6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Комсомолда эшләү йылдарым - иң бәхетле осор
06.04.05


       Ил тарихында иң ҡеүәтле йәштәр ойошмаһы булған, хәҙер ин де юҡҡа сыҡҡан комсомолдың 85 йыллығы яҡынлаша. Комсомолда бер нисә быуын талантлы етәкселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дөйө м алғанда, тормошҡа битараф булмаусылар сынығыу алды. Бөгөн уларҙың күбеһе алдынғы рәттә, әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора, ойошма сафтарында туплаған тәжрибәһен файҙалана. Йәшлек йылдары алыҫ һуғыш ваҡытына тура килгәндәр ҙә, йәштәр
       ойошмаһына һуңыраҡ килгәндәр ҙә таный быны бөгөн. Комсомол биографияһы үҙгәртеп ҡороу таңында башланып, ВЛКСМ тарихы менә бергә тамамланған замандаштарыбыҙ ҙа комсомолдың уларға тормошҡа дөрөҫ юл күрһәтеүенә шикләнмәй. Баш ҡалала комсомол комитетының өсөнсө секретаре, бөгөн Башҡортостан Республикаһының юстиция министры урынбаҫары Све тлана Парфенова ла бының менән тулыһынса ризалаша.
       - Мин шул ваҡытта тыуғаным менән бәхетлемен, - ти ул. - Ә бына минең 21 йәшлек ҡыҙым йәмәғәт тормошонда ҡайнауҙың, ойошҡанлыҡтың нимә икәнлеген белмәй һәм мин уны йәлләйем. Ми не барыһына ла комсомол өйрәтте.
       - Светлана Рафат ҡыҙы, һеҙҙең комсомолда етәксе булып эшл әү эшмәкәрлегегеҙ 80 - се йылдар аҙағына 90 - сы йылдар башы на тура килә. Үҙгәртеп ҡороу, демократия - халыҡтың үҙаңы үҙ гәргән ваҡыт. Ҡыйын булдымы
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин был йәһәттән уңдым. Ул ваҡытта комсомолға бик күп нимә рөхсәт ителде. Тормошто үҙгәртке, йәштәр өсөн барыһын да эшләге килә ине. Беҙ тәүге күмәк сара лар ойошторҙоҡ, йәштәрҙе йыйҙыҡ. Милиция бөгөнгө кеүек һаҡла п торманы, йәғни беҙ эшләй ҙә, күңел аса ла белдек. Ул ваҡыт та десант ветерандары тәү башлап үҙ байрамдарына урамға сыға башланы. ВДВ көндәрен хәтерләйһегеҙме Беҙ ҡаланың власть органдарына был хәрәкәтте рөхсәт итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт
       иттек. Ҡурҡыныс ине: йә һине эштән бушаталар, йә йомошоңдо хәл итәләр. Һәм күптән түгел армиянан ҡайтҡан егеттәр эсеп алып Үҙәк баҙарға барып үҙ тәртибен урынлаштырырға тотондо. Кешеләргә теймәне улар, бары тик ситтән килеп һатҡандарҙың тауарын туҙҙырҙы. Шул ваҡыт РОВД начальнигы миңә: "Үҙең бутҡа бешерҙең, хәҙер теләһәң нимә эшлә", - тине (ул ваҡытта милицияға артыҡ ҡыҫылырға рөхсәт ителмәй ине). Мин өймәкләшк ән төркөм араһына ташландым һәм шул мәлдә йөҙөмә бер йоҙроҡ йүнәлгәнен күрҙем. Шул уҡ секундта уны икенсе бер ҡул тотоп алды. Башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған бер егет мине һаҡ ҡына итеп ситкә алып китте һәм:"Мин һеҙҙе хәте рләйем, һеҙ миңә комсомол билеты тапшырғайнығыҙ", - тине. Шу л тиклем тулҡынландырғыс мәл булды ул. Нисәмә йылдан һуң да ул үҙенә комсомол билеты тапшырған кешене хәтерләгән һәм, иң
       мөһиме, уны һаҡлап алып ҡалған. Тормошта тантаналы ваҡыттар
       күп булды, әммә мин һәр ваҡыт ошо осраҡты иҫләйем.
       - Башҡа сағыу осраҡтар ҙа булғандыр, моғайын...
       - Балалар менән бергәләп бер төн эсендә өлкәндәр эшләй ал мағанды эшләнек - Галленән уҡыусылар делегацияһы килеүгә лаг ерҙы әҙерләнек. Беҙгә немец балаларының бәҙрәфтәре айырым бу лырға тейеш, тинеләр. Шул уҡ ваҡытта аҡса ла, эшселәр ҙә бүл еп бирелмәне. Лагерь урынлашҡан совхоз материал бирҙе - бәҙр әфтәр ағастан эшләнде. Беҙҙең бурыс соҡор ҡаҙыу ине. Беҙ, ко мсомол етәкселәре, 14 - 18 йәштәге көслөрәк егеттәрҙе йыйҙыҡ
       та бер төн эсендә эште бөтөрҙөк. Үҙебеҙсә бик шәп килеп сыҡты. Иртәнге дүрттә баҫыу сәскәләренән гөлләмәләр тотоп юл буйынд а немец балалары делегацияһын ҡаршылай инек инде. Бөгөн йәштәрҙе уҡыу йорттары тирәһен таҙартырға өмәгә сығарып та булмай. Комсомол - тормошомдоң яҡты өлөшө, һәм йәшәгән һайын
       уның тураһында иҫтәлектәр йылыраҡ була бара.
       - Тормошҡа ашырған эштәрегеҙҙең ҡайһыһы күңелегеҙгә айырыуса яҡын
       - Ул ваҡытта комсомол күмәк саралар ойоштора башлаған ине . Минең тәҡдим буйынса, "Юбилей" мәҙәниәт һарайы директорыны ң ярҙамы менән "01", "02", "03" хеҙмәттәренә арналған кисә әҙерләнек. Реанимация машиналары аҙ булыуына ҡарамаҫтан, тейешле ваҡытта машина килеп туҡтаны һәм унан врач сыҡты. Ә быға тиклем кисәне алып барыусылар был кеше тураһында һөйләп, ул ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалған кешеләрҙе күрһәткәйне.
       Уны йәштәрҙең нисек ҡаршы алыуын күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙ ме "02", "03" менән дә шул уҡ хәл. Бөгөн ниңә ябай һөнәр ке шеләрен данламауҙарын аңламайым мин. Беҙ аламамы ул, яҡшымы,
       сәйәсмәндәргә оҡшарға теләйбеҙ хәҙер.
       - Ҡыйынлыҡтар ҙа булғандыр бит. Уларҙы нисек хәл иттегеҙ 
       - "Беҙ костюм һәм эшләпәлә булмаһаҡ та һеҙҙең кеүек үк ке шеләр, бары ирекле комсомол эшендәбеҙ" тип иҫбатларға тура к илде. Совет райкомының икенсе секретаре Илдар Юлбарисовтың һүҙҙәре ғүмергә хәтеремдә ҡалды. Ул миңә бер тапҡыр :"Комсом олец шуның менән айырылып тора ла: уны ишектән ҡыуаһың, ул тәҙрәнән килеп инә"- тине. Проблеманы хәл итә алмайһың икән,
       бер ниндәй сәбәп тә ҡабул ителмәй.
       - Әңгәмә башында, ҡыҙыыҙ хаҡында әйтеп, һеҙ бөгөнгө йәштә рҙе тәрбиәләү темаһына ҡағылып үттегеҙ. Уның комсомол кеүек мәктәбе юҡ шул...
       - Беҙ йәштәрҙе бигерәк әпәүләйбеҙ. Бар нимәнән дә һаҡларғ а тырышабыҙ. Өлкәндәр ғәйепле, әлбиттә. Йәштәр менән намыҫлы
       булырға кәрәк. Беҙҙә ҡайһы бер ойошмалар йәштәр өсөн түгел, үҙҙәре өсөн эшләй. Саралар үткәрәбеҙ икән, уларҙа ҡоро йырла йбыҙ ҙа бейейбеҙ. Төҙөлөшкә барһындар ине, төҙөлмәй ятҡан объекттар аҙмы ни Рус драма театры, Профсоюздар йорто, Яҡутов паркында уйын автоматтары залын кем төҙөгән Комсомол ецтар. Залды төҙөп бөтөрә алмағайныҡ, иң яҡшы штукатурға конкурс уйлап таптыҡ һәм эште бер шәмбе эсендә тамамлап та ҡуйҙыҡ.
       Наркотиктарға ҡаршы саралар үткәрәбеҙ: йәштәрр ҡарап тора , улар алдында артистар сығыш яһай. Алып бар һин уларҙы дауа ханаға, күрһәт был мауығыуҙың нимәгә алып килгәнен. Шунда уҡ өмә лә ойошторһондар. Ул ваҡытта был сараларҙан социаль - иҡтисади һөҙөмтә, ҡалаға файҙа булыр ине.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал