6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яуыз, аҡыллы, хәйләкәр һәм... кеше ярҙамына мохтаж
04.04.05


       "Ҡәҙерле Иа! Тыуған көнөңдә һиңә бынауы шәп бауҙы бүлә к итергә теләйем!" "Ҡанатлы" һүҙҙәрҙең авторы иҫегеҙгә төштө мө Әлбиттә! Виини Пух һәм ишәк Иаға үҙенең үк ҡойроғон бүлә к итеүсе, тымауҙан йонсоған Өкө тураһында йәнһүрәт ҡарамаған
       совет балаһы юҡтыр ул.
       Һәм бына мин дә өкө тураһында төрлө тарихтар ишеткәндә, беренсе сиратта ошо йәнһүрәттәге өкөнө иҫкә төшөрәм.
       Бөгөн иһә был ҡош тураһында хәтергә төшөрмәү гөнаһ булыр ине. Сөнки ошо көндәрҙә бар донъя 99 - сы тапҡыр (!) Ҡоштар көнөн билдәләй. Ә 2005 йылды Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзы өкө йылы тип иғлан итте.
       Үткән йылдар ҙа ҡоштар йәмғиәтендә билдәле "шәхестәр" - тартай, һабан турғайы, торна, ҡарлуғас, ҡарабаш турғай, сыйырсыҡ, торомтай, көйөлдө, аҡ ҡауҙы исеме аҫтында үтте. Ғөмүмән, Рәсәйҙә Ҡоштар көнөнөң еңел булмаған яҙмышы тураһында бер аҙ һөйләп китергә кәрәктер, тип һанайым. Был байрамға башланғыс күптән - әле 1906 йылда, Ҡоштарҙы һаҡлау буйынса халыҡ - ара конвенцияға ҡул ҡуйылғас уҡ, һалынған. Беҙҙең илдә иһә Ҡоштар көнө егерме йыл үткәс, 1926 йылда, йәш натуралистар тәҡдиме буйынса билдәләнә башлай, ҡырҡынсы йылдарҙа был матур йола туҡтап ҡала һәм яңынан 1996 йылда ғына тергеҙелә - был юлы уны Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзы башлап ебәрә.
       Әйткәндәй, борон өкөгә ҙур ихтирам һәм ниндәйҙер кимәлдә ҡурҡыу тойғоһо менән дә ҡарағандар. Мәҫәлән, боронғо Грецияла өкө ҡыйыу һәм аҡыллы Афинаның алмаштырғыһыҙ юлдашы булып һаналған ( уларҙың һүрәттәре тәәңкәләрҙә лә баҫылған). Гректар был ҡоштарҙы аҡыллы, ғәҙел тип иҫәпләгән.
       Ә боронғо инктарҙа яуыз ҡош Сычиту хаҡында тарих һаҡланған. Рус халҡы иһә өкөгә төрлө ҡарашта торған, был фольклорҙа айырыуса сағыу күренә - йә ул бәхетһеҙлектәр килтереүсе "төн батшабикәһе", йә "аҡыллы баш өкө" һ. б. Бер һүҙ менән әйткән дә, барлыҡ был мәҡәл һәм әйтемдәр өкөнөң халыҡ араһында үтә лә популяр булыуы тураһында һөйләй.
       Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәләрендә өкө отрядына ҡараған ун төр йәшәй. Уларҙың икәүһе БР Ҡыҙыл китабына ла индерелгән. Башҡалары ла кешенең айырым иғтибарына, һаҡсыл ҡ арашына мохтаж.
       Бөгөн өкө төрөнә ҡараған ҡоштар Башҡортостан биләмәләрендә дәүләт ҡурсаулыҡтары, милли парктар, хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса дәүләт тәбиғәт заказниктарында һәм башҡа зоналарҙа һаҡлана. Билдәле булыуынса, был ҡоштар, яҡшы һунарсы булараҡ, тәбиғәткә күп файҙа алып килә, төнгө санита р тигән исемдәрен дә аҡлай.
       Өкөләрҙең күпселеге урмандарҙа көн итеүҙе хуп күрһә лә, у лар араһында ҡалаларҙың парк зоналарында йәшәүселәр ҙә бар. Юғарыла, ағастың кеше күҙенә күренмәгән ботаҡтары араһында о я ҡороусан була улар. Әммә йыш ҡына уларҙы ҡарғалар ... һата . Үтән йылда ғына Өфөнөң ҡотҡарыу хеҙмәтенә йыртҡыс ҡоштан
       ҡурҡҡан ҡарғалар өйөрөнөң ҡарҡылдашып төнгө "һунарсыны" эҙә рлекләүе тураһында алты тапҡыр шылтыратып хәбәр итеү теркәлгән. Бындай осраҡта хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса
       белгестәр мотлаҡ килеп, тигеҙ булмаған көрәштә ҡош йәрәхәт алыу - алмауын тикшерә, кәрәк була ҡалһа, уға ярҙам күрһәтә.
       Шулай итеп, кешеләр, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең кесе туғандарыбыҙ менән татыу йәшәйек. Уларҙың иң йыртҡысы ла КЕШЕ аңлауына мо хтаж. Артыҡ кеше булмаған кеүек, артыҡ хайуандар ҙа булмай. Тәбиғәттә барыһына ла урын етерлек.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал