6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Сәсеү эштәренә әҙерлек нисек бара
11.04.05


       Яҙғы сәсеү эштәренә һанаулы ғына көндәр ҡала, ә хәл итә һе проблемалар етерлек әле. Орлоҡ материалы тулыһынса әҙерлә нмәгән, минераль ашлама, яғыулыҡ - майлау материалдары етерлек күләмдә ҡайтарылмаған,
       техника
       торошо ла яҡшыраҡ була ала ине. БР Ауыл хужалығы министрлығ ында үткән кәңәшмәлә республиканың агросәнәғәт вәкилдәре ошо көнү ҙәк һорауҙарҙы тикшерҙе.
       Орлоҡ материалынан башлайыҡ. Сәсеү өсөн әҙерләнгән орлоҡт оң 97 проценты сәсеү өсөн тейешле стандартҡа еткерелгән, әммә уның
       15 проценты ғына беренсе класҡа ҡарай. Былтырғы йыл менән с ағыштырғанда, был байтаҡҡа кәмерәк.
       Борай районында, мәҫәлән, юғары сифатлы орлоҡ бөтөнләй аҙ
       - бары ике процент, Бөрөлә - дүрт, Асҡында - бер, Кушнарен, Хәйбуллала - өсәр, Мишкә, Яңауыл, Дыуан, Ғафуриҙа - һигеҙәр, Әбйәлил, Ә лшәй, Бәләбәйҙә - туғыҙар процент. Сағыштырыу өсөн: илештәрҙә беренсе класҡа ҡараған о рлоҡ сәсеү материалының 48 процентын тәшкил итә.
       Быйыл уңыштың ҡайһы районда бай буласағы аңлашыла. Сифатһ ыҙ орлоҡ сәсеп яҡшы уңышҡа өмөт итеп буламы Юҡ, әлбиттә!
       Ҡайһы бер ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр орлоҡто яңыртыу йәһәтенән эшләп еткермәй. Федераль һәм республика бюджетынан субсидиялар ҙа уларға ашығыу өсөн сәбәп булып тормай.
       Орлоҡтарҙы ағыуламаған райондарҙа уларҙың 25 - 45 процент ы төрлө ауырыуҙар менән зарарланыуы оло хәүеф уята.
       Техника яғынан да хәл итәһе һорауҙар бар. Тракторҙарҙың 1 2 проценты, сәскестәрҙең 5 проценты, культиваторҙарҙың 4 проценты һ. б. әҙерлек һыҙығына ҡуйыуҙы көтә. Булған техниканың яртыһына ла ремонт үткәрмәгән "гөбөргәйел" хужалыҡтар бар. Ҡайһы бер хужалыҡтар, мөмкинсе лек булмауға һылтанып, етерлек күләмдә запас частәр ҙә һатып
       ала алмай.
       Беҙҙең "боронғо" тракторҙарҙа яҙын баҫыуға ремонтһыҙ сығы у (быға өҫтәп метеорологтарҙың күҙаллауы ла дөрөҫ булһа) - х әүефле, яҙғы сәсеү эштәрен үҙ ваҡытында башҡарып сығыу тураһында һөйләргә лә түгел.
       Яғыулыҡ - майлау материалдары алыу ҙа проблемалы һорауҙар
       рәтендә ҡала килә. Солярка бөгөн крәҫтиәндәр өсөн ҡиммәткә төшә һәм буй етмәҫлек оло байлыҡ һанала. Ауыл халҡы фекере б уйынса, республиканың нефть бүлеүсе предприятиелары араһында тендер үткәрелеүе лә ҡотҡармаясаҡ.
       Үткән йылғы уңышты йыйып алғандан һуң бөгөнгә тиклем ҡул ҡаушырып,
       берәйһенең ярҙамына өмөт итеп иултырыусыларҙың киләсәге ҡыу аныслы түгел.
       Һәр ерҙә лә сәсеү кампанияһына яуапһыҙ ҡарашта булмауҙарын
       да билдәләп үтергә кәрәк. Республикала ыңғай өлгөләр ҙә ете рлек, әлбиттә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән ваҡытын б ушҡа уҙғармағандар өсөн алда торған сәсеү эше бер ниндәй ҙә шиклә неү тойғоһо тыуҙырмай. Һәм Башҡортостанда бындай райондарҙың күпселек бу лыуы ҡыуандыра.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал