6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Хоккей уйнарға ҡәйнә ярҙам итәсәк
04.04.05


       Башҡортостан Республикаһы хоккейында яңылыҡтар етерлек - ошо көндәрҙә составында Өфө уйынсылары Волков һәм Цулыгин бу лған Мәскәү "Динамоһы" плей - оффҡа үтеп инде.
       Башта ваҡытлыса "динамосылар" Игорь Волков һәм Николай Цулыгин хаҡында бер нисә һүҙ. Ярымфиналдың беренсе уйын овертаймында"Авангард" командаһынан 2 : 3 иҫәбе менән еңелгәндән һуң, "аҡлы - зәңгәрлеләрҙең" тренеры Крикунов Өфө
       егеттәрен Омск командаһына ҡаршы ике матчҡа сығарманы. Билдәле булыуынса, Мәскәүҙәр "юлаевсыларһыҙ" ҙа еңеү яуланы - 11 : 0 (үҙҙәрендә) һәм 1 : 0 (ҡунаҡта).
       Хәл иткес уйынға Николай Цулыгин сыҡты. "Салауат Юлаевтың " элеккке капитаны беҙгә "Динамоның" еңеү тантанаһы һәм Игор ь менән икеһенең ни өсөн "Авангардҡа" ҡаршы мөһим матчтарҙа ҡатнашмауы тураһында һөйләне:
       - Омск командаһын плей - оффтан сығарыусы хәл иткес уйын беҙгә еңел бирелде. Башта уҡ өс шайба индерҙек һәм артабан тыныс уйнаныҡ, хатта артыҡ тырышманыҡ та. Мин боҙға Никулин менән сыҡтым, һөжүм итеүҙә Овечкин, Чупин һәм Роса булды. " Динамоға" өс шайбаның икәүһен беҙ индерҙек. Хәҙер финалда "Л адаға" ҡаршы уйнаясаҡбыҙ, уның составында беҙҙең дуҫ егет Андрей Яханов та бар. Әммә ҡасандыр бер командала уйнауыбыҙ мөһим түгел, боҙҙа тәүге осрашыуҙа уҡ уны "емерергә" вәғәҙә
       бирәм.
       Ярымфиналдың беренсе матчында "Авнгардтан" һуң ниңә беҙҙе составтан сығарҙылар Юҡ - беҙ бер шайба ла индермәнек
       һәм үткәрмәнек тә. Был тарихтан сер яһағы килмәй, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, ике сәбәп булды. Тәүгеһе: мин ҡымыҙ яратыу ым арҡаһында ваҡытлыса урынһыҙ ҡалдым. Электән үк мин был си хәтле эсемлекте яратып эсәм. Ә бына "Динамо" врачына был оҡшап етмәгән. Ул ҡымыҙҙың градусы бар тип баш тренерға еткергән. Уныһы, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, мине ике уйынға сост автан сығарҙы. Ә ҡымыҙ бәләкәй йәрәхәттәрҙе бөтөрөүгә бик ны ҡ ярҙам итә.
       Волковҡа килгәндә, уның тарихы былай булды. Сибәр егет би т - Өфөлә үк уны ҡыҙҙар аптырата ине, ә бында, Мәскәүҙә, ула р бермә - бер артты. Телефонын алмаштырып та ҡарай, шылтырат ыуҙарға ла яуап бирмәй, тик файҙаһыҙ. Бына ошо "табыныусылар " арҡаһында Игорь үҙен тулыһынса уйынға бирә алманы. Тренер шул сәбәпле уға ял итергә ваҡыт бирҙе.
       Нимә әйтәһең инде, плей - офф серияһындағы финал матчтар ваҡытына ҡыҙҙар йәш форвардҡа тын алырға ваҡыт бирер тип ышанғы килә. Ниндәйҙер көмөш призерҙы үҙеңә өйләндергәнсе Рә сәй чемпионына кейәүгә сығыу яҡшыраҡ та инде!
       Иң мөһиме - әлеге ваҡытта Финляндияла булған Рафаил Ишмәтов меәнн телефон аша бәйләнешкә инә алдыҡ.
       - Рафаил Ғәзиз улы, "Салауат Юлаев" командаһы кемдәр менә н тулыландырыласаҡ һәм Өфө командаһы менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар бармы
       - Якимович ике йылға ҡул ҡуйҙы, бынан тыш командаға Яроми р Ягр һәм Уэйн Гретцки ҡайтасаҡ тип яҙығыҙ. Тағы беҙгә профе ссиональ психолог кәрәк. Ә минең ҡәйнәм (әйткәндәй, һеҙ, жур налистар, уны бик яратаһығыҙ) - психология фәндәре докторы, быйыл Санкт - Петербург вуздарының береһендә уҡытыуын тамамл аны. Ул егеттәрҙе уйын алдынан ҡыҙҙырып ебәрә алыр һәм тәнә фес ваҡытында кемдең психологик йәһәттән проблемалары булыуын асыҡлай алыр тип уйлайым. Һеҙ ҙә хәҙер уның менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. Ә составҡа килгәндә, был тура ла команданың менеджеры Александр Меркулов менән һөйләшә ала һығыҙ.
       "Салауат Юлаевтың" менеджеры һүҙ ҡуйыртырға теләмәне:
       - Коллегаларымдың яртыһы был миҙгел аҙағында эшенән бушат ылды, миңә тағы бер мөмкинселек бирелде. Беҙ ҡыҙыҡһынған хок кейсыларҙың исемен атамайым, сөнки уларҙы башҡалар әүрәтеүе мөмкин. Әлегә мин бер нисә кеше тураһында ғына ышаныс менән әйтә алам: Владимир Логинов, Игорь Волков, Денис Хлыстов, В ячеслав Селуянов, Сергей Сальников киләһе миҙгелгә контрактҡ а ҡул ҡуйҙы. Ҡалғандары әлегә өндәшмәй һәм апрель аҙағына ғына ҡарар ҡабул итәсәк.
       Хәҙер барыһы ла сит ил хоккейсыларының Рәсәй суперлигаһын да уйнау - уйнамауынан тора. Әлегә бер нисә мегайондоҙ алырғ а планлаштырабыҙ. Фин хоккейсылары араһынан бер нисә кандида ттың фамилияһын әйтеп китә алам: Туому Руту, Олли Йокинен, Э са Пирнес, ҡапҡа һаҡсылары Ахонен, Хурме һәм башҡалар. Ниңә аҡса түгәбеҙ, тиһегеҙме Сөнки Өфөгә "алтын" тураһында уйлар ға ваҡыт.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал