6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
День в истории

Өфөгә Макаренконы нимә алып килгән
04.04.05


       "Һеҙ бик шәп эш эшләйһегеҙ, хеҙмәтегеҙ емештәре лә бына тигән булырға тейеш... һеҙ ғәжәйеп кеше һәм Рәсәй тап һеҙҙең кеүектәргә мохтаж", - тип яҙа Антон Семенович Макаренкоға А.
       М. Горький.
       А. С. Макаренко 1888 йылдың 13 мартында Харьковтан алыҫ түгел Белополье ҡалаһында эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Ғаилә Полтава губернаһына күсенгәндә малайға ун ике йәш була . Кременчугта ул училищеға уҡырға инә, артабан педагогика курстарында белемен арттыра. 1905 йылда, халыҡ уҡытыусыһы тигән исемгә эйә булып, үҙенең данлыҡлы педагог юлына аяҡ баҫа. "Мин уҡытыусы булып эшләгән тимер юл мәктәбендә һауа б ашҡа урындар менән сағыштырғанда һис шикһеҙ таҙараҡ ине, ысын пролетарийҙар йәмғиәте мәктәпте үҙ ҡулында тотто", - ти п хәтерләй һуңынан Антон Семенович.
       Тимер юл училищеһында революцион фекерҙәр яңғырай башлауы һәм уның ҡалала большевиктар хәрәкәтен яҡлаусы үҙәкк ә әүерелеүенә ғәжәпләнергә тура килмәй. Етәкселек башта уның
       директорын, һуңынан "ышанысһыҙ" уҡытыусыны эштән бушатыуҙы хуп күрә.
       Макаренко артабанғы өс йыл дауамында Херсон губернаһының
       Домин станцияһы тимер юл училищеһында уҡыта, 1914 йылда Полтава уҡытыусылар институтын алтын миҙалға тамамлай.
       Октябрь революцияһын егерме туғыҙ йәшлек уҡытыусы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала: "Октябрҙән һуң минең алдымда киң офоҡтар асылды". 1920 йылда Полтава губернаһының халыҡ мәғарифы бүлеге А. С. Макаренкоға балиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар өсөн колония ойоштороу бурысын йөкмәтә. Уның Горький исемендәге колонияла эшмәкәрлеге совет педагогикаһы
       тарихында яңы бит аса.
       Уҡытыусының үҙенә юл ярып алдан барырға тура килә. "Йәш енәйәтселәр колонияһының элекке тәжрибәһе бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килмәй, яңы тәжрибә лә, китаптар ҙа юҡ. Мин
       Горькийға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым". А. М. Горькийҙың
       иғтибары һәм ярҙамы Антон Семеновичҡа күп һанлы ҡыйынлыҡтар ҙы үтеп, көслө, шат күңелле, эшһөйәр коллектив булдырырға, уның менән бергә тәрбиәләүҙең яңы системаһын төҙөргә булышлыҡ итә.
       1927 - 1935 йылдарҙа А. Макаренко Дзержинский исемендәге балалар коммунаһында эшләй. 1932 йылда уның "Утыҙынсы йылдар маршы", 1935 - се йылда - "Педагогика поэмаһы" тигән китабы донъя күрә. Китаптың ҙур уңыш ҡаҙаныуы педагог һәм яҙыусының артабанғы юлын билдәләй. Ул Мәскәүҙә, әҙәбиәт һәм ижтимағи - педагогика эшмәкәрлегендә ҡайнап йәшәй. Ошо ваҡытта уның бик шәп теория хеҙмәттәре яҙыла, "Башнялағы бай раҡтар" повесе баҫыла.
       А. С. Макаренконың ҡаҙаныштары Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены  менән билдәләнә. Антон Семеновичтың педагогикаға ҡарашы киң таралыу таба, үҙе яңы ижади хыялдар менән янып йәшәй. Әм мә 1939 йылдың 1 апрелендә уның ғүмер юлы өҙөлә.
       А. С. Макаренко биографияһының Башҡортостанға бәйле бите
       һаман да тулыһынса тикшерелмәгән әле. 1933 йылда ул үҙенең тәрбиәләнеүсеһе, һуңынан НКВД хеҙмәткәре Иван Кузьменко менән Өфөгә килә, бында уҡытыусы балалар хеҙмәт коммунаһы төҙөргә булышлыҡ күрһәтә. Әйткәндәй, буласаҡ Советтар Союзы Геройы Александр Матросов тап ошо коммунала тәрбиәләнә.
       Антон Семенович өфөлөләр менән үҙенең Горький һәм Дзержинский исемендәге балалар хеҙмәт коммуналары төҙөгәндә алған тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
       1934 йылдың сентябрь айында Өфөләге балалар хеҙмәт колони яһының тыуған көнө билдәләнә. А. С. Макаренко бер йыл эсендә коммунарҙарҙың бер һәм ике ҡатлы производство корпустары, икмәк бешереү урыны, склад, клуб, йәшелсә һаҡлау
       урыны, тимерлек, мал һарайы төҙөүе тураһындағы яңылыҡты бик
       шатланып ҡабул итә. Скверы һәм физкультура ҡаласығы булған тулы бер ҡасаба үҫеп сыға. Коммунарҙар мебель етештереү, аяҡ
       кейеме тегеү, полиграфия техникаһын үҙләштерә, үҙҙәрен йәшелсә һәм икмәк менән тулыһынса тәьмин итә.
       Юбилей уңайынан үткәрелгән тантанала А. М. Горькийға, "бөйөк пролетар яҙыусы, намыҫлы хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан кисәге енәйәтселәрҙең дуҫына" телеграмма уҡып ишеттерелә.
       Күрәһең, Өфөгә А. С. Макаренко уның үтенесе буйынса килгән дер.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал