6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яҡшы һауа торошона - йәшел юл
07.04.05


       Быйыл Яҙ ҡыҙы беҙгә килергә ашыҡмай, ахыры. Ҡайҙа ғын а йөрөйҙөр инде! Ә беҙҙең көтә - көтә күҙҙәребеҙ ҡарайҙы. У л күренмәй. Ярай беҙ генә булһаҡ. Ана сәүкәләр меңәр саҡрым ер
       аша ҡайтып та иреү һыуҙарынан ауыҙ итеп, ояларына ремонт үткәреп ала алмай һаман. Ап - аҡ ҡарҙа һалдаттың кирза итеге ндәй булып йөрөйҙәр. Ҡарғаларға рәхәт тә ул, уларға ҡышың ни
       ҙә, йәйең ни...
       Ә ҡыш үҙ биләмәләрен бирергә ашыҡмай. Уның өсөн календарьу каз да, синоптик та түгел. Көндәрҙең һалҡын тороуына ҡыуанға н берҙән - бер кеше балыҡсылыр, моғайын. Уның өсөн балыҡ тот оу миҙгеле, тимәк, ләззәтле минуттар ҙа билдәһеҙ ваҡытҡа һу ҙыла. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Затон биҫтәһенә барған автобустары на ултырып ҡарағыҙ - пассажирҙарҙың яртыһы тип әйтерлек бырау, йәшник тотҡан балыҡсылар. Әммә уларҙың кемеһе менән генә аралашһам да, улар бер тауыштан быйыл балыҡ насар ҡаба тип белдерә. Ә бер шырт балыҡ ҡаптырыу өсөн уртаса сығым 100 һум тәшкил итә. Алтын балыҡ бәрәбәре бит был!
       Ә синоптиктар ҡайҙа ҡарай Улар вәғәҙә иткән йылы көндәр ҡайҙа Инде нисәнсегә үҙ күҙаллауҙарында бутала улар. Тик ниңәлер бер ваҡытта ла дөрөҫөн әйтмәйҙәр. Мин үҙем уларға бер ваҡытта ла ышанмайым, минең өсөн иң теүәл синоптик - күршем Валерий Кузьмич. Уның башы һауа торошоноң боҙолоуы ту раһында бер аҙна алдан иҫкәртә. Ауырта икән,тимәк боҙоласаҡ һәм киреһенсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Валерий Кузьмичтың башы йыш ыраҡ ауырта шул. Уны күптән инде почетлы синоптик итеп ҡуйырға ваҡыт, сөнки ул әлегә тиклем бер ҙә яңылышҡаны юҡ.
       Яҙҙың һалҡын килгән ваҡыттары элгәре лә булды, әлбиттә. Атайым яҙып барған көндәлектәрҙең береһендә, мәҫәлән, ошондай мәғлүмәт бар: "1 апрель. Бик һыуыҡ - 30 градус". Һәм быны бер ҙә 1 апрель шаярыуы тип ҡабул итергә ярамай. Быйыл яҙ нисек киләсәк Синоптиктарһыҙ ҙа аңлашыла - оҙайлы. Ә ҡар
       арта бара. Март айында ҡыш үҙенең айлыҡ нормаһын арттырып үтәне. Шуға күрә ташҡын да ярайһы уҡ көслө - һигеҙ метр билдәһенә тиклем булыр тип көтөлә. Үткән йыл ул 4,4 метрға тиклем күтәрелгәйне. Ағиҙелдә иң көслө ташҡын май урталарына
       тап киләсәк.
       Был юлдарҙы яҙып бөткәндән һуң тәҙрәгә күҙ һалдым да һүҙһеҙ ҡалдым. Тышта ҡояш балҡый, нурҙар һибелә. Ишекте асһам - яҡтылыҡ һирпеп Яҙ тора. Мин ҡыйыуһыҙ ғына атлап уға табан ыңғайланым. Ә кисә үҙемдең элекке иптәшем Валерий Кузьмичты осратҡан инем. Һәр саҡтағыса:
       - Башығыҙ нисек - тигән һорау бирҙем.
       - Һыҙламай, буғай!
       Ә был һауа торошо яҡшы буласаҡ, тигәнде аңлата.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал