6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Етәксе, слесарь, йыйыштырыусы... Спорт барыһын да бер рәткә ҡуя
07.04.05


       БР дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Кубогына Спартакиадаһы аҙағына яҡынлаша. Ошо көндәрҙә үткән өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе лә булып ҡайтты.
       Ойоштороусылар ҡуйған талап буйынса, ярышта һәр команданан дүртәр кеше ҡатнашырға тейеш ине. Ирҙәр йәш буйынса өс категорияға бүленде - утыҙҙан ҡырҡ йәшкә тиклем, ҡырҡ берҙән
       илле йәшкә һәм илле бер йәштән алтмыш йәшкә тиклем. Дүртенс е спортсы, регламент буйынса, ҡатын - ҡыҙ булырға тейеш ине .
       Ярышта ҡатнашыусыларҙың күпселегенең уйнау кимәлен "уртаса" тип һүрәтләргә булыр ине. Спорттың был төрөндә ярышҡа сығыусылар үҙҙәренең биләгән урыны тураһында онотоп,
       малайҙарға оҡшап, йәне - тәне менән уйынға бирелде, ә колле галарын дәртләндереп тороу маҡсаты менән килгән чиновниктар йәшел өҫтәлдәрҙә барған көрәш артынан ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Турнирҙа ҡатнашыусы дүртәү иҫәбенә инеп, туған учреждение намыҫын яҡлау бәхетенә эйә булыр өсөн ҡоро теләк кенә етмәй
       - уйынға иң көслөләр генә алынды. Хатта баш ҡаланың төп "спортсыһы", Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Александр Никерин да составҡа инмәгән һәм көйәрмән ролен ғына үтәргә мәжбүр булды.
       Беҙ иғтибарҙы етәкселәрҙең береһе - Башҡортостан Республи каһы Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса Идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Ғә биҙуллиндың нисек уйнауына йүнәлтәбеҙ. Уның бурыстарына Президент Хакимиәтенең барлыҡ ҡала һәм район хакимиәттәре менән бәйләнеш булдырыу һәм һуңғыларының эшен күҙәтеү инә. Ә ммә был кеше ваҡыт табып, шахмат йәки бильярд буйынса түгел, ә теремеклекте талап иткән теннис уйынында ҡатнашыуҙы
       хуп күрҙе.
       Был етәксе өлкән йәш категорияһында сығыш яһаны. Ракетканы Рәмил Ғиниәт улы азиат стилендә тота һәм бының менән ул ҡаршы яҡ уйынсыларына күп мәшәҡәт тыуҙырҙы. Нәтижәлә Ғәбиҙуллин үҙ категорияһында икенсе урын яуланы һәм "БР Президенты Хакимиәте" командаһының "копилкаһына" ҙур өлөш индерҙе. Беҙ уның ярыштарҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
       - Бындай сарала икенсе тапҡыр ҡатнашыуым. Элегерәк йәштәргә ҡаршы уйнарға тура килһә, бөгөн беҙҙе йәш буйынса категорияларға бүлделәр. Өҫтәл теннисы менән даими шөғөләнмәйем, ваҡыт юҡ. Ә бына мәктәп йылдарында ярата инем.
       Был ярыштар алдынан ике ай әҙерләндем. Яҡшы килеп сыҡты - ф орманы ла "көйләнем", команда намыҫын да яҡланым.
       Өҫтәл теннисының эштә ярҙамы тейәме Ул иғтибарлылыҡ һәм
       һалҡын ҡанлылыҡты һаҡлап ҡалырға, теге йәки был осраҡта тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүгә булышлыҡ итәлер тип уйлайым.
       Ярыштарҙа өҫтәл теннисы уйнарға яратҡан етәкселәр генә ҡатнашҡан икән тип уйлай күрмәгеҙ. Теге йәки был дәүләт учреждениеһы танытмаһы булған һәр хеҙмәткәр ракетка тотоп үҙ
       ойошмаһы өсөн уйнарға хоҡуҡлы. Команда вәкилдәре әйтеүенсә,
       ярыштарҙа хатта слесарь менән йыйыштырыусы ла ҡатнашҡан. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, спорт барыһын да бер рәткә ҡуйған.
       Һөҙөмтәлә призер - командалар түбәндәгесә билдәләнде: "ал тын" - "Өфө ҡала хакимиәте" командаһында, "көмөш" "Башҡортос тан Республикаһы Хакимиәте Аппаратында", уларҙан бер мәрәйгә
       генә ҡалышып, өсөнсө урынға "БР Президенты Хакимиәте" вәкил дәре сыҡты, уларҙа - "бронза".
       Спартакиданың аҙағына тиклем ике төр ярыштар уҙғарырға ҡалды. Хәҙер дәүләт хеҙмәткәрҙәре пневматик винтовканан атып ярышасаҡ, һуңғы һәм иң ҡыҙыҡлы төр - волейбол турниры буласаҡ.
       Әлеге ваҡытта дөйөм зачетта алда "Башҡортостан Республикаһы
       Президенты Хакимиәте" командаһы бара. Унан һуң "БР Хөкүмәте Аппараты", артабан "Өфө ҡала Хакимиәте" килә. Ҡалған ике ярышта Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Кубогы өсөн ошо өс команда көс һынашыр, моғайын.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал