6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Көлкө көнө - аҡыллылар көнө лә ул, ти Марсель Сәлимов
05.04.05


       - Көлә - көлә "Һәнәк" журналының карикатурасылар күргәҙмә һен асырға өйрәнеп тә бөттөк инде. Әммә быйылғы экспозиция я бай түгел, сөнки ағымдағы йыл Әтәс йылы ғына түгел, "Һәнәк" йылыла. Бөгөн беҙ юбилей билдәләйбеҙ - 80 йыл элек журналыбы ҙҙың тәүге һаны баҫылған, - тип һүҙ башланы "Һәнәк" журналын ың баш мөхәррире Марсель Сәлимов. - Ул ваҡыттан алып бик күп
       һыуҙар аҡҡан, ә бына материалдарыбыҙға беҙ һыу өҫтәмәҫкә тырышабыҙ. Рәссамдар ҙа шулай уҡ һыу ҡушылмаған юмор һәм сатира буяуҙары менән төшөрөргә әүәҫ. Уларҙың эше шул: яҡты һәм таҙаны ғына түгел, ә кире яҡтарҙы ла эләктерә һалыу. "Һә нәк" карикатурасыларының ижады һеҙгә бер нисә күңелле минут бүләк итер тип ышанабыҙ.
       Ысынлап та күңелле сара булып сыҡты был: рәссамдар янына
       ҡунаҡҡа килеүселәргә моңайып ултырырға тура килмәне. Күргәҙмәлә сағылыш табыусы төп темалар - ир менән ҡатындың хыянаты, халыҡ һәм власть, эскеселек һәм пенсионерҙарҙың льг оталарын бөтөрөү.
       "Беҙҙең ветерандар сәйер ҙә инде - аҡсаның һәр льготанан да яҡшыраҡ булыуын аңламай!" - чиновниктар пенсионерҙарҙың ризаһыҙлығы тураһында һүҙ йөрөтә. Бына икенсе һүрәт: ихатала
       егеттәргә эскеселек, наркомания һәм тәмәкетартыуҙы иҫкәртеү йылы өсөн "берҙе күтәрергә" тәҡдим итәләр. Ә бына фермала сусҡаларға "отошло" вариант тәҡдим ителә:" Беҙ һеҙҙең торлаҡты ремонтлайбыҙ, тик бының өсөн яртығыҙҙы шешлеккә ебәрергә тура киләсәк".
       - Бөгөн беҙҙең өсөн шатлыҡлы көн, - ти карикатурасылар. -
       Был күргәҙмә менән беҙ журнал уҡыусылар алдында яуап тотабы ҙ. Юмор һәм сатира - икеһе лә бик кәрәк нимә: юмор кешенең шәхси етешһеҙлектәренә иғтибар бирһә, сатира йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ярҙам итә.
       - Көлкө көнө - аҡыллылар көнө лә ул, - ти Марсель Сәлимов . - Юмор оҫтаһы эшмәкәрлегенең асылы - кеше көлдөрөү генә түгел,
       халыҡты хәсрәткә һалған мәлдәрҙе лә күреп ҡала белеү. Ире й ә ҡатынын ғына түгел, бар халыҡты алдап йәшәүселәр барлығын беләһегеҙ. Уларҙан айырмалы рәүештә беҙ бер - беребеҙҙе бөгөн генә алдаясаҡбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал