6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Андрей Таратухин - Рәсәй командаһында беҙҙең уйынсы
07.04.05


       "Салауат Юлаев" командаһы уйынсыһы Андрей Таратухиндың Р әсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһына саҡырыу алыуы Өфө
       журналистарының күпселеге өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әммә факт факт булып ҡала - был уйынсы хоккей евротуры финалында һәм Австрияла үтәсәк донъя беренселегендә ҡатнашырға дәғүә иттеүселәр иҫәбенә индерелде.
       Рафаил Ишмәтов журналистарға милли командаға Игорь Григоренко һәм Андрей Таратухиндың саҡырыу алыуҙары хаҡында хәбәр иткәс, күптәр тәүге саҡырыу ғәҙел тип белдерҙе , ә бына икенсеһенә ҡағылышлы шик һиҙелә ине.
       Ике уйынсы ла үҙ ваҡытында йәштәр йыйылма командаһында уйнап, уның составында донъя беренселеген яулаған егеттәр.
       Григоренко был миҙгелдә лә "Салауат Юлаев" командаһында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте, ә бына Таратухиндың уйынын шәп тип
       әйтергә тел әйләнмәй. Дөрөҫ, "Авангард" тәрбиәләнеүсеһе "Салауат Юлаев" өсөн ҡайһы бер матчтарҙы бик юғары кимәлдә ү ткәрҙе - матур голдар индерҙе, көс көрәшендә үҙен яҡшы күрһәтә алды. Әммә был миҙгелде ул башынан сығарып ташлап, хоккей тормошон яңынан башлаһа яҡшыраҡ булыр ине. Таратухин ниндәй йондоҙҙан да шәберәк уйнай ала, перспективаһы бар - бәлки йыйылма командала үҙен аса алыр
       Беҙ был хоккейсы менән бәйләнешкә инеп, әлеге ваҡытта Новогорск ҡалаһында Рәсәй йыйылма командаһының ниндәй эштәр ҡыйратыуы хаҡында һөйләүен үтендек.
       - Владимир Плющев ҡул аҫтында әҙерлек үтәбеҙ. Әлегә соста в тулы түгел - барлығы туғыҙ кеше. Бында база яңыртылған, стадион хәҙер күпкә яҡшыраҡ.
       - Гәзиттәрҙә ремонттан һуң тренировкалар үтеүсе аренала һыуыҡ һәм боҙ артыҡ ҡаты тип яҙғайнылар, был дөрөҫмө
       - Юҡ. Хәҙер бында йылы, боҙ ҙа һәйбәт.
       - Ашатыу яғы нисек
       - Ярайһы.
       "Салауат Юлаев" менән сағыштырғанда яҡшыраҡмы әллә киреһе нсәме
       - Өфө командаһында яҡшыраҡ ине, әлбиттә.
       - Йыйылма командаға саҡырылыуығыҙға кем сәбәпсе
       - Владимир Плющев - мин элек унда уйнаным бит. Бынан тыш "Салауат Юлаев" Мәскәүгә килгәндә лә күрҙе ул мине. Көтөлмәг ән хәл, әлбиттә, әммә хәҙер составта урынға лайыҡлы булыуымд ы иҫбатларға кәрәк.
       - Рәсәй йыйылма командаһының яңы баш тренеры итеп
       Владимир Крикунов тәғәйенләнде. Ул Плющевты үҙенә ярҙамсы и теп алмаған, күрәһең.
       - Шулай, буғай. Беҙ был турала гәзиттәрҙән уҡып белдек.
       - Үҙегеҙҙең евротур финалында йыйылма команда өсөн уйнау һәм Австрияға донъя беренселегенә барыу мөмкинселектәрегеҙҙе  нисек баһалайһығыҙ
       - Иллегә илле.
       - Кем менән яҡындан аралашаһығыҙ
       - Минең иптәшем - ЦСКА- нан Денис Куляш, беҙ уның менән Омск мәктәбендә бергә уҡыныҡ.
       - "Салауат Юлаев" менән ике йыллыҡ контракт төҙөйәсәкһеге ҙме Һәм суперлиганың башҡа клубтарынан тәҡдимдәр бармы
       - Әлегә уйлайым. Тәҡдимдәр ҙә бар.
       Андрей Таратухин Рәсәй йыйылма командаһында урын өсөн ете
       билдәле уйынсы менән көс һынашасаҡ. Улар Павел Дацюк, Артем
       Чубарев ( икеһе лә - "Динамо"), Евгений Малкин (Магнитгорск
       "Металлургы"), Алексей Яшин ("Локомотив"), Александр Скугар ев ("Лада"), Сергей Зиновьев ("Аҡ Барс") һәм Антон Курьянов ("Авангард"). Алексей Кайгородов сәләмәтлеге арҡаһында иҫәпт ән сыҡты. Был амплуанан донъя чемпионатына биш хоккейсынан д а күберәк бармаҫ, моғайын. Әгәр Таратухин йыйылма команда за явкаһына ғына инһә лә, был уның өсөн бәләкәй батырлыҡ буласа ҡ. Ә инде ҙурын Австрияла күрһәтергә ҡала.

Алексей Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал