6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Тормошто алмаштырырға була... тик бына нимәгә
12.04.05


       "Бына элегерәк, мин йәш саҡта, бөгөнгө менән сағыштырған да күпкә яҡшыраҡ ине. Эй, бөгөнгө йәштәр ҡайҙа тәгәрәй инде " - оләсәйемдең ошондай
       һүҙҙәрен мин ысынға алмай торғайным. Әлбиттә, ул йәш ваҡытт а барыһы ла икенсе төрлө - ҡояш та яҡтыраҡ, туңдырма ла тәмлерәк, тормош
       та күңеллерәк күренгәндер, моғайын. Эйе, донъялар үҙгәрә, ә лбиттә, тик барыбер йәшәүе
       күңелле, урамда яҙ еҫе аңҡый, һәр бер көн икенсеһенә оҡшама ған. Бик күп нимәне эшләп өлгөрөргә кәрәк, тик ваҡыт ҡына етмәй. Алда - о срашыуҙар, яңы танышыуҙар, донъя күреп йөрөү һәм башҡалар.
       БР Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлегендә ултыры ш бара. Киң тәҙрәләрҙән ҡояш йылмайып ҡарай, әммә мин тиҙ арала бөгө н бейеүҙәр, ә иртәгә әсәйемдең тыуған көнө, унан һуң ике көн
       рәттән ял булыуы тураһында онотам. БР Фәндәр академияһы ағзалары, ғалимдарыны ң йөҙҙәре үтә етди, улар көнүҙәк проблемаларҙың береһе "ке шелектән сығыусы йәштәр" тураһында һөйләшә.
       Бында инде ярты быуаттан ашыу 7 апрелдә кешелек донъяһы
       Һаулыҡ көнөн билдәләй. Әммә кешегә нимәлер төҙөүгә ҡарағанд а емереү еңелерәк, бында һүҙ беҙ йәшәгән донъямы, кеше һаулы ғы тураһында барамы - мөһим түгел. Климат үҙгәреүе, кислота ямғырҙары һәм башҡа афәттәр - бары тик тирә - яҡ мөхитте бысратыу һөҙөмтәләре, ә йөрәгендә яһал ма клапан йөрөткән 18 йәшлек инвалид - ... тәмәке тартыу йә иһә бер инъекция һөҙөм тәһеме
       Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса до нъяла тирә - яҡ мөхиттең бысраныуы арҡаһында йылына биш милл ион бала һәләк була. Ә тере ҡаоып үҫеп еткәндәренең яртыһы үҙен - үҙе юҡҡа сығара.
       - Мин 54 йыл хирург булып эшләйем һәм һөнәрем буйынса көн
       дә тәмәке тартыусы ауырыуҙар менән осрашам. Улар башлыса тамыр йәки кү крәк
       хирургияһында ята, улар янына инһәң, күҙ йәшен тыйыуы ҡыйын : шул тиклем йонсойҙар, - тип һөйләй БР Фәндәр академияһы академигы, РФ һ әм БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, БДМУ госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры Наил Ғатауллин. - Сирлеләрҙең бер өлөшөн беҙ "амп утант" тип атайбыҙ - тимәк,улар бала саҡтан тарта башлап, инсульт, баш мейеһен
       туҡландырыусы тамырҙар тарайыуы, инфаркт миокарды, аяҡ тамы рҙары тығылыуы, туҡыма үлеүе һәм эренле шеш менән яфаланыусылар. Һ өҙөмтәлә был ауырыуҙарғәҙәттә аяҡтан яҙа. Уларға тамырҙарҙы яһалма та рттырыу йә киңәйтеү юлы менән ярҙам итеп булмай. Беҙҙең практикала унда й операциялар үткәрелә, әлбиттә, әммә кешене ҡотҡарһаҡ та ва ҡытлыса ғына. Сәләмәтлекте бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып б улмай, уны һаҡлар өсөн бары тик тәмәке тартмаҫҡа кәрәк. Был сағыштырмаса зыянһыҙ ғәҙәт панкреатит, бауыр циррозы, тромбо зға алып килә, рак тураһында әйтеп тә тормайым, тәмәкеселәрҙ ә ул башҡаларға ҡарағанда 17 (!) тапҡыр йышыраҡ осрай.
       Тәмәке тартыу нимә ул Ул - бронхит, үпкәләр ялҡынһыныуы һәм эренле шештәргә алып килеүсе тәмәке дегете. Бындай ауырыуҙар икенс е ҡатҡа ла ҙур ауырлыҡ менән күтәрелә, тын ҡыҫылыуҙан яфалана.
       Тартыуҙы ташларға бер ҡасан да һуң булмауын тәмәкеселәрҙең
       хәтеренә тағы бер тапҡыр төшөргөм килә, организмығыҙ һеҙгә рәхмәт кен ә әйтәсәк. Тик эште дауахана палатаһына алып барып еткерергә кәрәкмәй.
       Йәш наркомандарға килгәндә, тиҙ арала уларҙың йөрәк клапа ндары эренләп ялҡынһына, шешә башлай. Беҙ клапандарҙы протез лайбыҙ, был кеше инвалидҡа әйләнә тигәнде аңлата, ә инде үҙе нең үлемесле ғәҙәтен ташламай икән, уға күп ҡалманы тигән һү ҙ. Был операцияны ( клапандарҙың эренле шеше) беҙ 20 йыл эле к эшләй башланыҡ инде. Ул ваҡытта Рәсәйҙә наркомания киң тар алыш ала башланы һәм хирургтарға эш артты. Төҙәтә алмаҫлыҡ п роцесс башланһын өсөн бер йәки бер нисә инъекция ла етә... Б ысраҡ энәләр, шприцтар, гигиена йәһәтенән бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймаған шарттарҙа ә ҙерләнгән иретмәләр ВИЧ - инфекция менән генә түгел, башҡа алама микро бтар менән дә янай: улар арҡаһында йөрәк клапандары боҙола һәм серей ба шлай, эренле шеш барлыҡҡа килә һәм йөрәк үҙенең функцияһын б ашҡара алмай башлай, - Наил Ғәйнәт улы көйәләнеп башын сайҡай. - Наркоманды һүрәтлә үе ҡатмарлы түгел: битендә һырҙар, күҙ төптәрендә күк барлыҡ ҡа килә, бауыры ҙурая, аяҡтарында шыйыҡса йыйыла һәм улар шешенә, һуңынан ябыға баш лай, температура күтәрелә. Наркомандар тиҙ арала урында ятыу сы ауырыуға әйләнә, һәм беҙ туғандарының үтенестәренә ризала шып, уларҙы үҙебеҙҙең клиниакға һалабыҙ. Социаль йәһәттән был дөрөҫ түгел: көс һәм ваҡытты " лайыҡлы" ауырыуҙарҙы дауалауға тотонор урынына, беҙгә ошо йәш алйотта р өҫтөндә эшләргә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауахананан сыҡҡас, күп тәр тағы алама ғәҙәтенә әйләнеп ҡайта, төҙәлергә ихтыяр көсө етмәй. Б ындай осраҡта уларҙың ғүмере ҡыҫҡа. Протез клапан менән йәшә ±Ґ "аңлаған" йәштәр ҙә бар, тик улар үҙен бер ваҡытта ла ҡабат һау - сәләмәт итеп т оймаясаҡ.
       Эйе, оләсәйемдең йәштәр ҡайҙа тәгәрәй тигән һүҙҙәре икенс е мәғәнә алды түгелме һуң Ҡайһы бер ата - әсәләрҙең ҡотон а лған һәлберәгән джинс салбарҙар, тату һәм пирсингтар ҡурҡыныс түгел ул, башҡа, хәү ефлерәк әйберҙәр ҙә етерлек. Беҙҙең йәшәү мөхитебеҙ "тәбиғәт - әсә г енә түгел, ғаилә, мәктәп, урам да булып ҡала". Һаман да йәшә рә барған наркомания, фәхишәлек, тәмәкеселеккә ҡаршы йәмғиәт әлегә тиклем дарыу уй лап таба алмай шул әле. Сәләмәт тормош һәм аҙағы дауахана койкаһына и лткән шикле ләззәт араһында ҡайһыһын һайларға тигән һорау ал дында тораһығыҙмы.. Һәр кем үҙе хәл итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал