6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡортостан спортсылары "Алания", "Терек" һәм "Анжи" командаларын артта ҡалдырҙы
11.04.05


       "Нефтяник" футбол клубының рәсми сайты Өфө мәктәбе спо ртсыларының ҙур еңеүҙәре хаҡында хәбәр итте. Әлегә "Нефтяник
       - 89" тәрбиәләнеүселәре бары тик "Алания", "Терек" һәм "Анжи" клубтарынан үҙҙәренең йәштәштәрен еңеүе, ә "Нефтяник - 92" егеттәренең әлегә "Куб ань" өсөн уйнарға хыялланыусы ғына йәштәр командаһын тар - мар итеүен иҫәпкә алғанда ла, барыбер, был һөҙөмтәләр маҡтауға лайыҡ.
       Футбол белгесенең кемеһенә мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә ул миллио ндарҙың иң яратҡан спорт төрө буйынса иң көслө мәктәптәр Мәскәүҙә һәм Р әсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында тип яуап бирәсәк. Премьер - лига клубтарында һәм беренсе дивизиондың иң көслө командаларында резерв әҙерл әүгә ҙур иғтибар бирелеүе бер кем өсөн дә сер түгел. Ғөмүмән алғанда,
       Владикавказ, Махачкала, Краснодар, Нальчик кеүек ҡалаларҙа тәбиғәт үҙе үк йәш таланттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә - йәше лсә - емештәрҙең күплеге, сифатлы йәшел газондар һәм оҙаҡҡа һуҙылған йәй - бында лайыҡлы алмаш үҫтер еү өсөн кәрәкле шарттарҙың барыһы ла бар. Әммә, асыҡланыуынс а, Өфөлә лә башҡорт Марадонаһы һәм Пелеһы үҫеп сығырға мөмкин икән. Беҙҙең футбо лсылар тәбиғәт тарафынан иркәләнгән көньяҡлыларҙы үҙ биләмәләрендә еңеп ҡайтты һәм өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Сөнки донъя футболының ысын "йондоҙо" иң көслөләргә ҡаршы торғанда
       ғына үҫеүе ихтимал.
       "Нефтяник - 92" командаһы егеттәре Краснодарҙа тренер Але ксандр Завьялов иҫтәлегенә үткәрелгән Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашт ы. Рәшит Фазлыевтың командаһы үҙенең барлыҡ йәштәштәрен дә еңде, ярыш
       хужаларына ҡаршы көрәште тигеҙ иҫәп менән тамамланы һәм тур нирҙың еңеүсеһе тип иғлан ителде.
       Флүр Фәхретдинов етәкселегендәге "Нефтяник - 89" "Умырзая " Көньяҡ федераль округының асыҡ Кубогында ҡатнашты. Был ярыштар иң к өслө егерме команданы йыйҙы. Ҡатнашыусылар араһында "Ростов" ( Дондағы Ростов), "Спартак" (Нальчик), "Алания" (Кавказ), " Терек" (Грозный), "Анжи" (Махачкала) кеүек билдәле мәктәп вә килдәре лә бар ине.
       Тренер Флүр Фәхретдинов турнирҙан алған тәьҫораттары менә ­ уртаҡлаша:
       - Ҡатнашыусыларҙың уйын кимәле ярайһы уҡ юғары булды. Көн ьяҡлылар футболды икенсе төрлө уйнай. Улар техник яҡтан оҫта һәм шул уҡ ваҡытта тәртипкә артыҡ иғтибар бирмәй - эмоцияға, хискә бай кешеләр бит. Мин тренерҙың үҙ тәрбиәләнеүселәрен контролдә тотмауын күҙ алдым а килтерә алмайым. Минекеләр шунда уҡ тыңлай - үҙемдең егеттәргә мин ы шанам. Ә бына көньяҡ спортсылары даими рәүештә судьяға апелляция бирҙ е, уйындан һуң йоҙроҡ һуғышына күсеп китергә лә күп һорамай улар. Әммә минең тәрбиәләнеүселәрем һынауҙы лайыҡлы үтте, уйын яланында тәрти пле булдылар. Улар үҙ көсөнә ышанды.
       - Ҡайһы уйында ҡыйынғараҡ тура килде
       - "Аланияға" ҡаршы матчта беҙҙе яҡшы ғына итеп ҡапҡаға ал ып барып ҡыҫтылар, әммә беҙ был хәлдән лайыҡлы сыға алдыҡ.
       - Кемде айырыуса билдәләп үтергә теләр инегеҙ
       - Артак Микаелянды индергән голдары өсөн. Ҡапҡасы Гарик М кртчанды - һуңығ өс матчтағы ышаныслы уйыны өсөн. Беҙҙең сос тав "көньяҡ егеттәренән" генә тора икән тип уйлай күрмәгеҙ - командала улар барлығы ө сәү. Ғөмүмән алғанда, барлыҡ егеттәргә лә рәхмәт әйтер инем, улар был еңе үгә лайыҡлы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал