6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Баҙар мөнәсәбәттәре

Әмзә урман комбинаты баҙар шарттарына яраҡлаша
22.09.03


       Баҙар мөнәсәбәттәре тауар етештереүселәрҙе яңыса эшләрг ә мәжбүр итә. Ас - яланғас һатып алыусы бер нисә сәғәт буйы сиратта торғандан һуң тәҡдим ителгән бар әйберҙе һайланмайын са ғына һатып алыу заманы хәҙер инде артта ҡалды. Бөгөн киле п беҙ талап итергә лә, тауар оҡшамаһа мыжырға ла өйрәндек, с ифатлы ла, арзан да кәрәк беҙгә. Етештереүселәр үҙҙәре бөгөн
       халыҡҡа ярарға тырышып ята. Ағас эшкәртеүсе тармаҡ та ситт ә ҡалмай, ни эшләйһең бит, тырышмағандарға, булдыҡһыҙҙарға б өгөнгө бай мебель баҙарына юл ябыҡ тип әйтергә була. Әмзә урман комбинатында быны яҡшы аңлайҙар һәм баҙар шарттар ына яраҡлашырға бар көстәрен һалып тырышалар. Тырышыуҙары аҡ ланамы, юҡмы икәнлеген яңыраҡ "Урман һәм ағас эшкәртеү" исем е аҫтында үткән Халыҡ - ара махсус күргәҙмәлә күренде. Ком бинатта бөгөн эштәр нисек бара һуң Ошо һорау менән "Башвест ъ" гәзите хәбәрсеһе предприятие вәкилдәренә мөрәжәғәт итте.
       Иң тәүҙә маркетинг тикшереүҙәре үткәреүҙән башлайҙар: б аҙарҙа бөгөн ниндәй етештереү йүнәлештәренә иғтибар бирелеүе н белер өсөн белгестәр һатып алыусыларҙың теләктәрен өйрәнә.
       Һөҙөмтәләр бары тик мебель менән генә шөғөлләнеүҙән баш тар тырға мәжбүр итә. Дөрөҫөн әйткәндә, мебель әҙерләү бында бер
       ваҡытта ла приоритетлы йүнәлеш иҫәбенә ингәне юҡ. Әмзәлеләр
       өсөн был продукция факультатив формаһында булды тиһәк тә ха таланмаҫбыҙ, моғайын. Башҡаларҙа ла етерлек булған нәмәне ет ештереүҙең мәғәнәһе лә юҡ, әлбиттә. Ә бына ниндәйҙер оригина ль әйбер етештереп ҡарағанда инде... Шулай итеп ағас һәм кер амик плитәне берләштереү идеяһы тыуа. Ғүмерле булырмы ул, юҡ мы -- уныһын ваҡыт күрһәтер.
       Ә комбинаттың төп эш йүнәлеше тураһында һөйләгәндә, пре дприятиела урман әҙерләүҙән башлап уны механик һәм химик эшк әртеүгә тиклем тотош етештереү циклының юлға һалынғанлығын ә йтеп үтергә кәрәк. Киләсәктә унда этилацетат һәм бутилацет ат етештереү буйынса яңы цех асыласаҡ. Әлегә был турала һөйл әргә иртәрәктер әле: был йүнәлештә эштәр әле саҡ башланғыс э таптатора.
       Сығарылған продукцияның ярайһы уҡ ҙур өлөшөн биләүсе урм ан химияһы ла күргәҙмәлә үҙ урынын биләне: этилацетат, ағас күмере, уксус кислотаһы... Әйткәндәй, Әмзә урман комбинаты Г ОСТ нигеҙендә уксус етештереүсе берҙән - бер предприятие. Бе лгестәр был уксусты "тере" тип атай, сөнки уны экологик таҙа
       ағас сеймалдан алалар. .
       Урман химияһының тағы бер продукты -- күмер ҙә һорау мен ән ҡуллана. Етештерелгән күмерҙе тулыһынса бер ҙур фармацевт ика заводы һатып ала.
       Комбинатта ыңғай алға китештәр иҡтисади стратегияға ла б әйле. Бер нисә йыл элек кенә был предприятиеның финанс хәле ҡатмарлы булыуы сер түгел. Комбинатты ҡотҡарыу өсөн уны ике өлөшкә бүләләр: хәҙер бынад дәүләт унитар предприятиеһынан т ыш асыҡ акционер йәмғиәте лә уңышлы эшләй. Һәм БР Сәнәғәт ми нистрлығының урман сәнәғәте комплексы бүлегендә әйтеүҙәренсә , хәҙер Әмзә урман комбинаты арҡаһында бөтә тармаҡ та быйылғ ы йылдың һигеҙ айын ыңғай иҡтисади һөҙөмтәләр менән тамамлан ы.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал