6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Декабрҙә беҙҙе нимә көтә
22.09.03


       Стартҡа сигнал бирелде. Дәүләт Думаһы депутаттары һәм БР Президентын һайлау ваҡыты билдәле -- 2003 йылдың 7 декабренд ә үтәсәк ул. Өс айға яҡын ваҡыт ҡалып бара, был кандидаттарҙ ың (айырыуса республика халҡына билдәһеҙ, тимәк популяр булм аған) үҙҙәренең оппоненттарына ҙу -у- у - р мискә бысраҡ түг еп өлгөрөрлөк ваҡыттары бар әле. Хәйер, быға бер көн дә етә,
       мискәлек аҡсаң булған хәлдә, әлбиттә. Ә республика Президе нты урынына дәғүә итеүселәрҙә был капиталдың булыуына шиклән ергә тура килмәй. Г. әфәнде менән С. әфәнденең капитал сыған аҡтары төрлө булһа ла мискәгә түккән бысраҡтары бер төрлө ти ерлек.
       16 сентябрҙә С. Веремеенко республика Президенты посына дәғүә итеүен раҫланы. Әммә был юлы уның һағыраҡ ҡыланыуы һиҙ елеп тора. Башта ысҡындырған "аҡса эшләп туйҙым, хәҙер сәйәс әт менән шаярып алғы килә " тигән һүҙҙәренә алмашҡа хәҙер ул
       республиканың иҡтисадын "ҡатмарлы" тип табып, уның тураһынд а "хәстәрлек" күрә башланы. Волга - яны федераль округының с тратегик тикшереүҙәр үҙәгенең республиканы инвестициялау тур аһындағы мәғлүмәттәрен Татарстан күрһәткестәре менән сағышты рып бирергә лә онотманы ул. Бының менән республика хөкүмәтен ең, йәнәһе лә, инвестициялар йәлеп итеү буйынса етерлек эшл әмәүен күрһәтеү менән бергә тағы бер конкуренты, татар Рәлиф
       Сафиндың ауыртҡан еренә тейергә лә уйлап эшләнгән аҙым ине был.
       Сафин әфәнде лә республика тормошон ҡара төҫкә буярға к үп һораманы. "Лукойл"дың элекке топ - менеджеры фекере буйын са республика халҡы һәм власть араһында "полный антагонизм".
       Аҡыллы әйтем, әммә уның ниндәй факттар нигеҙендә барлыҡҡа к илгәне аңлашылмай.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал