6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Күңелле лә, файҙалы ла үтһен ялыбыҙ
11.04.05


       Өфөлә бишенсе тапҡыр үткәрелгән "Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары" төбәк - ара махсуслаштырылған күргәҙмә тамамла нды. Уны ойоштороуҙа БР Физик культура, спорт һәм туризм мин истрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Курорт, шифахана һәм ял йорттары идаралығы, Башҡорт дәүләт медицина университетының аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы һә м курортология ғилми - тикшеренеү институты, "Крекс" туристик фирмаһы, "Роза ветров Башкортостана" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, " БашЭКСПО" күргәҙмә үҙәгенең ҙур өлөш индереүен билдәләп үтергә кәрәк.
       Өҫтә һанап үтелгән ведомстволар күргәҙмә уңышлы үтһен өсө н барыһын да эшләне. Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтар алдын да велосипед спорты буйынса спорт мастерҙары, спорт бейеүе буйынса Башҡортостан чемпиондары сығыш яһаны.
       - Республикала туризм үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Эске һә м үҙ аллы туризм үҫешенә йүнәлтелгән программалар - быға дәлил, - тине
       тәбрикләү сығышында БР Хөкүмәте Премьер - министр урынбаҫары Илдус Иле шев.
       Һуңғы йылдар эсендә тәү тапҡыр үҙ аллы үткән күргәҙмә уның
       һүҙен раҫланы. Быға тиклем ул башҡа күргәҙмә саралары сиктә рендә үтте.
       Нефтселәр мәҙәниәт һарайы фойеһында күп һанлы туристик ма ршруттар, спорт инвентаре, ял һәм мауыҡтырғыс саралар өсөн тәғәйенләнг ән тауарҙар ҡуйылған ине: күргәҙмәлә һикһәндән ашыу экспонент ҡатнашты. Ҡара диңгеҙ яры, Ессентуки, Кавказ минераль һыуҙарында, Желе зноводск, Силәбе өлкәһендә ял тәҡдим ителде... Күргәҙмәгә килеүселәр иһә букл еттар йыйҙы һәм алдағы отпуск ваҡытына йүнәлтмәләр һатып алырға ашыҡты. Туристик
       компанияларҙың төп маҡсаты ошоға ҡайтып ҡалды ла инде.
       Беҙҙең шифаханалар исеменән күргәҙмәлә Роберт Әхмәҙуллин
       етәкселегендәге БР Курорт, шифахана һәм ял йорттары идаралы ғы ҡатнашты.
       - Иң мөһиме - өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү. Күргәҙмәг ә килеүселәр республикала шифахана - курорт хеҙмәтләндереүе ниндәй кимәл гә күтәрелеүен аңланы, - тине Роберт Вафа улы. - Республика ның юғары шифахана - курорт һәм туризм ресурстары бөтә Рәсәй ГЬн ял итеүселәрҙе йәлеп итә: йылына шифаханаларҙа 80 меңгә яҡын кеше ял итә һәм һаулығын нығыта.
       Беҙ үҫешкән туризм баҙары булдырыуға ынтылабыҙ һәм ошо йәһә ттән махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙең әһәмиәте йылдан - йыл арта бара.
       Күргәҙмә сиктәрендә "Аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы һәм курорт ологияла заманса технологиялар" темаһына ғилми - практик конференция,
       "Кадрҙар әҙерләүҙе камиллаштырыу проблемалары һәм бурыстары" темаһына
       "түңәрәк өҫтәл" һәм шифахана - курорт йүнәлтмәләре йәрминкә һе үтте. Дөйөм алғанда, күргәҙмәгә килгән һәр кем үҙенә кәрә кле мәғлүмәт алды. Ә был уларҙың эшенәд һәм ялында ыңғай сағ ылыш табасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал