм, тағы ла, мәктәптән ҡыуылып сығы уҙан ҡурҡам" (6 - сы синыф). Балаларыбыҙ сәйәси уйын ҡорба ны булыуҙан да ҡурҡа. "Әгәр власҡа бандиттар килһә, ә бының булыуы мөмкин, бар кешеләрҙе лә үлт ереп бөтөүҙәре ихтимал" (5 - се синыф). "Рәсәйҙә һуғыш, аслыҡ бул ыр, күп балалар һәм өлкәндәр өйҙәренән яҙып асарбаҡҡа әйләне р һәм мин дә уларҙың береһе булырмын тип ҡурҡам".
       Беҙҙең балалар ... үҫергә ҡурҡа. "Мин өлкәнәйеүҙән ҡурҡа м. Ул ваҡытта ҡайҙан аҡса табырға тигән һәм башҡа проблемалар башланасаҡ. Мин шундай тормоштан ныҡ ҡурҡам" Улар беҙҙең кеүек булыуҙан
       ҡурҡа - барлыҡ һорауҙарға ла яуап ошонда түгелме
       Күпселекте нимә ҡурҡыта икән Ҡарайыҡ әле. "Ике алғаным ө сөн мине мираҫтан мәхрүм итерҙәр тип ҡурҡам". "Алама тәртибем өсөн ат айым тыуған көнөмә килмәҫ тип ҡурҡам..." 13 йәшлек ҡыҙҙың я уабы менән сағыштырғанда былар балалар тәтелдәүе генә: "Иң ҡ урҡҡаным ҡараңғы подъезд, бандиттар һәм ... әсәйем". "Кисен өйҙә бер үҙем ултырырға ҡурҡам, Енәй әтселәр инеп үлтереп, талап сығып китеүҙәре бар". "Ҡараңғыла урамға сығыр ға ҡурҡам. Наркомандар курткамды систерәсәк". "Таныш булмаған кешеләрҙә н ҡурҡам". Ҡыҫҡа һәм асыҡ. Балаларҙы юҡҡа ғына өйҙә һәм мәкт әптә урамда таныш кешеләр менән һөйләшмәҫкә ҡушмайҙар, әлбиттә. Әммә һаҡ булыу
       бер хәл, ә бит ҡайһы бер анкеталарҙан паниакға бирелеп ҡурҡыу һиҙелә.
       Мәктәп психологы Зоя Шафиҡова әйтеүенсә: Был балалар даими стресс к исерә, ул психик һаулыҡҡа ғына түгел, физик сәләмәтлеккә лә йоғонто яһ ай". Ата - әсәләр арттырып та ебәрәлер, бәлки, әммә был хәлд ә төп ғәйеп телевизорҙалыр, моғайын.
       Һуңғы арала педагог һәм психологтар криминалистик мәғлүмә ттең балаларға йоғонтоһо тураһында етди һүҙ ҡуҙғата башланы.
       "Ата - әсәләр телевизор экрандарын ғына түгел, гәзит биттәрен дә баҫып алған кримина л мәғлүмәт ағымынан балаларын һаҡларға бурыслы, - ти психолог Зоя Шафиҡ ова. - Беренсенән, сөнки мәғлүмәт саралары бөгөн балалар аңына кире
       йоғонто яһаған һүрәттәр һәм тасуири һүрәтләүҙәрҙе йәшерергә лә тырыш май. Енәйәттәр тураһында ентекле итеп, сағыу буяуҙарҙа һөйләнә һә м яҙыла. Икенсенән, нисә йәштән алып бала бындай мәғлүмәтте ҡабул итә
       ала башлауы тураһында теүәл генә билдәле түгел. Эш хатта йә штә лә түгел, ә балаларыбыҙҙың донъяның бер юлы яуыз да, изг е лә булыуын үҙләштереү һәләтендә.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал