6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уның исеме - мәғрифәт йондоҙо
12.04.05


       1859 йылдың 16 ғинуарында Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе нең Кисеүсат ауылында ауыл муллаһы ғаиләһендә Риза исемле ма лай ( Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов) донъяға килә. Йылдар үткәс, тап у л күренекле башҡорт яҙыусыһы - мәғрифәтсе, көнсығышты өйрәнеүсе ғалим, д ин эшмәкәре булып таныласаҡ.
       Мәҙрәсәне тамамлағас, ул ике йыл самаһы имам булып эшләй,
       мәҙрәсә аса. Ризаитдин ғәрәп, фарсы, төрөк, рус телдәрен яҡ шы белә. Уның ғәрәп теленә арналған тәүге әҫәре - "Морфологи я буйынса китап" - 1887 йылда Ҡазанда баҫылып сыға.
       1891 йылда Риза Фәхретдиновты Өфөгә саҡыралар, унда Ырымб ур мосолмандарының дини йыйылышында ҡазый булып хеҙмәт итә. Ете рлек күләмдә материал йыйғас, Риза Фәхретдинов ҡазый вазифаһынан баш тарта һәм 1906 йылдың 20 майында Ырымбурға күсә, унда "Ваҡыт" гәзи те мөхәррире ярҙамсыһы, һуңыраҡ "Шура" журналы мөхәррире бул ып эшләй.
       1918 йылдың февраль айында Өфөгә килә, ҡазый вазифаһын ба шҡара, 1922 йылда мөфтөй итеп һайлана.
       Риза Фәхретдинов ғилми тикшеренеүҙәрен дауам итә. Ул күп томлы "Аҫар" тарихи - библиографик хеҙмәт, "Сәлимә, йәки Ғиффәт", "Әсмә, йәки Ғәмәл үә яза"повестарының авторы. Уның әҙәби мираҫынды иллеләп китап бар, Өфө ғилми үҙәк архивында ғына ла күп ҡулъяҙма материалдары һаҡла на. Ҡулъяҙма тупланмалары ғына ла 40 том иҫәпләнә. Профессор
       Ғайса Хөсәйенов фекеренсә, был ҡулъяҙмалар уникаль ҡомартҡы
       булып тора. Унда Башҡортостан һәм Татарстан мәҙәниәте тарихы, әҙәбиәте буйынса материал туплан ған һәм тарихсы, әҙиптәр, тел белгестәре, фольклорсылар өсөн
       бай фонд булып тора.
       Риза Фәхретдиновтың стилистик оҫталығына беренсе булып Ға бдулла Туҡай иғтибар итә. "Үҙенең "Сәлимә" һәм "Әсмә" китапт ары менән Риза Фәхретдинов үҙен ижади көсө, шиғрилығы, стиле
       менән айырылып торған бик шәп яҙыусы итеп күрһәтте", - тип яҙа ул.
       Риза Фәхретдинов Дини йыйылыш архивын һаҡлап ҡалыу өсөн
       бик күп эш башҡара. Уны илебеҙ ғалимдары юғары баһалай. 192 5 йылда СССР Фәндәр академияһы Президиумы Ризаитдин Фәхретдиновты Фәндәр академи яһының 200 йыллығына арналған юбилей тантанаһына почетлы ҡунаҡ сифа тында саҡыра.
       Ризаитдин Фәхретдинов 1936 йылдың 11 апрелендә Өфөлә ва фат була. Мосолман зыяратында ерләнгән. Ҡәберендә мәрмәр һәйкәл ҡуйылғ ан һәм уның өҫкө өлөшөндә рус һәм ғәрәп телдәрендә "Ғалим - тарихсы , мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов. 1859 - 1936" тигән һүҙҙәр яҙ ылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал