6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Ҡояш, ирек һәм бәләкәй генә сәскә"
07.04.05


       -Кеше йәшәһен өсөн ошолар кәрәк, - тип әйтер була яҙыу сы Ганс Христиан Андерсен, һәм тап ошо һүҙҙәрҙе йәш рәссам Алина Мөслимова әлеге ваҡытта Өфөнөң "Президент - отелендә" ойошторолған шәхси күргәҙмәһенә исем итеп һайлай..
       - Рәссам шул уҡ әкиәтсе ул, - ти Алина, - ул яңы, матур ысынбарлыҡ булдыра, һәм уға шул тиклем ышанғы килә...
       Алина Борай ҡасабаһында тыуып үҫә. Үҙен иҫләй башлағандан
       алып ҡыҙҙың ҡулынан ҡәләме төшмәй - тәбиғәт, кешеләр, бер һүҙ менән әйткәндә, барыһын да ҡағыҙ битенә төшөрә. Әммә иң мөһиме - уның бер ниндәй ҙә махсус художество белеме булмаған ата - әсәһе ҡыҙҙарының мауығыуына һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡарай.
       - Атайым менән әсәйем мине һәр ваҡыт дәртләндереп торҙо, - тип һөйләй Алина, - мин гел нимәлер төшөрә инем, һүрәттәрем әле лә һаҡлана!
       Бәлки бала хеҙмәтенә ошондай ихтирам менән ҡарау киләсәкк ә һөнәр һайлауҙа үҙ ролен уйнағандыр. Туғыҙ синыфты тамамлағандан һуң, Алина Өфө педучилищеһына уҡырға инә һәм ү ҙенең тәүге художество белемен ала. Артабан БДПУ - ла художество - графика факультетын тамамлай. Йәш рәссамды билдәле остаздар - Тәлғәт Мәсәлимов һәм Ринат Харисов уҡыта.
       Уҡыу тамамланғандан һуң тәүге күргәҙмә ойошторола - худграф
       сығарылыусылары 1999 йылда факультеттың 25 йыллығына арналған күргәҙмәлә ҡатнаша. Артабан Алина коллегаһы Ольга Зозуля менән берлектә шәхси күргәҙмәләрен ойоштора башлай.
       Әлеге ваҡытта Алина Мөслимова - БР Рәссамдар союзы эргәһендәге Йәш рәссамдар берекмәһе ағзаһы Уның һүрәттәре ҙур уңыш менән файҙалана. Тәнҡитселәр Алина эшләгән йүнәлешт е хатта "фолкмодерн" тип атарға тәҡдим итә. Уның эштәрендә милли стиль һәм оригиналь һәм техник йәһәттән заманса
       трактовкалар менән ҡыҙыҡһыныу ярылып ята. Үҙе әйтеүенсә, ҡыҙҙы бала саҡтан уҡ милли колорит, ауылса ябайлыҡ һәм матурлыҡ йәлеп итә. Бының барыһын да ул әле диплом эштәрендә үк асып бирергә тырыша.
       Бынан тыш Алина 96 - сы лицейҙа һүрәт төшөрөү сәнғәте дәрестәрен алып бара.
       - Уҡыусыларымдан уңдым, - ти ул. - Синыфта махсуслаштырыл ған өлкән синыфтар уҡый, нимәгә өйрәнергә теләүҙәрен беләләр
       һәм беҙ ваҡытты бушҡа уҙғармайбыҙ. Йыш ҡына мин уларға ижади мәсьәләләр бирәм, сөнки рәссамға үҙ - үҙеңде асыу мөмкинселеге кәрәк икәнлеген үҙемдән беләм.
       Уҡыусылары ла ярата уны, сөнки Алина менән бәхәсләшергә л ә, үҙ фекереңде белдерергә лә була, уларҙы бары тик теория менән нығытырға кәрәк, әлбиттә. Әйткәндәй, уларҙың күптәре уҡытыусыларының үҙенсәлекле күргәҙмәһендә булған да инде.
       Уны кәйеф күргәҙмәһе тип атарға булыр ине, сөнки унда һәр ерҙә сәскәләр, сәскәләр һәм сәскәләр. Һәм был осраҡлы түгел. Рәссамдың фекере буйынса, үҫемлектәр - тәбиғәттең иң матур ижады:
       - Был һүрәттәрҙә минең күңелем, минең яҙым. Ял иткәндә, б ашта бер уй ҙа, идея ла булмағанда мин сәскәләр төшөрәм.
       Алина Мөслимованың яҙ күргәҙмәһендә уның 2002 - 2005 йылдарҙа төшөрөлгән егерменән ашыу эше ҡуйылған, уларҙың һәр береһен дүрт юллыҡ шиғыр оҙатып килә - Светлана
       Соложенская, Наталья Рябинина, Людмила Сосновская һәм башҡа шағирәләрҙең лирикаһы.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал