6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфө волейболсыларының халыҡ - ара осрашыуҙары
11.04.05


       Башҡортостанды һис бер шикһеҙ волейбол республикаһы тип атарға була,
       сөнки бында өс билдәле профессиональ клуб эшләй, көслө вете рандар хәрәкәте һәм бик күп көйәрмәндәр бар. Һуңғы ваҡытта иһә беҙҙ ең әйтелгән спорт төрөндә уйнаусыларыбыҙ халыҡ - ара ареналарҙа ла яҡшы
       ғына сығыш яһай башланы.
       Европа ветерандар Кубогында бишенсе урын
       Польшаның Ширк ҡалаһында ветерандар араһында волейбол б уйынса етенсе асыҡ Европа Кубогы булып үтте, был турнирҙа Өфөнөң ҡа ртайыу белмәҫ волейболсылары - Андрей Греб, Радик Кәримов һәм Михаи л Деринг ҡатнашты.
       Ярыштарҙа Латвия, Литва, Польша, Украина, Молдавия, Бе лорусия, Греция, Эстония һәм Рәсәйҙән килгән илленән ашыу ко манда ҡатнашты. Беҙҙән был сарала Мәскәү, Санкт - Петербург,
       Тверь, Ырымбур, Кострома, Түбәнге Новгород, Силәбе һәм Өфөнән килгән 11 коллектив ҡатнашты. 35
       йәштән үткән тәжрибәле спортсылар төрлө йәш категорияларында көс һы нашты.
       Өфө волейболсылары ветерандар араһында беренселек һәм Рәс әй Кубогының көмөш призерҙары - Силәбе спортсылары менән бергә сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Силәбе - Өфө йыйылма командаһы "40 йәштән ө лкәнерәк" 17 команда араһында бишенсе урын яуланы.
       "Нефтяник Башкортостана" Куба йыйылма командаһына ҡа ршы сығасаҡ
       Күптән түгел беҙгә апрель аҙағында Рәсәй беренселеген ең 9 - 14 урындар өсөн тамамлау турының финал өлөшө алдынан,
       "Нефтяник Башкортостана" волейболсылары бик тә ҡыҙыҡлы осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәү гә йыйыныуы мәғлүм булды. Беҙҙең республиканың иң көслө клуб ына ҡаршы Куба йыйылма командаһы ҡаршы сығасаҡ. Османи Гуанторенаның ҡайһы команда өсөн уйнары әлегә билдәле түгел ( ул - Куба егете, әммә Өфө командаһы өсөн сығыш яһай), әммә был осрашыуҙың бик ҡыҙыҡлы буласағы һәм Башҡортостан волейболында лайыҡлы урын аласағы асыҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал