6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Дамир Әкәмов: граждандар дәүләткә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк эшл әй
11.04.05


       РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының киңәйтелгән коллегияһынд а илгә үҫеш тулҡынында тотороҡло урын биләргә мөмкинселек би реүгә йүнәлтелгән амбициоз иҡтисади сәйәсәт курсы раҫланды. Әммә, иҡтисади реф ормалар штабы роленә яраҡлашып ( премьер - министр Михаил Фрадков әй тмешләй), Герман Грефтың ведомствоһы әлегә хөкүмәт реформаһы "баҙынан"
       бик ауырлыҡ менән сыға. Төбәктәргә килгәндә, уларҙы иҡтисади үҫе ш өсөн көрәштә партнерлыҡҡа лайыҡлы тип табырҙармы Был һорауға ыңғ ай ғына яуап юҡ әлегә.
       РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының киңәйтелгән ултырышнда ҡ атнашыусыБР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрының беренсе ур ынбаҫары Дамир Әкәмов яҡын арала кем йәки нимә менән эш итергә тура киләсәк
       һәм федераль хөкүмәттең радикаль кәйефтәге иҡтисади блогынан ним ә көтөргә мөмкин булыуы хаҡында һөйләне.
       - Федераль хөкүмәттең иҡтисади сәйәсәте ниндәй йүнәлештә төҙөләсәк һәм Михаил Фрадков үҙ ведомствоһы реформаторҙарына
       элеккесә кире ҡарашта ҡаламы
       -Иҡтисади реформалаштырыуҙы тулыһынса тип әйтерлек хуплау
       яңғыраны. Премьер - министрға килгәндә, Фрадков Иҡтисади үҫеш министрл ығының эшмәкәрлеген ярайһы уҡ ыңғай баһалай, әммә уға амбициялар ет ешмәй тип таба. Ул ғына ла түгел, премьер был министрлыҡ дәүләттең иҡт исади һәм финанс сәйәсәтен үткәреү буйынса үҙенсәлекле " хөкүмәт штабы " булырға тейеш тип бара. Әммә иң ауыр бурыс илдә йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү буйынса яуаплылыҡ алыуҙалыр, моғайын. Ә был й әһәттән Фрадков бик ҡаты контроль булдырыласағын белдерҙе. Х әҙер барлыҡ дәүләт институттарының һәм ресурстарҙы файҙаланыуҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе Иҡтисади үҫеш министрлығынан торасаҡ.
       Әлегә иһә "Рәсәй Федерацияһының 2005 - 2008 йылдарға социа ль - иҡтисади үҫеш перспектива программаһы" ярты йылдан ашыу
       проект булып ҡала килә. Ябай ғына итеп әйткәндә, Греф ведом ствоһынан, "үҫеш нөктәләре" исемлеге - приоритетлы дәүләт б урыстары һәм теүәл программа - төҙөү талап ителә, ә инде хөкүмәт уларҙы финанслаясаҡ...
       Коллегия ултырышында яңғыраған ҡалған башҡа мөһим мәсьәлә ләр бер йыл элек РФ Президенты Путиндың әйткән теләктәре сиг ендә ҡала. Йәғни үҫеш программаһын эске тулайым продуктты арттырыу, фәҡирлеккә ҡар шы көрәш һәм илдең оборона мөмкинселектәрен арттырыуға бәйләргә кәрәк .
       -Тимәк, хөкүмәт саралары тағы ла "ауыртҡан урындарҙы" бил дәләү һәм "яуларға кәрәкле" бейеклектәрҙе һанап сығыуҙан башлана
       - Иҡтисад һәм дәүләт проблемалары әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала. Уларҙы тиҙ арала хәл итеүе ҡыйын, әлбиттә. Төбәктәрҙең тигеҙ үҫешмәүенә
       бәйле ребус
       әле совет дәүләте заманынан уҡ һаҡланып килә. Бөгөн иһә, Гр ефтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең 16 төбәге эске тулайым п родукттың 60 процентын тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта эске тулайым продукттың дүрттән б ер өлөшөн Мәскәү, Санкт - Петербург һәм Ханты - Манси автономиялы окру гы бирә. Һәм, Фрадковтың әйтеүе буйынса, дәүләт идара итеүе элеккесә һөҙөмтә бирмәй
       икән, был дәғүәләрҙе кемгә йүнәлтергә һуң Дөрөҫ проблемала рҙы тикшереүҙә сәйәси мотивтарға ташлама яһалмай, һәм был ҡа раштың объективлығына дәлил. Һәм бөгөнгө власть, әйткәндәй, киләсәктә бизнес менән
       үҙ - ара
       мөнәсәбәтте нығытыуға асыҡтан - асыҡ саҡыра. Сөнки иҡтисади
       берҙәмлек
       булмаһа, бөгөн дәүләт проблемаларын хәл итеү ҙә ауырға тура
       килә.
       - Федераль һәм төбәк кимәлдәрендә иҡтисади үҫеш министрлы ҡтары үҙ эшмәкәрлеген сағыштырасаҡ приоритеттар үҙгәрҙеме
       - Греф та, финанс министры Кудрин да юҡҡа ғына иҡтисади ү ҫеш темптарының түбәнәйеүен күҙалламай - был борсолоу өсөн с әбәп булып тора, әлбиттә. Әммә дәүләт идаралығы сифатының түбән кимәлдә булыуы кеше ка питалының да шулай уҡ түбән булыуына бәйле. Инвестиция әүҙе млеге кәмеүе хәүефкә һала. Күршеләр менән сағыштырыу бер ҙә Рәсәй файҙаһына түгел , унда эске тулайым продуктҡа йәлеп ителгән инвестиция өлөшө - 16 процен т, шул уҡ ваҡытта Ҡаҙағстанда - 30, Украинала - 19 процент тәшкил итә.
       Бынан тыш, Рәсәйгә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү мотла ҡ кәрәк булыуы тураһында күп һөйләнелә, әммә донъя иҡтисадына интегр ация дәрәжәһе түбән булғанлыҡта, бары тик сеймал оҙатыусы сифатын да ғына - ул ваҡытта илде ниндәй эҙемтәләр көтәсәк Хәйер,
       был турала кисә үк уйларға кәрәк ине - иҡтисадтың күп кенә һиҙгер секторҙары "ышыҡһыҙ" ҡалыуы мөмкин. Быйылғы йылдың аҙағы - киләһе йыл башында, Гр ефтың раҫлауы буйынса, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ин әсәк.
       Ике - өс йыл элек булған һәм бөгөнгө мәсьәләләр араһында әллә ни айырма юҡ. Иҡтисади үҫеш темптарын һаҡлап ҡалыу тура һында хәстәрлек сиктәрендә - был инфляцияны кәметеү һәм баҙа рға ҡарамаған секторҙы ҡыҫҡартыу буйынса саралар күреү. Ә иң мөһиме - Грефтың тәҡдиме менән я ңы төшөнсә - шәхси - дәүләт партнерлығы барлыҡҡа килде. Хөкү мәттең финанс - иҡтисади блогы ниәтләүенсә, уны булдырырға һәм һуңынан ярҙамһыҙ ҡалды рмаҫҡа
       кәрәк.
       - Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, халыҡҡа таянырға кәрәк. У л илгә ҡарағанда күберәк тә, яҡшыраҡ та итеп аҡса эшләй белә . Тик ниңәлер үҙ байлығын шул уҡ дәүләт менән хеҙмәттәшлек и теү ысулы менән арттырырға ашыҡмай, шулаймы
       - Иҡтисадға инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән был төп пр облема булып тора. Бөгөн граждандар аҡсаһын банкка һалырға ла ынтылып тор май, фонд инструменттары тураһында әйтергә лә түгел. Хәйер, һуңғы арал а депозит һалымдары өс тапҡыр артты, әммә хәүефлелек уларға иҡтисадҡа ынтылырға мөмкинселек бирмәй. Халыҡтың йыллыҡ тупланмаһы 40 миллиард т әшкил иткән Башҡортостанды ғына алып ҡарағыҙ. Уларҙы нисек йәлеп и тергә Бында шәхси - дәүләт партнерлығының ышаныслы инструме нттары кәрәк.
       - Реформалар дауам итә. Быйыл беҙгә тағы ниндәй яңылыҡ ни мә көтөргә
       - 2006 йылға федераль бюджет проектын төҙөү этабында бюдж ет мөнәсәбәттәре принциптарында үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Тө бәктең социаль - иҡтисади үҫеше тураһында күҙаллауҙы элеккен ән бер айға алданыраҡ әҙерләп өлгөртөүҙе һорауҙарын әйтеү ет ә. Бынан тыш коллегия ултырышында Греф урындағы үҙидара кимә ленә өҫтәлмә функциялар тапшырыу кәрәклеге тураһында әйтеп ү тте. Беҙҙең алда иһә төбәк үҫешенең яңы моделен төҙөү бурысы
       тора. Бөгөн беҙ Рәсәй фәндәр академияһының Өфө социаль - иҡ тисади тикшереүҙәр институты менән берлектә социаль - иҡтисади үҫеш программаһы
       өҫтөндә эшләйбеҙ, унда илдең бөтә Рәсәй сауҙа ойошмаһына инеү мөмкин леге лә, ауыл хужалығын яҡлау буйынса саралар, ипотека кредиты үҫеше
       һәм башҡа, иҡтисадтағы яңы йүнәлештәргә яуап биргән програм малар иҫәпкә алынасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал