6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Төклө аяғығыҙ менән!
16.09.03


       Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының
       яңы миҙгеле асылыуына күп ваҡыт ҡалманы. Быйыл ул айырыуса мауыҡтырғыс булырға вәғәҙә итә, сөнки профессионалдар рәтенә
       әле генә Мәскәүҙә уҡыуҙарын тамамлап ҡайтыусы ике йәш режис сер өҫтәләсәк.. Айрат Әбушахманов һәм Рөстәм Хәкимовтң эштәр е менән тамашасы таныш тип әйтергә була, сөнки Рәсәй театр сәнғәт академияһы сығарылыусыларының Мостай Кәрим һәм Сыңғыҙ
       Айтматов әҫәрҙәре буйынса яҙылған диплом эштәре театр сәхнә һендә донъя күрҙе. Айраттың Карло Гальдони әҫәре буйынса ҡуй ылған комедияһы "Нур" театры ҫәхнәһендә лә ҡуйылды.
       -- Режиссер булырға теләүегеҙҙе ҡасан аңланығыҙ, егеттә р
       Рөстәм:
       -- Ғәҙәттә мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ йә уны тамамлағас
       профессия һайлау тураһында уйлана башлайһың. Шул ваҡытта ни ндәйҙер көстөң һине кәрәк юҫыҡҡа йүнәлткәне тойола...
       Айрат:
       -- Аңлау тигән нимә һаман килеп етмәгәндер әле ул тип у йлайым. Бала сағымда ата - әсәләрем йыш ҡына гастролдәрҙә бу лғас мине оләсәйем менән ҡалдыра торғайнылар. Ул дингә ышана , миңә ҡыҙыҡлы легендалар һөйләй, Ҡөрьән сүрәләре уҡый торға йны. Шул ваҡытта минең уйымда һүрәттәр "терелгәнен" тәү башл ап һиҙҙем. "Лего" конструкторҙары сығарылмай ине әле, мин ҡу лыма нимә тура килә шуларҙы уйнатып үҙемсә "спектаклдәр" ҡуя
       инем.
       Беҙҙең художество етәксебеҙ Холмскийҙың фестивалгә килг ән бер ҡытай театры тураһында һөйләгәнен хәтерләйем. Бына ми ҫал өсөн уның бер спектакленән өҙөк. Бабай йылға яры буйлап китеп бара, шунан кәмәгә һикерә лә йөҙөп китә. Сәхнәлә декор ациялар юҡ иҫәбендә. Яланғас иҙән. Әммә ҡарт шундай итеп уйн ай, тамашасы уның ғәмәлдә уйын ғына булыуына хатта шикләнә башлай.
       Йәш режиссерҙарҙан киләсәккә пландары тураһында һорағас, Айрат көлөп ебәрҙе: "Алланы көлдөрәм тиһәң, уға үҙеңдең план дарың тураһында һөйлә". Был мәҡәләне ул ҡуйыу өсөн әлегә нин дәйҙер пьесала туҡталып өлгөрмәгәнгә күрә иҫенә төшөргәндер,
       моғайын. Был һайлауҙың ҡатмарлылығын ул бөгөнгө драматургта р әҫәрҙәренең күпселегенең заманға тап килмәүҙәрендә күрә.
       Айрат:
       -- Пьесаның замансамы, түгелме икәнлеген тота килеп кенә
       әйтеүе ҡыйын, әлбитә. Ғөмүмән, тамашасының нимә ҡарарға тел әүен белергә кәрәк. Рөстәм, мәҫәлән, үҙенең диплом эше өсөн Сыңғыҙ Айтматов әҫәрен, мин Мостай Кәримде һайланым. Был авт орҙарҙың кеше психологияһын нисек нескә аса белеүенә һоҡланы рлыҡ. Йә иһә Островскийҙы алайыҡ. Мәскәүҙә уҡыған арала беҙ был яҙыусыны үҙебеҙ өсөн яңынан астыҡ тиһәм яңылышмаҫмындыр. Уның алдан күрә белеү һәләте шул тиклем үткер, тимәк ул шул rhjkel үк заманға тап килә..
       Ни өсөн бөгөн драматургтар заманса яҡшы пьеса яҙа алмай
       тиһегеҙме. Әгәр ваҡытты тойоп яҙһалар, бөтә режиссерҙар ула рҙың әҫәре артынан йүгереп килер ине. Үткән йыл беҙҙең уҡытыусыбыҙ йәш авторҙарҙың бәләкәй хикәйә ләре буйынса спектакль ҡуйҙы. Ниңә уларҙы һайланығыҙ тигән һ орауға ул йәштәр кәрәк "нервыны " эләктерә алған, һөҙөмтәлә бөгөнгө конфликтты дөрөҫ һүрәтләйҙәр тип яуап бирҙе. Минең өсөн заманса әҙәбиәтме ул классикамы артыҡ мөһим түгел , тик заманса яңғыраһын ғына.
       -- Бөгөнгө авторҙар араһында береһе лә һеҙҙе йәлеп итмә й тип әйтергә ҡаламы инде
       Айрат:
       -- Миңә Флорид Бүләковтың пьесалары оҡшай. Бынан тыш хал ыҡ ижады, әлбиттә, эпостар, әйтемдәр. Бына беҙҙең драматургт ар уларға ҡарап пьесалар яҙһа, ниндәй шәп булыр ине.
       Рөстәм:
       -- Һәр бер спектакль заманса яңғырарға һәм йәмғиәт өсөн
       ниндәйҙәр ҡиммәттәр алып килергә тейеш.
       Вячеслав Долгачев Реджинальд Роуз әҫәре буйынса спектак ль ҡуйғанда мин ассистент вазифаһын үтәнем. Сюжет буйынса 12
       присяжный ғәйепләнеүсенең яҙмышын хәл итеп, уны электр улты рғысына ултыртырға тейеш булалар. Суд эше аҙағына яҡынлаша. Ғәйепләү вердикты әҙер тип әйтерлек, оҙаҡҡа һуҙмай ғына эште
       аҙағына еткерергә ҡала. Әммә присяжныйҙар араһында булған б ер йәш егет был вердикттың дөрөҫлөгөнә шикләнеп яңынан һорау ҙар бирә башлай һәм ике сәғәт эсендә ғәйепләнеүсенең енәйәт алыҫ тороуын иҫбатлай.
       Был спектакль нимә тураһында тип әйтергә була Кеше тиг ән исемде йөрөтөүселәрҙең намыҫ төшөнсәһен дә онот маҫҡа тей ешлеге тураһында ул. Ҡыҫҡаһы, һәр спектаклдә заманса ауаз яң ғырарға тейеш.
       Бөгөн мин Сәрүәр Суринаның "Алтын йөрәк" әкиәте буйынса
       спектакль әҙерләйем. Унда мин заман кешеләренең был донъя ҡ арашын сағылдырырға тейешмен. Әгәр булдыра алмаһам, тимәк та машасылар спектаклде ҡарамаясаҡ тигән һүҙ.
       -- Был спектакль кемдәр өсөн тәғәйенләнгән
       -- Бөтәһе өсөн дә.
       -- Тамашасылар уны ҡасан күрәсәк
       -- Ноябрь урталарында.
       -- Беҙҙең заман геройы ниндәй һуң ул һеҙҙеңсә
       Айрат:
       -- Төрлө. Уларҙың күпселенең эсмәүе, тартмауы, әҙәбиәт у ҡырға яратыуы ҡыуандыра. Беҙҙең ата - бабалар ҙа шундай булғ андыр, моғайын.
       -- Әүҙегеҙҙе заман геройҙары рәтенә индерәһегеҙме
       -- Әйтеүе ҡыйын. Беҙ ҡайҙалыр ике быуын араһындалыр, моғ айын. Хәҙерге йәштәр уй - хистәре икенсе төрлөрәк. Уларҙан, моғайан, геройҙар сығыр ҙа, ә беҙ үҙ эшебеҙ менән уларға яр ҙам итәсәкбеҙ.
       -- Өфө тамамшасыһы һәм театры тураһында нимә әйтерһегеҙ 
       Рөстәм:
       -- Бер һүҙ менән генә яуап биреүе ҡыйын был һорауға. Там ашасы актер кеүек ул, ниндәйҙер мәлдә асылып китә, шунда уҡ
       үҙенә йомолоуыла ихтимал.
       Айрат:
       -- Мәскәүҙә Петр Фоменко оҫтаханаһы бар. Унда йөрөгән т амашасы башҡа театрға, әйтәйек, Моссоветҡа бармаясаҡ.
       -- Әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙгә уңышлы спектаклдәр ҡуйыуығы ҙҙы теләйем.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал