6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Күңел күҙҙәре күрә лә...
06.04.05


       Күҙҙәреңдән яҙырға Хоҙай ҡушмаһын - унан да ҙурыраҡ бәләне
       уйлап табыуы ла ҡыйын. Ул ваҡытта кеше күреү бәхетенән мәхрүм булыуҙан тыш кеше көнлө булып та ҡала. Башҡаларҙың ярҙамынан тыш урам аша ла сыға алмай, эшенә барып етеүе лә ауыр мәсьәлә... Эшкә урынлашыу иһә бөгөнгө көндә һуҡырҙарҙың
       иң төп проблемаһы. Ҡолағы ишетмәгән телһеҙҙе станок артына ултыртып була ла бит, ә бына һуҡыр өсөн айырым шарттар булдырырға кәрәк. Әммә совет заманында һуҡырҙар эшһеҙ ҡалмай торғайны. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: әгәр үҙгәртеп ҡороуға тиклем Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтендә ике йөҙҙән ашыу уҡытыу - производство предприятиелары иҫәпләнһә, бөгөн уларҙың һаны 163 ҡалған. 2005 йылдың ғинуар айына йәмғиәттә күҙ ауырыуҙары буйынса беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтар 230 мең иҫәпләнә, улар араһынан 31062 кешенең даими эш урыны бар.
       БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан алынға н мәғлүмәттәр буйынса республикала күҙ ауырыуы буйынса инвалидтарҙың һаны 12 мең, 5096 кеше иҫәптә тора.
       Әгәр 1980 йылдарҙа эшкә урынлашҡан инвалидтарҙың һаны 1315 булһа, 2005 йылдың беренсе ғинуарына улар 474 иҫәпләнә . Күҙ ауырыуҙары буйынса инвалидтар өсөн Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә уҡытыу - производство предприятиеһы бар. Дәүләт предприятие һәм ойошмаларында - 71, дауалау - профилактика учреждениеларында - 150, башҡа төрлө ойошмаларҙа 60 кеше эшләй. Эшләүгә һәләтле йәштә булған 1500 - гә яҡын инвалид эшһеҙ ултырырға мәжбүр, һәм был Бөтә
       Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Юрий Акшенцевты борсомай ҡалмай, әлбиттә. "Башинформ" агентлығында Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республика ойошмаһына 80 йыл тулыуына арналған матбуғат конференцияһында ул журналистар менән үҙен брсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашты.
       Байрамдарҙа яҡшы нимә тураһында ғына һүҙ алып барғы килә, әлбиттә, әммә бөгөн беҙҙең гәзиттең бурысы - иғтибарҙы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республика ойошмаһы проблемаларына йүнәлтеү. Эшкә урынлашыу мәсьәләһенән ҡала улар өсөн икенсе һорау 122 Федераль законғ а бәйле. Уның буйынса бөтә Рәсәй буйынса һуҡырҙарҙың уларҙы оҙатыусылар менән бергә транспортта бушлай йөрөү, телефон э лемтәһе, торлаҡ алыу һәм башҡа льготалары юҡҡа сыға. Күҙ ауырыуы буйынса беренсе группа инвалид булараҡ, Юрий Николаевич Өфөлә йөрөргә өйрәнеүе тураһында һөйләй, ә бына б аш ҡаланан ситкә сыҡҡан ваҡытта уға ла еңелгә тура килмәй. Әммә ул ҡул ҡаушырып ултырмай, нисек тә проблемаларҙы хәл итергә тырыша - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, Дәүләт Дума һына мөрәжәғәттәр ебәрә. Конференцияла ул былай тине:
       - Күҙ ауырыуҙары буйынса инвалидтар - йәмғиәт өсөн йөк тү гел. Улар эшләй ала һәм эшләргә теләй, уларға шарттар булдыр ырға ярҙам итергә генә кәрәк... Беҙ Хөкүмәт менән хеҙмәттәшл ек итергә, партнер булырға риза.
       Күҙ ауырыуы буйынса инвалидтар һаны бөгөн дә кәмемәй: һуҡырҙар һәм насар күреүсе 150 уҡыусы өсөн тәғәйенләнгән 28 - се интернат - мәктәптә 200 бала уҡый. Уларҙы алда нимә көт кәнен бер кем дә әйтә алмай. Тик шулай ҙа балалар өсөн яңы м әктәп, ә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Респуб лика ойошмаһы өсөн бағымсылар барлыҡҡа килеренә ышанысты юғалтҡы килмәй. Әлегә тиклем республикала бер эшҡыуарҙың да һуҡырҙарға иғтибар биргәне юҡ әле...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал