6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Страховкалау компанияһы башлығы Өфөлә булып китте
04.04.05


       Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ үҙендә "Росгосстрах" бүлексәләр е белгестәрен ҡабул итте. Рәсәйҙең иң ҙур страховкалау компа нияһының дүрт йөҙҙән ашыу хеҙмәткәрен йыйған форум, һис һүҙһ еҙ, республиканың финанс донъяһында ҙур ваҡиға булып тора. Ө фө страховкалаусылары Удмурт, Ырымбур, Ҡурған, Свердлов, Силәбе өлкәләренән килгән коллегалары менән осрашты. Улар араһында клиенттарҙы хеҙмәтләндереү йәһәтенән һатыу һәм сығымдарҙы көйләү буйынса менеджерҙарҙан алып страховкалау а генттарын әҙерләп сығарыусы белгестәргә тиклем бар ине. Дөйөм семинар маҡсаты - барлыҡ бүлексәләрҙә лә( улар ике мең дән ашыу) страховкалау эшмәкәрлеген үткәреүҙең стандарттарын
       нығытыу һәм страховкалау баҙарында артабан эшләү йүнәлештәр ен билдәләү. Башлыса алғанда, һөйләшеү "Росгосстрахтың" яңы проекты - урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ милкен страховкалау программаһы тураһында барҙы. Ул әлегә киң үҫеш алмаған, әммә , "Росгосстрах - Аккордтың" генераль директоры Юрий Шпизель һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө бүлексәләре быға әҙер.
       Корпоратив сараның төп ҡунағы "Росгосстрах" асыҡ акционер ҙар йәмғиәтенең генераль директоры Данил Хачатуров булды. Бы л сараға тиклем Рәсәй страховкалау компанияһы башлығы Юрий Ш пизель менән берлектә журналистар менән осрашып, Рәсәйҙә стр аховкалау баҙарының бөгөнгө торошо, компания эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәйне.
       Данил Хачатуровтың һүҙҙәре буйынса, страховкалау баҙарыны ң үҫеше бер йүнәлештә генә барманы. 2000 - 2001 йылдарҙағы йылдам үҫеш 2002 йылда түбән төшөү, 2003 йылда күтәрелеү һәм үткән йыл - страховкалау премияһы йыйыуҙа тағы түбәнәйеү
       менән алмашынды. Ил буйынса ғүмерҙе страховкалауҙың дөйөм к үләме һиҙелерлек түбәнәйгән ( 149 - ҙан 102 миллиард һумға т иклем). Страховкалауҙың был төрөн ҡулланыусылар иң беренсе инвестиция инструменты булараҡ ҡабул итә, ә 2004 йылда халыҡ
       инвестициялары йәһәтенән проблемалар етерлек булды. Июль айынды банк ышанысына ҡағылышлы һынылышты ғына хәтергә
       төшөрәйек. Һөҙөмтәлә халыҡ депозиттары 20 - нән ете процент та тиклем төштө. Ауырлығын юғалтҡан доллар ҙа үҙ эшен эшләмә й ҡалманы. Курстың тотороҡһоҙлоғо валютаның мауыҡтырғыс көсө н кәметте, ә ғүмерҙе страховкалау буйынса оҙайлы килешеүҙәр йышыраҡ валютала билдәләнә.
       Ирекле страховкалауҙа башлыса шәхси һәм мөлкәтте страховк алау өҫтөнлөк ала ( үҫеш 27 һәм 22 процент). Һаулыҡ һаҡлау с истемаһындағы һынылыш арҡаһында ирекле медицина страховкалау ы бөгөн айырыуса һорау менән файҙалана.
       Үткән йылдың уңышы, һис шикһеҙ, "автогражданка". Йыл урта һына ОСАГО Рәсәй автомобилдәр паркын тулыһынса биләп алды ти п әйтергә була - 93 процент.
       Данил Хачатуров үҙ компанияһының уңыштары менән дә уртаҡл ашты. Йыл йомғаҡтары буйынса, "Росгосстрах" илдең страховкал ау баҙарында алдынғы урынға сыҡҡан. Өс йыл эсендә компания 54 - се урындан беренсе урынға күскән.
       "РГС" ОСАГО һәм граждандарҙың милкен страховкалау буйынса
       беренсе бара. Компанияның ышаныслылығы һәм тотороҡло булыуы
       уның рейтингы менән раҫлана. 2004 йылдың декабрь айында "Эк сперт РА" рейтинг агентлығы "РГС" компанияһы төркөмөнә "А++"
       рейтингы бирҙе, был компанияның ышаныслы һәм перспективалы
       булыуына дәлил.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал