6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Нефтселәр" Себерҙә үҙҙәрен күрһәтә алды
12.04.05


       Өфөнөң "Башҡортостан нефтсеһе" волейбол клубы Рәсәй бере нселегенең 9 - 14 урындар өсөн финал этабының сираттағы туры сиктәрендә
       өс матч үткәрҙе. Новосибирск ҡалаһында өфөлөләр барыһын да артта ҡал дырып,
       үҙҙәренә "үлем төркөмөндә" еңеүҙең 99 процентын тәьмин итә алды.
       Беренсе матчта уҡ "башҡорт нефтселәре" үҙҙәренең төп конк уренты булған, Ярославлдән килгән "коллегалары" менән осрашт ы. Өфө егеттәрҙе уйынды оҙаҡҡа һуҙып көйәрмәндәрҙе йонсотоп торманы, өс партияла уҡ ҡаршы яҡты
       тар - мар итте. Ярославль "нефтселәре" икенсе өлөштә генә ә ҙ - мәҙ ҡаршы тора алды - 25 тупҡа улар 22 менән яуап бирҙе, һәм һөҙөмтәл ә 0 : 3 иҫәбе менән еңелеп ҡуйҙы. Туғыҙынсы урын өсөн көрәшеүсе был конкур енттарҙың өс осрашыуы ла өс партия менән тамамланыуы иғтибарға лайыҡ. Өфө һәм Новосибирск ҡалаларында Башҡортостан вәкилдәре еңеү байрам и тте, Яңы Уренгойҙа - ярославлдәр. Был осрашыуҙарҙа еңеүгә булған ихты яр көсө барыһын да хәл итте ахыры - ҡайһы команданың еңеү теләге көс лөрәк, уңыш шуларға йылмайҙы ла. Ҡыҙыҡ - "нефтселәрҙең" Ярос лавлдә осрашыуы нисегерәк тамамланыр икән
       Новосибирск турының икенсе уйынында өфөлөләр бар көсөнә с уперлигала "пропискаһын" һаҡлап ҡалырға тырышыусы "Факел" (Я ңы Уренгой) командаһы менән осрашты. Тик "яныусы" команданың
       тырышлыҡтары уңыш менән тамамланманы. Башҡортостан "нефтселәре" был ваҡытҡа төркөмдә
       өсөнсө урынға ғына дәғүә итә ала ине, һәм шулай итеп, улар илдең тө п дивизионында тороп ҡалды. Әммә өфөлөләр матчты тапшырырға ашыҡманы һәм ярайһы уҡ көсөргәнешле уйында "сибиряктарҙы" еңде. Тәүге ике партияны ғына "нефтселәр" артыҡ ауырлыҡһыҙ уйнаны (25 : 19, 25 : 20), әммә
       артабан уренгойҙар өҫтөнлөк алды (25 : 22), аҙаҡҡы өлөш - 25 : 22 бе ҙҙекеләр файҙаһына булды.
       Новосибирскта һуңғы матч шулай уҡ өфөлөләр файҙаһына тама мланды. Был юлы тағы ла МГТУ клубы зыян күрҙе. Тәүге партиян ы Өфө егеттәре Мәскәү студенттарына биреште ( 21 : 25), икенсеһендә ышаныслы еңеү яуланы (25 : 22) һәм өсөнсөһөндә алға сыҡты ( 25 : 22). Һуңғы өлөшт ә МГТУ волейболсылары ныҡышмал рәүештә ҡаршылашып маташты, әммә өфө лөләр йылдамыраҡ һәм оҫтараҡ булып сыҡты ( 31 : 29) - һәм Башҡорто стан командаһы үҙенә туғыҙынсы урында тәьмин итте тип әйтергә бул а.
       Киләһе, һуңғы тур Ярославлдә үтәсәк. "Үлем төркөмөндә" бе р ниндәй проблемаһыҙ беренселекте алыр өсөн "башҡорт нефтселәренә" бе р матчта булһа ла еңеү яуларға кәрәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал