6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Акварель яҙы" Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында
12.04.05


       Акварель - үтә күренмәле һәм таҙа буяуҙар. Әммә Михаил
       Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында бөгөн яҙғы тө ҫтәр осраһа ла, улар фронт биттәренә моңһоулыҡ, һағыныу һәм яңғыҙлыҡ тойғоһо ғына өҫтәй буғай. Экспозицияла, дөйөм алғанда, өҙләкһөҙ шатлыҡ һә м күңел асыуға урын юҡ, һуғыштан ҡарағусҡыл төҫкә ингән йөҙҙәрҙә ваҡ ыты - ваҡыты менән өмөт сатҡыһы ғына балҡып киткәндәй була.
       Хәйер, һуғышта ла үҙенсә шатлыҡтар булған, һәм рәссам - һал даттар элеккесә тирә - яҡ мөхиттең ҡабатланмаҫ матурлығын да шәйләгәндер, әммә атыш тауыштары т ынып торған арала, ҡағыҙ киҫәктәрендә, тәүге приказды ишетеү менә н ут эсенә инергә инергә әҙер һалдаттар төшөргән уларҙы.
       А. Т. Платонов (1920 йылғы), БАССР - ҙың атҡаҙанған рәсс амы, "Акварелде" асыуға ҡатыны менән килгән ине. 1945 йыл ме нән сағыштырғанда артыҡ үҙгәрмәгән дә һымаҡ ул, шул уҡ көслә ихтыяр һиҙелгән йөҙ, ас ыҡ ҡараш. Күргәҙмәлә уның поход эштәре - матур тәбиғәт фонында һуғыш а лып килгән емереклектәрҙе сағылдырыусы һүрәттәре - күргәҙмәнең төп байл ыҡтарының береһе. "Ауыл. Вышкалар" - 1944 йылдың август айы нда төшөрөлә, "Йыртҡыслыҡ эҙҙәре" лә шулай уҡ. Был ике һүрәт бер - береһен ән артыҡ айырылмай - дошмандың аяуһыҙлығын һүрәтләүсе үртәлгән ауыл: бер тере йән, төҙөк ҡалған йорт күренмәй.
       Ҡарашты йәлеп итеүсе тағы бер сағыу һәм аяныслы һүрәт - Б Р атҡаҙанған рәссамы В. И. Суздальцевтың (1940 йылғы) "Хат" аквареле. Фон
       тураһында фекер йөрөтөүе ауыр - ҡыйшайған өйҙөң ҡараңғы һәм шөкәтһеҙ э ске күренеше. Ҡатын хат уҡый. Дөрөҫөрәге, әбейҙер, моғайын. Теүәл генә әйтеүе ҡыйын. Ашығыс тултырылған хат биттәре арты нан уның бер күҙе, һөйәлле, ауыр эштән һоро төҫкә ингән ҙур ҡулы һәм яулыҡ аҫтынан күренгән һырлы маңлайы ғына күҙгә сал ына. Һуғышҡа тиклем ул да бәлки матур, йәш ҡатын булғандыр, әммә һанулы айҙар эсендә,көнө - төнө аслы - туҡлы йәшәү һәм эшләү уны ошондай хәлгә төшөргән, ҡатын бер уй - улын тере килеш күреү теләге менән генә йәшәй.
       Рәссамдар һуғышты ниндәй итеп күрә Төрлөсә, был инде ула рҙың ҡайһы
       йылдарҙа тыуыуынан да киләлер: Бөйөк Ватан һуғышына улар хә үеф тулы балалыҡ күҙҙәре менән ҡарағанмы, әллә һуғыштан һуңғы, ауыр, әммә шатлыҡ һәм өмөт менән һуғарылған йылдарҙа донъяға килгә нме.
       БР атҡаҙанған рәссамы Р. Ю. Хәлитов (1934 йылда тыуған) " 1941 - се йылды" төшөргән: һоро шинель кейгән ир - егеттәр ф ронтҡа ағыла, һәм тылдағы "Ауыр йылдар" - һалҡын елдә, балал арын күкәгенә ҡыҫҡан ҡатындар ҡәҙерле хат көтөп ҡатып ҡалған .
       БР атҡаҙанған рәссамы И. И. Фартуков һуғыш алып килгән ас ыу һәм
       нәфрәтте тештәрен ыржайтҡан бүреләр өйөрө аша күрһәтә ("Өйө р").
       Янып күмергә әйләнгән ағастар, ҡарғалар, һаҙлыҡ, бер ҡарт
       сыбыҡ - сабыҡ
       йыйып, һаҙлыҡ араһына йәшеренгән бәләкәй генә ауылына ҡайты п бара - был БР атҡаҙанған рәссамы В. Н. Лесиндың (1943 йылғ ы) картинаһы.
       Афәт йылдарында яҙылып та, тиҙҙән киләсәк тыныслыҡты көтө ү тойғоһо менән һуғарылған "яҡты" һүрәттәр ҙә етерлек. Р. Т. Шәмсетдин овтың һүрәте шулай тип атала - "Көтөү": йәшел- һары төҫтәрҙә ге үлән өҫтөндә үҫмер малай ултыра, уның эргәһендә ике ат та
       офоҡтағы ҡояшты күҙәткән кеүек.
       "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә сәнғәт белгесе Ирина Оськин а әйтеүенсә, Михаил Нестеров исемендәге музейҙа Башҡортостан
       рәссамдарының бына тигән акварель тупланмаһы йыйылған. Коллекция тотош йөҙ быуа тты үҙ эсенә ала, "был ваҡыт дауамында бер нисә быуын рәссам дар көсө менән акварель барлыҡҡа килә һәм үҫешә".
       - Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән күргәҙмә был тупланманы ң бәләкәй генә бер өлөшө. Һәм хатта ошо экспозиция ла тамаша сыға башҡорт аквареле тарихының төп этаптарын күрһәтеп бирергә һәләтле, - тип һана й Ирина Оськина. - Ойоштороусылар был күргәҙмәне Еңеүҙең 60 йыллығын а арнаны, әммә шул уҡ ваҡытта был акварель әҫәрҙәре ҙур сараның - "Ты ныслыҡты
       һаҡлайыҡ" девизы аҫтында үткән "Акварель яҙы" Республика га ла - күргәҙмәһенең бер өлөшө булып тора. Күргәҙмәгә ҡуйылған
       акварелдең күбеһе ваҡыт
       һынауын да, күп һанлы күргәҙмәләр тикшереүен дә үтте һәм кү птән инде
       классикаға әүерелде тип әйтергә була .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал