6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Михаил Бугера Дәүләт Думаһы серҙәрен аса
04.04.05


       - Бөгөнгө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ҡабул иткән законда р үҙҙәренең нигеҙле булыуы менән айырыла һәм быны халыҡ һиҙмәй ҡалмай, - тип билдәләне журналистар менән осрашҡанда Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Бугера.
       Бының менән бәхәсләшеүе ҡыйын - льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу йәки оҙайтылған яңы йыл байрамдарын ғына иҫкә
       төшөрөү етә. Әйткәндәй, ял һәм байрам көндәре, дәүләт символдары һәм башҡа ошондай һорауҙар депутаттар арһында айырыуса ҙур бәхәстәр тыуҙыра тип таный депутат.
       - Ғинуар байрамдарына килгәндә, депутаттар арттырып ебәре үҙәрен аңланы һәм киләһе йылға был хәлде төҙәтергә вәғәҙә итәләр, - тине матбуғат конференцияһы геройы. Һәм был Михаил Бугераның журналистарға асҡан берҙән - бер сере булманы.
       Баҡһаң, халыҡ һайланыусыларының иң ҙур хыялы бюджет һәм һалымдар буйынса Комитетта эшләү икән:
       - Үҙҙәренең ихтыярында булһа, депутаттарҙың яртыһы унда күсер ине - тине ул. - Уға ҡаршы яҡта тороусы тип Ҡатын - ҡы ҙ, ғаилә һәм йәштәр эштәре буйынса Комитетты атарға булалыр, моғайын. Унан закон сығарыу инициативалары бик аҙ килә.
       Михаил Бугера үҙе тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәт менән файҙаланыу Комитеты вәкиле. Унан тыш Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһынан туғыҙ депутат эшләй. Матбуғат конференцияһы геройы әйтеүенсә, илдең юғары закондар сығарыу органында урындағы закон сығарыу инициативаларына һаҡ ҡарашта торалар, сөнки: " төбәк депутаттары үҙҙәренең шә хси мәнфәғәтен алға ҡуйыуы мөмкин тип шикләнәләр".
       Ә Башҡортостандан депутаттарға һуңғы арала бөтөнләй ҡыйынға тура килә:
       - Мине күрһәләр, мотлаҡ Благовещен тураһында һорау бирерг ә кәрәк тип табалар - йәнәһе, нимә ҡыйраталар унда
       Бугера хоҡуҡ һаҡлау органдары билдәле ваҡыттарҙа көс ҡулланыу өсөн көс структуралары тип һанала, тип иҫәпләй.
       - Башҡортостанға икенсе Ҡырғыҙстан хәлендә ҡалыу янамай, әлбиттә - төбәк үҫешенең юғары кимәлдә булыуы һәм үҙен ҙур Рәсәйҙең бер өлөшө тип һанауҙан килә был. Әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙҙәрен тәүәккәлерәк тоторға тейеш булған хәлдәр ҙ ә осрай.
       Һөйләшеү аҙағынан матбуғат конференцияһы геройы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бер аҙ шелтәләп алыуҙы кәрәк тип тапты ( юҡһа ниндәй депутат булһын инде ул). Һуңғы социа ль һорау алыуҙар буйынса Дәүләт Думаһы эшмәкәрлегенә рәсәйле ләрҙең дүрттән өс өлөшө кире ҡарашта булыуын әйтеп, Михаил Бугера был фекерҙе барлыҡҡа килтереүҙә матбуғаттың роле ҙур
       тип белдерҙе.
       - Киң мәғлүмәт саралары Жириновскийҙың ҡыланыштарын
       сурытырға ярата, ә ябай эш барған ваҡытта иһә йыш ҡына
       журналистарҙың урыны буш була...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал