6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Герой яҡташыбыҙ
05.04.05


       1999 йылдың октябрь айында Өфөлә, Ибраһимов исемендәге
       бульварҙың 37/1 һанлы йортонда:"Был йортта 1975 - 1999 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы Геройы Доброрез Василий Павлович йәшәгән" тип яҙылған таҡтаташ асылды.
       Күршеләре уны тәжрибәле баҡсасы һәм балыҡсы булараҡ белә.
       Ә бына уның фронттағы батырлыҡтары тураһында ишеткәндәре бу лмай: Доброрез үтә баҫалҡы кеше була.
       Василий Павлович 1917 йылдың 31 ғинуарында Төнъяҡ Маньчжурияның (Ҡытай) Шуанчепу станцияһында донъяға килә. Уның атаһы тимер юлда стрелка күсереүсе булып эшләй. 1935 йылда ғаилә Башҡортостанға күскәс, улы атаһының эҙҙәренән китә һәм "Өфө" паровоз депоһына слесарь булып эшкә урынлаша.
       1941 йылдың 5 июнендә егет Ҡыҙыл Армия сафтарына алына. Күп тә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Василий Доброрез минер була һәм өлкән сержант дәрәжәһендә туҙанлы фронт юлдары буйлап дошмандың өңөнә тиклем атлай. Ҡыйыу һуғышсы бу лдып таныла. Шуға күрә Берлинды штурмлар алдынан батальон командиры Василий Павлович Доброрезға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһындағы хәбәргә полкташтары бер ҙә ғәжәпләнмәй.
       Ниндәй батырлығы өсөн ул Алтын Йондоҙ менән бүләкләнә
       76 - сы айырым штурм инженер - сапер батальоны бүлексәһе командиры Доброрезға ( 16 - сы штурм бригадаһы, 1 - се Украи на фронты) Одер йылғаһы аша сығыуҙы әҙерләгәндә яуаплы бурыс
       йөкмәтелә.
       Был хәл 1945 йылдың 28 ғинуарына ҡараған төндә була.
       Айырым сапер батальоны командиры саперҙарҙың хәрби төркөм командирҙарын йыйып ала һәм һул ярҙа дошмандың мина я ланында танк һәм атышсы батальондар өсөн юл таҙартыу бурысын ҡуя. Бының өсөн башта йылға аша сығырға кәрәк була.
       Дошман һул яҡ ярҙа ҡеүәтле тимер - бетон нығытмалар ғына түгел, күп һанлы күҙәтеү постары ла урынлаштыра. Әммә приказ ды үтәргә кәрәк. Өлкән сержант Доброрездың төркөмө йылға аша сыға башлай. Фашистар утты йәлләмәй яуҙыра. Снарядтар йылғағ а төшөп шартлай, төркөм ҙур юғалтыуҙар кисерә. Йылғаны аша с ығыуға өлгәшкәндәрҙең дә байтағы ҡаршы ярҙа һәләк була. Мина яланына сержанттар Доброрез менән Захаров һәм тағы бер йәш һалдат ҡына барып етә һәм танктар үтерлек урын таҙарта. Танктар артынан атышсы батальондар бара.
       Советтар Союзы Геройы исеме В. П. Доброрезға 1945 йылдың 10 апрелендә бирелә.
       Сержанттың хәрби яҙмышында бындай яуаплы бурыстар аҙ йөкмәтәлмәй, әлбиттә. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһы яугир ғүмеренә
       ҡурҡыныс менән янай. Ветерандың түшен Алтын Йондоҙҙан тыш ю ҡҡа ғына Ленин, беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Ҡыҙыл Йондоҙ, күп һанлы миҙалдар биҙәмәй. Беренсе Украина фронты сотавында ул Еңеү парадында ҡатнаша.
       Һуғыштан һуң Василий Павлович яңынан үҙенең туған коллект ивына әйләнеп ҡайта. Башҡортостан тимер юлы бүлексәһендә инструктор, хәрбиләштерелгән һаҡ начальнигы урынбаҫары, инженер һәм өлкән инженер булып эшләй.
       Уны һуңғы көндәренә тиклем тимер юлдың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандар Советында күрергә була ине.
       Советтар Союзы Геройы Василий Павлович Доброрез 1999 йылдың 4 апрелендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.
       Һүрәттәрҙә: ветеран тимер юлсылар. Уң яҡтан икенсе - В. П. Доброрез.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал