6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Алтынай Төркиә эшҡыуарҙарын Башҡортостан менән таныштырасаҡ
05.04.05


       Апрель айында Башҡортостан Республикаһының рәсми делег ацияһы Истамбулда БР Вәкиллеген асыу сараһын үткәреү өсөн Төркиәгә юлланасаҡ. Ошо ваҡиға алдынан республикаға Төркиәнең "Реферанс" гәзитенән Тюлай Алтынай ханым килеп китте. Уны БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләто в ҡабул итте.
       Журналистка РФ Сауҙа вәкиллегенең Истамбулдағы филиалы етәксеһе Виктор Ильский менән берлектә "Рәсәй Мәскәүҙән ситтә" проекты өҫтөндә эшләй. Төрөк эшҡыуарҙарының Рәсәйҙәге коллегалары менән хеҙмәттәшлек итеү теләге ҙур, әммә беҙҙең ил тураһында уның баш ҡалаһынан ситтә бик белеп етмәйҙәр. Проектҡа ярашлы, Төркиә эшҡыуарҙарын ай һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәре менән таныштырырға планлаштырыла.
       Алтынай Ростов, Волгоград өлкәләренән байтаҡ материалдар туплап, үҙенең тыуған яғында сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙа бы л төбәктәрҙең иҡтисади хәле тураһында сығыш яһаған да инде. Сиратта - Башҡортостан, унан һуң - Себер. Тюлай шаяртып әйтмешләй, Себер һыуыҡтарына тиҙерәк өйрәнеү маҡсатында башта ул үҙен Урал бурандарында һынап ҡарарға ниәтләй.
       Бәйләнештәр киңәйергә һәм нығырға, ә беҙ бер - беребеҙҙе тәржемәсеһеҙ ҙә аңларға өйрәнергә тейешбеҙ, тип ышаныс менән әйтә ул. Башҡорт ерендә уны бик күптәрҙең Төркиәне яҡшы белеүе, иң мөһиме - телдәребеҙҙең оҡшаш булыуы ғәжәпләндергән. Әйкәндәй, Алтынай - уның фамилияһы, ә исеме - Тюлай. Төрки теленән ул тап беҙҙеңсә тәржемә ителә: тулы а й. Ә беҙ уны үҙ - ара "ай сибәре" тип йөрөттөк.
       Төркиә менән Башҡортостан араһында күптән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Вәкиллек асыу иһә яҡтарҙың сауҙа - иҡтисади, фәнни - техник, ижтимағи һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында һорауҙарын һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкинселек бирәсәк.
       Башҡортостан менән Төркиә араһында кесе һәм урта эшҡыуар лыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн БР Иҡтисад и үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы һәм Төркиәнең кесе һәм урта сәнәғәт предприятиелары үҫеше буйынса Союзы дирекцияһы араһы нда килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
       1997 йылда ике арала эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм яҡлау фонды булдырылды. Шифахана, курорт, ҡунаҡхана комплексы предприятиеларында хеҙмәтләндереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы дауам итеү ҙә мөһим мәсьәләләрҙән һанала.
       Хеҙмәттәшлектең алда торған йүнәлештәре иҫәбендә - үҙ - а ра тауар әйләнешен арттырыу, шул уҡ ваҡытта башҡорт предприятиелары, атап әйткәндә, агросәнәғәт комплексы ( бал, киптерелгән һәм ҡуйыртылған һөт, ликер - араҡы изделиелары),
       металлургия, фармацевтика һәм быяла сәнәғәте, нефтехимия, ағас һәм таш эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы экспортына айырым  иғтибар бүленәсәк. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәһендә
       хеҙмәттәшлек тә пландан ситтә ҡалмай.
       Төрөк журналисткаһы Сәтрлетамаҡ ҡалаһындағы ҙур предприятиеларҙа ла булды. "Каустикта" ул винилхлорид һәм поливинилхлорид етештереү цехтары менән танышты.
       Йола буйынса, стәрлетамаҡтар Алтынайҙы "Шихан" һыра алкоголһеҙ эсемлектәр комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә
       саҡырҙы һәм предприятие продукцияһын тәмләп ҡарарға тәҡдим итте.
       - Шунан, нисек - тип ҡыҙыҡһындыҡ беҙ.
       - Яҡшы! - тип баш бармағын өҫкә күтәрҙе ул.
       Үткән йылдың август айында Өфөлә Башҡортостан Республикаһ ы Хөкүмәте һәм Төркиәнең Өфөлә быяла етештереү буйынса эшләүсе "Анадолу Джам Санаи" компанияһы араһында хҙмәттәшлек
       буйынса пландар тураһында Протоколға ҡул ҡуйылғайны. Быяла һауыттар етештереү өлкәһендә ҙур билдәлелек яулаған "Шишеджам" компанияһы һыра өсөн бер тапҡыр файҙаланыла торған еңеләйтелгән шешә етештерергә ниәтләй.
       Ҡунаҡ өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһында ойошторолған мәҙәни программа ла бай булды. Республиканың Милли музейы, С алауат Юлаев һәйкәле янында, "Ләлә - Тюльпан" мәсетендә һәм башҡа урындарҙа ул бик ҙур теләк менән булды һәм күргәнен фотоға төшөрөп барҙы. Улар Төркиә баҫмаларында үҙ урынын табыр тип ышанырға ҡала.

Мәүлиҙә Яҡупова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал