6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башҡортостанда ла "пробирка" балалары буласаҡ
08.04.05


       Бөгөн Бөтә донъя һаулыҡ көнө "Һәр әсә һәм һәр бала тураһ ында хәстәрлек күрергә" тигән девиз аҫтында үтә. Республикаб ыҙҙа әсәләрҙең һаулығын һаҡлау өсөн нимә эшләнә
       Бер мәҡәлә сиктәрендә генә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының э шен тулыһынса сағылдырып булмай, әлбиттә, әммә байрам көнөндә ҡа йһы бер башҡарылған эштәр тураһында һөйләп китмәйенсә булмай.
       Яҡын арала ғаиләләренең артыуын көткән ауыл ҡатындарын ҡы уандырырҙай яңылыҡ тормошҡа ашырыласаҡ. Уларға тикшереү үтер
       өсөн йыш ҡына Өфөгә килергә тура килә, быға бәйле торлаҡ пр облемаһы килеп тыуыуы аңлашыла. Ауырлы хәлдә, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, кемгәлер барып бер нис ә көнгә өйҙәш булып йәшәүе бик күңеллеләрҙән түгел, ҡунаҡханалар ҙа
       кеҫәнең ҡалын булыуын талап итә. Шуға күрә, буласаҡ әсәләргә барлыҡ заманса диагностика мөмкинселектәрен файҙаланып, юғары кимәлдә тикше реү үтергә ярҙам итеү маҡсатында, Республика перинаталь үҙәк
       табиптары ҡатындарҙың кәрәк тиклем ваҡытҡа үҙәктә туҡталыу
       мәсьәләһен хәл итә. БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сә лиә Мырҙабаева әйтеүенсә, буласаҡ әсәләрҙең һәр береһен дау аханаға һалыу кәрәк түгел.
       - Ауырлы ҡатын перинаталь үҙәктә өс көн дауамында була. Ош о ваҡыт эсендә табиптар уны стационарға һалыу мотлаҡмы, йәки
       ҡатынға өйөнә ҡайтып врач күҙәтеүе аҫтында дауаланырға мөмк ин булыу - булмауын хәл итә.
       Бөгөнгө көндә гинекология өлкәһендәге яңылыҡтар иҫәбенә башҡорт - швейцар проектын индерергә булалыр. Уға ярашлы Республика пе ринаталь үҙәктең ике акушер - гинекологы өс ай буйы Швейцарияла төрлө
       ауырыуҙарҙы бала тыуғанға тиклем диагностикалауҙың яңы алым дарын үҙләштерҙе. Рәсәй медицина фәндәре академияһының акуше рлыҡ һәм гинекология буйынса ғилми - тикшереү институтында ла ошо технологияны үҙләштереү
       буйынса эш алып барыла. Яралғыла гемолитик ауырыу табылған
       осраҡта, яңы алым әсә ҡарынындағы балаға яңы ҡан ебәрергә мөмкинселек бирә. Ә инде
       бала тыуғандан һуң ҡанды алмаштырыу йыш ҡына инвалидлыҡҡа алып ки лә. Бөгөн
       Башҡортостанда 17 мең инвалид - бала иҫәпләнә.
       - Яралғы ауырыуҙарын профилактикалауҙа яңы алымдар ҡуллан ыу яңы тыуған балаларҙа гемолитик ауырыуҙы һәм бәләкәстәрҙең үлеү осраҡтарын
       кәметергә мөмкинселек бирәсәк. Һандарға күҙ һалһаҡ, 2004 йы лда яңы тыуған балаларҙың үлеү осрағы 16 процентҡа, бала табыу учреж дениеларында перинаталь үлем 15 процентҡа, аборттар һаны - 4 ,1 процентҡа, әсәләрҙең
       үлеү осрағы 46,7 процентҡа кәмегән.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары бала табырға теләп тә
       таба алмағандар өсөн һәйбәт яңылыҡ еткерҙе. Ундайҙар респуб ликала аҙ түгел - ете меңгә яҡын. Быйылғы йылдың аҙағында Ре спублика перинаталь үҙәгендә яһалма аталандырыу буйынса үҙәк асыу планлаштырыла. Лабораторияны й ыһазландырыу өсөн федераль бюджеттан 30 миллион һумға яҡын а ҡса бүленәсәк. "Пробирка балаһы" ҡиммәткә төшә, әлбиттә, әмм ә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҙ тәьмин ителгән парҙарға был йәһәттән дә ярҙам ҡулы һуҙырғ а уйлай.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал