6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Хөкүмәт һәм профсоюздар араһында һөйләшеү булып үтте
08.04.05


       Ошо көндәрҙә Республика йортонда Республика өс яҡлы к омиссияһының хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ултырышы б улып үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты с оциаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов үткәрҙе.
       Өс яҡлы комиссия кәңәшмәһе тыныс, эшлекле мөхиттә ойоштро лдо. Конфликттар булған осраҡта ла, улар тамырында уҡ туҡтатылды.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, БР Хөкүмәте, эш менән тәьмин итеүсе берл әшмәләр һәм БР Профсоюздар федерацияһы араһында Генераль кил ешеүҙе тормошҡа ашырыуға йомғаҡтар яһағанда, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2004 йы л эсендә документта ҡаралған 108 йөкләмәнең ун алтыһы тулыһынса үтәлм әгән тигән һығымтаға килде. Уларҙың ун икеһе эш менән тәьмин итеүсе бер ләшмәләр
       тарафынан эшләп еткерелмәгән. Мәҫәлән, коллектив договорҙар
       ҡайһы бер ойошмаларҙаына булыуы асыҡланды. Был йәһәттән хөк үмәт эш менән тәьмин итеүселәргә профсоюз баҫымын арттырырға кәңәш итте.
       Көн тәртибендәге Генераль килешеүҙең бюджет өлкәһе хеҙмәт кәрҙәренә эш хаҡы күләмен арттырыу һәм ойошма хеҙмәткәрҙәрен ең минималь эш хаҡы күләмен этап буйынса йәшәү минимумына еткереү тураһындағы пу нктына ҡағылған һорауҙы тикшереү йәнлелек тыуҙырҙы. БР хеҙмәт һәм х алыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Виктор Пчелинце втың мәғлүмәте буйынса, республика буйынса эш хаҡының минималь кү ләме һәм йәшәү өсөн кәрәкле минимумдың нисбәте 32,8 процент, Рәсәй бу йынса - 26,8 процент тәшкил итә. Ҡулланыу хаҡтарының артыуы ғүмер ҡиммәтенә йоғонто яһай һәм, ярашлы рәүештә, эш хаҡын и ндексациялауҙы талап итә. Бюджет өлкәһе ойошмаларында эш хаҡын арттырыу федераль закон тарафы нан ҡаралған хеҙмәт хаҡының минималь күләме һәм ЕТС тариф ставка һынан тора. Башҡа ваҡытта - эш хаҡына ҡағылышлы һорауҙар кол лектив договоры һәм эш менән тәьмин итеүсенең ихтыяры буйынс а көйләнә.
       2005 йылдың 1 ғинуарынан 720 һум тәшкил иткән эш хаҡының
       минималь күләме артыуы эш менән тәьмин итеүселәрҙең йөкләмәһен арттыр а. Беренсе сентябрҙән башлап ул 800 һумға, ә 2006 йылдың 1 м айынан 1100 һумға тиклем артасаҡ. Был дәүләттең төп гарантия лары. Ярашлы рәүештә, беренсе разряд ставкаһы ла индексациял анырға тейеш, был икенсенән ун һигеҙенсе разрядҡа тиклем ста вкаларҙың индексацияланыуына алып киләсәк - ул 2005 йылдың 1 сентябренән 1,11 тапҡыр артырға тейеш. Дөрөҫ, был һандарҙың барыһының да тормошҡа ашыуы бюджет мөмкинселектәренән тора. Шул уҡ ваҡ ытта 2004 йыл эсендә сәнәғәттә төп профессиялар буйынса тари ф ставкалары 1,15 тапҡыр индексацияланды.
       Бюджет өлкәһе ( унда 300 мең кеше мәшғүл) һәм бюджетҡа ҡа рамаған өлкәләр араһында эш хаҡының айырмаһы һаҡланыуы ғәжәпләнеү ты уҙырмай, ул үткән йылда уртаса республика кимәленә ҡарата 52 - нән 70
       процентҡа тиклем тәшкил итте. Виктор Пчелинцевтың һүҙҙәре буйынса, төп
       профессиялар буйынса беренсе разряд тариф ставкаларын индек сациялау тураһындағы закон проекты тиҙҙән хөкүмәт ҡарамағына тапшырыласаҡ, әммә у ның күләме инфляция кимәленән артмаҫ, моғайын. Хәйер, был ки ләһе йыл ғына булыуы мөмкин.
       Кәңәшмәлә ҡаралған иң көнүҙәк һорауҙарҙың береһе - респу блика ойошмаларында эш хаҡы буйынса бурыстарҙы бөтөрөүгә ҡағылды. Үткән йыл был бурыстың аҡрынлап кәмеүенә ҡарамаҫтан, 2005 йы лдың тәүге ике айында ул тағы ла күтәрелгән. 1 апрелгә респу блика ойошмаларында эш хаҡын түләү буйынса бурыс 320 миллион
       һумға барып баҫты - икенсе яҡтан, март айында бурыс күләмен 46 миллионға кәметелгән. Бурыстың өстән ике өл өшө федераль милеккә ҡараған ике тиҫтәгә яҡын предприятиеға тап килеүе иғтибарға лайыҡ.
       Киң билдәле 122 Федераль закондың социаль - хеҙмәт мөнәсә бәттәре йәһәтенән тормошҡа ашырылыуын тикшереү ултырыш залында айыры уса ҙур йәнлелек уятты. Льготаларҙы аҡса менән алмашытрыу ту раһындағы закон республиканың 60 законына үҙгәрештәр индерергә тейеш ине, әм мә уларҙың барыһы ла парламентҡа индерелмәгән.
       Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Фидус Ямалтдинов 2004 йылға Генераль
       килешеүҙең төп пункттары үтәлгән тип билдәләне. Эш хаҡы һә м йәшәү минимумының аҡрынлап тигеҙләнеү процесы бара. Тик эш хаҡын арттырыу өс я ҡлы комиссия бурысына ҡарамай шул. Һәм быны эш менән тәьмин итеүселәргә үтәргә тура киләсәк.
       Комиссия ултырышы башлыса профсоюздар һәм хөкүмәт араһынд а һөйләшеүгә ҡайтып ҡалды. Эш менән тәьмин итеүселәр яғы ултыр ыш дауамында бер һүҙ ҙә әйтмәне - улар тарафынан һорауҙар ҙа, т икшереүҙә ҡатнашыуҙар ҙа күҙәтелмәне.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал