6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Хоккей хулиганының тәүбәһе
05.04.05


       Беренсе апрель көнө "БАШвестЪ" интернет - гәзитендә "Хок кей уйнарға ҡәйнә ярҙам итәсәк" тигән баш аҫтында сыҡҡан мә ҡәләкөлкө көнөндә беҙҙең төп шаян материал булыуын аңлағанһы ғыҙҙыр, моғайын. Әммә ундағы мәғлүмәттәрҙең ҡайһы берҙәре ысынбарлыҡҡа тап килә. Бөгөнгө материалдың маҡсаты иһә шуғаа ңлатма биреү.
       Мәҡәләлә иң тәүге алдаҡ Николай Цулыгиндың команда буйынса
       үҙенең элекке партнеры Андрей Яхановтың танауын емерергә һүҙ биреүе. Хәйер, кем белә, һүҙ Рәсәй беренселегенең "алтын ы" тураһында бара бит. Артабан иһә элекке "юлаевсыларҙың" ни өсөн "Динамола" урындарын юғалтыу сәбәптәре шаярыуға ҡоролған ине. Ысынында иһә бирелгән һорауға Цулыгин былай тип яуап бирҙе:
       - Белмәйем, беҙ ул уйында бер шайба ла индермәнек, әммә үткәрмәнек тә, Крикунов үҙе беҙгә бер нимә тип тә өндәшмәне.
       Аңлайһығыҙмы, ул уйынсыларҙың арығанын күрһә, уларға ял бир ә. Трибуналарҙа Игорь Волков ҡына түгел, башҡа яҡшы хоккейсылар ҙа, әйтәйек, Александр Фролов ултыра.
       Игорь Волковҡа табыныусы ҡыҙҙар һәм Николай Цулыгиндың яр атҡан эсемлеге ҡымыҙ булыуы - бары тик уйҙырма ғына. Ә бына беҙ шылтыратҡан көндө Ишмәтовтың Финляндияла "Салауат
       Юлаев" командаһы өсөн таланттар эҙләүе - дөп - дөрөҫ. Һәм хатта баш тренерҙың Яромир Ягр һәм Уэйн Гретцкиҙың Өфө командаһында уйнаясағы тураһындағы һүҙҙәре лә ысынбарлыҡта я ңғыраны. Рафаил Ғәзиз улының был һүҙҙәрҙе шаяртып ҡына әйтеүе икенсе тема. Ә бына ҡәйнә тураһындағы мәғлүмәтте
       беҙҙең беренсе апрель "һаташыуы" тип кенә ҡабул итегеҙ.
       Александр Меркуловтың суперлига командаларынан бушатылған г енераль менеджерҙары хаҡындағы һүҙҙәре дөрөҫлөккә тап килә. Киләһе миҙгелдә уйнаясаҡ хоккейсылар исемлеге лә "Өфө клубын а уйынсылар һатып алыусының" һүҙҙәренән сығып яҙылды. Ә бына билдәле Скандинавия хоккейсыларының "Саалуат Юлаев" командаһына килеүенә ышанмағыҙ, был беҙҙең фантазия емеше ге нә.
       Әйтергә кәрәк, был мәҡәләнең өс респонденты ла беҙҙең беренсе апрель көнө команда тураһында шаяртыуыбыҙға үҙенең ризалығын бирҙе. Ә менеджер иһә:
       - "Алтын" оторға ниәтләйбеҙ, тип яҙығыҙ! - тип кәңәш тә б ирҙе.
       Беҙ шулай эшләнек тә. Тик әлегә "Салауат Юлаевтың" Рәсәй беренселегендә алтын наградалар яулауы хаҡында беренсе апрелдә шаярып ҡына һөйләүебеҙ йәл...

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал