6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Уйын автоматтары менән мауығыу был кешенән үлтереүсе яһаған
07.04.05


       26 йәшлек өфөлө Евгенийға суд сығарған хөкөм - ҡаты ре жимда 25 йыл. Үткән йылдың ноябрь айында уның аяуһыҙ рәүештә ауырлы ҡатын һәм уның бәләкәй улының ғүмерен ҡыйыуы тураһында "БАШвестЪ" гәзите яҙып сыҡҡайны инде. Беренсе булып был ҡот осҡос хәлде үлтерелгән ҡатындың ире күрә. Шок хәлендә булып, ул хатта милиция ла саҡырта алмай - күршеләр е ярҙамға килә. Бер аҙна ла үтеп өлгөрмәй - енәйәтсе тотола.
       Йәш ҡатын һәм өс йәше лә тулып өлгөрмәгән бала уйын автомат ы салондарының даими клиенты ҡорбаны - ундай "уйынсылар" хәҙер бик күп. Ҡасандыр Евгений автоматта 30 мең аҡса ота һ әм шул көндән башлап тәүлектәр буйы бар ваҡытын уйынға бағышлай. Әммә башҡаса уңыш йылмаймай уға, киреһенсә, бурысҡа бата бара. Өфөлөнөң рәсми эш урыны булмай, ә аҡса көн һайын кәрәк, билдәле. Башта ул таныштарынан бурысҡа ала,
       артабан йортонан ҡиммәтле әйберҙәрҙе сығарып һата. Ата - әс ә улдарын тыйырға маташып ҡарай, әммә был бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.
       Фажиғә булған кистә Евгений үҙенең күптәнге танышы Анатолийҙың йортона килә: уның ҡатыны ошо көндәрҙә декрет аҡсаһы алырға тейеш була - "уйынсы" ошоға иҫәп тота ла инде. Йәш ҡатын Евгенийҙы яҡшы белеүе сәбәпле, шикләнмәйенсә фатир ишеген аса. Аҡса һорауын ишеткәс, хужабикә уға улы уйнаған бүлмәгә үтеп, иренең ҡайтыуын көтөргә тәҡдим итә.
       Ҡатын залға йүнәлә, Евгений ҡапыл утты һүндерә һәм уны быуырға керешә. Шау - шыуға күрше бүлмәнән бәләкәй малай йүгереп сыға һәм: "Женя ағай, һин насар! Теймә әсәйемә!" тип ҡысҡырып, уға һуҡҡылай башлай. Ҡатын иҫен юғалтып йығыла, Евгений баланы аш - һыу бүлмәһенә һөйрәп алып инә һәм уның боғаҙын ҡырҡа һәм бер нисә тапҡыр бысаҡ менән ҡаҙай. Һигеҙ айлыҡ ауыры булған ҡатынға ла күп тапҡырҙар сәнсә.
       Артабан енәйәтсе фатир буйлап аҡса эҙләргә тотона. Әммә таба алмай һәм видеокамера менән кеҫә телефонын алып сығып к итә. Табышын ул уйын автоматтары салоны эргәһендә үк бер таксистҡа һата...
       Был турала Евгений үҙе судта ентекләп һөйләп бирҙе. Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таный һәм хатта үкенеүен белдерә.
       Иң ентекле экспертиза ла үлтереүсенең тулыһынса үҙ аңында
       булыуын билдәләне, тип хәбәр иттеләр гәзиткә республиканың Юғары судында. Евгений был фажиғәнең һәр миинутын хәтерләй. Әгәр ҙә ул аффект хәлендә булһа, иҫләмәҫкә тейеш булыр ине. Ниндәйҙер психик ауырыуы ла асыҡланмаған.
       Һуңғы һүҙҙәрен енәйәтсе ата - әсәһенә арнаны: "Минең ғәйебем бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймай. Мин һеҙгә лайыҡлы ул түгел..."

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал