6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Бөрсәне лә дағалар Коненко
05.04.05


       - Юҡ, был мөмкин түгел! - республиканың Милли музей ына Анатолий Коненконың эштәрен ҡарарға килеүселәрҙең күпсел егеәйткән беренсе һүҙ ошолай яңғыраны. Мин дә лупа алып серә кәй мыйығында урынлашҡан 3,2 миллиметр ҙурлығындағы Эйфель б ашняһын күргәс, ошо уҡ һүҙҙең ауыҙымдан ысҡынғанын һиҙмәй ҙә
       ҡалдым. Артабан кедр сәтләүеге эсендә мамонттың һуҡҡы тешенән эшләнгән ике миллиметрлыҡ пасха йомортҡаһы - былар б арыһы ла кактус энәһе өҫтөндә урынлашҡан, йомортҡа тышындағы
       хәрефтәрҙең ҙурлығы 0, 03 мм... гәрәбә өҫтөндә талпан өсө н алтын муйынсаҡ һәм алҡалар... бөжәк мыйығында бейеклектәре
       0,25 мм булған алтындан эшләнгән буйволдар китеп бара... дө гө бөртөгөндә Каспаров һәм шахмат таҡтаһы... кеше сәсендә а лтын паровоз...мәк орлоғоноң өҫтөнә ҡуйылған балалайканың ҡы лдары үрмәксе ебенән эшләнгән... энә күҙендә алтын дөйәләр карауаны - барлығы 250 предмет! Быларҙың барыһын да эшләү өс өн авторҙың күпме ваҡыты киткәнен күҙ алдығыҙға килтерә алаһығыҙмы!
       Микроминиатюристың эшендә иң ҡатмарлыһы - технология әҙерләү икән. Мәҫәлән, данлыҡлы бөрсә өсөн даға әҙерләүгә Анатолий Иванович ете йыл сарыф иткән. Хәҙер иһә оҫта уны бе р - ике аҙна эсендә эшләй ала. Был уникаль күргәҙмәне ойошто роусы Галина Нефедова рәссамдың эшләгән ваҡытында уға күҙ һалһаң, йоҡлап ултыра тип тә уйларға мөмкинлеген белдерҙе, бары тик уның ҡулдары ғына микро - ижад барышы тураһында һөй ләй, ти ул. Эшендә Анатолий Иванович махсус рәүештә осланған
       медицина приборҙары һәм Хоҙай биргән талантын файҙалана. Оҫтаның күп кенә эштәре Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Уларҙың береһе - донъялағы иң бәләкәй китап ( 0 ,9 мм ) - Чеховтың "Хамелеон" китабын - микроскоп ярҙамында күрергә була. 30 битле, өс төҫлө һүрәт менән биҙәлгән был к итап 1997 йылда рус һәм инглиз телдәрендә 50 данала сыҡты. Бының өсөн баҫыу станогын да оҫта үҙе эшләй.
       Бәләкәй китаптар эшләү менән Анатолий Коненко 1994 йылдан , микроминиатюра сәнғәте менән - 1981 йылдан мауыға. Талантл ы "һулаҡай" Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында тыуа, урта мәктәпте Ҡаҙағстанда тамамлай. Артабан Омск ҡалаһында
       төҙөлөш техникумының "Архитектура" бүлегендә, Горький исемендәге педагогия институтының художество - графика факультетында, техник ижад институтында уҡый.
       Анатолий Иванович Себерҙә беренселәрҙән булып микроминиатюра менән шөғөлләнә башлай. Дөгө һәм мәк орлоҡтарында, кеше сәсендә яҙыу сәнғәтен камиллаштыра, емеш төштәрен һырлау, музыка инструменттары эшләү, бөжәктәр өсөн ювелир изделиелар, миниатюр мебель әҙерләүҙе үҙләштерә, микроептәр менән тегергә, микробырау менән тишергә өйрәнә. Анатолий Коненконың микроэштәре донъяның абруйлы дәүләт музейҙарында, Рәсәй, Германия, Япония, Канада, АҠШ, Франция,
       Дания, Испанияла шәхси коллекцияларҙа, ә ул дағалаған бөрсә
       РФ Президенты Владимир Путинда һаҡлана. Әйткәндәй, дағаларҙ ың һәр береһенең ҙурлығы - миллиметрҙың йөҙҙән биш өлөшөн
       тәшкил итә.
       Коненконың микроминиатюралар эшләү тәжрибәһе иҫ киткес, ә күргәҙмәһе - һоҡланырлыҡ. Унда яҡтылыҡ, изгелек һәм, иң мөһиме ғәжәйеп микродонъя бар. Үҙегеҙҙең ҙур эштәрегеҙҙе ситкә ташлап, бәләкәй донъяны күреп ҡалырға ашығығыҙ.
       "Себер һулаҡайы" күргәҙмәһе июнь башына тиклем эшләйәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал