6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Григоренко шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһында!
08.04.05


       "Салауат Юлаев" командаһында тағы бер яңылыҡ - Игорь Григо ренко хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһынан саҡырыу алға н. Хәҙер ул тағы бер "юлаевсы" Андрей Таратухин менән бергәләп илебеҙҙең төп кома ндаһы составына инер өсөн көрәшәсәк.
       Башта "Салауат Юлаев" йыйылма команда лагерына Өфө команд аһының ике уйынсыһы - Игорь Григоренко менән Андрей Таратухин саҡыр ыласаҡ тигән хәбәр алғайны. Әммә һуңынан рәсми саҡырыу бер и семгә - Андрейға ғына килде.
       Үҙәк киң мәғлүмәт сараларының береһендә Өфө клубына йыйыл ма команданың Игорь Григоренконан баш тартыуы тураһында хәбә р килгән икән тигән мәғлүмәт баҫылды. Беҙ был хәбәрҙең ысын булыу - булмауын ко манданың баш менеджеры Александр Меркулов һәм Игорь Григоренконың үҙе нән һораштыҡ. Улар бының ысынбарлыҡҡа тап килмәүен белдерҙе.
       Гәзитебеҙҙең үткән һанында Андрей Таратухинға арналған м атериалда беҙ йыйылма команда штабының ни өсөн Григоренконы саҡырмаҫҡа ҡарар ҡылыуына ғәжәпләнеүебеҙҙе белдергәйнек. Статистика буйынса у л ысынлап
       та иң шәп хоккейсыларҙың береһе, иң мөһиме, был уйынсы боҙ өҫтөндә бик яҡшы күрһәтә алды, Ишмәтовтың командаһында икенсе тапҡыр "яң ынан тыуҙы" тиһәң дә була.
       Һәм бына ғәҙеллек тантана итә, буғай - саҡырыу килде, Иго рь Новогорск ҡалаһында әҙерлек менән мәшғүл һәм үҙенең башҡа билдәле хокк ей оҫталарынан кәм булмауын иҫбатларға йыйына. Беҙ уның менә н элемтәгә инеп, бер нисә һорау бирҙек.
       - Ниңә мине йыйылма командаға саҡырырға ҡарар иткәндәрен һаман да белмәйем. Мин яңыраҡ ҡына килдем һәм ике тренировка ла ҡатнаштым. Дөрөҫөн әйткәндә, ниңә саҡырыуҙарын уйлап баш ватҡансы, йыйылма команда составына инеү өсөн һәр мөмкинселе кте файҙаланып ҡалырға кәрәктер, тип уйлайым.
       - Номер буйынса күршегеҙ кем
       - Череповецтан "Северсталь" командаһынан килгән Юра Труба чев менән
       бер бүлмәлә торабыҙ.
       - Һеҙҙе Өфөлә һуңғы ваҡытта үтә кәйефһеҙ йөрөгән тиҙәр, б ының сәбәбе нимәлә
       - Ниңә улай тип әйтеүҙәрен аңламайым. Хәҙер ҙә, Өфөлә лә мин кәйефемә зарланманым.
       - "Салауат Юлаев" өсөн уйнауҙан һеҙ бөтөнләй баш тарттығы ҙмы әллә киләһе миҙгелдә беҙ һеҙҙе күрә аласаҡбыҙмы
       - Ниңә баш тартайым ти "Салауат Юлаев" составында уйнауы м ихтимал.
       - Уйын ваҡытын күп биргәне өсөн Рафаил Ишмәтовҡа рәхмәтле һегеҙме
       - Тап ошоноң өсөн мин уға рәхмәтлемен.
       - Рәсәй йыйылма командаһы составына һәм Австрияла үтәсәк донъя беренселегенә эләгер өсөн барыһына ла әҙерһегеҙме
       Григоренко ышаныслы тауыш менән яуап бирә:
       - Эйе. Мин күп нәмәгә әҙер.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал