6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бала өсөн бөйөр йәл түгел
12.04.05


       Үҙҙәренең урология ауырыуҙарынан дауаланыусыларын гемоди ализ бүлеге табиптары "бәләкәй ҡарттар" тип йөрөтә. Республи ка балалар клиника дауаханаһының гемодиализ бүлеге мөдире Владимир Кудиновтың ә йтеүе
       буйынса, был процедураға мохтаж балалар дауаханала йылдар б уйы йәшәргә мәжбүр. Бала өсөн был бик ҙур фажиғә, ти Владими р Иванович. Әммә бындай балаларҙы дауалап була һәм бына ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса өсөнсө операция эшләнде. 17 йәшлек Алинаға атаһының бөйөрө күсереп ултыртылды.
       Бөйөрҙәр етешмәүсәнлеге - ҡыҙға был ҡот осҡос диагноз 1996
       йылда ҡуйыла. Парлы органды күсереп ултыртыу тураһындағы һо рау күптән түгел барлыҡҡа килә һәм шунда уҡ ыңғай ҡарар ҡабу л ителә - ҡыҙға атаһының бөйөрө һәр яҡтан да тура килә. Операция ете сәғәт дауамында бара. Был в аҡыт эсендә табиптар - Шамил Смаҡов, Аркадий Покшубин һәм Рәшит Байбурин дан торған бригада атаһының бөйөрөн алып ҡыҙына күсереп улты рта. Бөгөн Алена ла, Валентин Викторович та үҙҙәрен яҡшы тоя.
       Дөйөм алғанда, республика балалар клиника дауаханаһы база һында эшләй
       башлаған ваҡыттан алып, һейҙек - енес системаһы ауырыуҙары менән яфаланған балаларға 29 донор органын күсереп ултыртыу операц ияһы башҡарылған. Докторҙарҙың фекеренсә, туғандарының органын ал ып күсереү "үлек" органын күсереүгә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ (б ындай терминология уҡыусыларҙы ҡурҡытмаһын, был процедура фе дераль закон тарафынан регламентланған. Әйткәндәй, ул, врачт арҙың фекеренсә, камил түгел һәм ҡабаттан ҡарап сығыуҙы талап итә). Закондың тейешенсә тулы булмауы трансплантологтарға тулы ҡеүәттә эшләргә мөмкинселек бирмәй.
       Ә бит уйлап ҡараһаң, ике донор бөйөрө дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡара - органдар күсереп ултыртылған ике ауырыуға һәм гемо диализ аппараттары эргәһендә уларҙың урынын алған икәүгә. Туғанының органын күсереп ултыртҡанда и ң мөһиме - пациентҡа ғына түгел, донорҙың үҙенә лә зыян килтермәү. Бынд ай операция
       иң ҡатмарлылар һанына инә һәм бөгөнгө көндә балаларға Рәсәй ҙең ике клиникаһында - Мәскәүҙә һәм Өфөлә генә донор органын күсереү
       операцияһы башҡарыла.
       Туғанының бөйөрөн күсереп ҡуйыу практикаһы бөтә донъяла к иң танылыу алған.Беҙҙең хирургтар уны башҡарыуға тотонор алдынан Европа ның иң алдынғы клиникаларында стажировка үтә. Һәм был бөгөн хроник бөйөрҙәр етешмәүсәнлегенән яфаланыусы балаға ярҙам итергә мөмкинлек б иреүсе берҙән - бер юл, ти улар.
       Операцияның үҙҡиммәте 300 мең һум тирәһе тәшкил итә. Әммә
       бюджетҡа йылына бер кешегә 700 мең һумға барып баҫҡан гемодиализ аппа ратына ҡарағанда туғанының бөйөрөн алып күсереү арзанғараҡ төшә.
       Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 184 балаға "хроник бөйөрҙәр етешмәүсәнлеге" диагнозы ҡуйылған. Уларҙың егерме беренең ғү мере гемодиализ аппаратынан тора. Дөйөм алғанда, улар барыһы
       ла бөйөр күсереп ултыртыуға мохтаж. Докторҙар әйтеүенсә, матди - техник йыһазландырыу һәм хирург тарҙың оҫталыҡ кимәле бындай операцияларҙы аҙна һайын үткәре ргә мөмкинселек бирер ине. Операцияға ҡамасаулаусы берҙән - бер сәбәп - донор орга ндың ауырыу булыуы.
       Статистика ҡот осҡос һандар килтерә - йыл һайын донъяла б ер миллион кешегә өс - дүрт урология сирле бала донъяға килә. Был ауыры уҙарҙы нисек иҫкәртергә мөмкин Докторҙар әйтеүенсә, яралғыға ваҡытында диагностика үткәреү генә ҡала. Балалар клиника дауаханаһының баш врач ур ынбаҫары Рөстәм Әхмәтшиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай тикшереүҙәр б арышында ҡатындар алдында йөгөн алдырыу һорауы ҡуйылырға мөм кин. Әммә докторҙар быны тәҡдим итә генә ала, ҡарар ҡабул ит еү ата - әсә алдына баҫа. Ә ауырыуҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәл е формаһы булып халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу ҡала, әлбиттә, сөнки фәҡир тормошта йәшәп сәләмәт н әҫел ҡалдырыу мөмкин түгел.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал