6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ауыл халҡы үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаясаҡ
31.03.05


       Метеорологтар яҙҙың оҙайлы килеүен вәғәҙә итһә, яҙғы сәс еү эштәренә бер ай - ай ярым тирәһе генә ваҡыт ҡалып бара. В аҡыт, күреүегеҙсә, күп түгел, әммә сәсеүҙең үҙ ваҡытында үтә сәген күҙалларға сәбәптәр бар.
       Был ышаныс ҡайҙан килә Беренсенән, ауыл эшсәндәре сәсеү материалын 96 процент әҙерлеккә еткерҙе. Ул ғына түгел, 17 район хужалыҡтары иртәгәнән сәсеү кампанияһын башлап ебәрергә әҙер, уларҙа яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ тулыһынса таҙартылып эшкәртелгән.
       Тик бындай "пионерҙарса" әҙерлекте һәр ерҙә лә күрергә мөмки тип әйтеүе ҡыйын. Планлаштырылған эш күләменең дүрттә н бер өлөшөн дә башҡарып өлгөрмәгән райондар бар. Кушнарен, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Нуриман райондарының ауыл хужа лығы тауарҙары етештереүселәре орлоҡ әҙерләүгә баштан уҡ "гөбөргәйел" йылдамлығы менән тотондо, унда 12 - 26 проц ент орлоҡтоң сифат нормаһы кондицияға еткерелмәгән.
       БР Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйылғ ы яҙғы сәсеүҙе үткәреүгә крәҫтиәндәр барлығы 380 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һалып ҡалдырған. Һәм быйыл орлоҡ материалының сифаты башҡа йылдар менән сағыштырғанда к үпкә юғарыраҡ. Иң мөһиме, быйыл махсус рәүештә ҡоро эре орло ҡ һайлап алынды, уларҙың шытыу һәләте юғары. Әҙерләнгән орлоҡ сәсеүҙе бик үк уңайлы булмаған һауа шарттарында ла яҡш ы үткәреп, халыҡты икмәк менән тәьмин итеү өсөн етерлек.
       Әйткәндәй, быйыл республиканың иген фондын булдырыу йәһәт енән үҙгәрештәр көтөлә. Ул кәмерәк күләмдә һәм бары тик аҙыҡ
       - түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнәсәк. Республиканың иген фонды операторҙары конкурс нигеҙендә һайланасаҡ.
       Сәсеүҙе уңышлы үткәреү өсөн ауыл хужалығы техникаһының төҙөк булыуы бик ҙур роль уйнай. Был йәһәттән дә әлегә барыһ ы ла яҡшы булырға оҡшай. Бөгөн сәскестәрҙең 90 проценты, һабандарҙың - 89, культиваторҙарҙың - 93, яҫы төрәндең 91
       проценты, тракторҙарҙың 83 проценты әҙерлек һыҙығына ҡуйылғ ан. Быйылғы күрһәткестәр үткән йыл менән сағыштырғанда бер
       ни тиклем юғарыраҡ.
       Әлеге ваҡытта күп кенә ауыл хужалығы предприятиеларында м инераль ашлама, яғыулыҡ - майлау материалдары туплау бара.
       Агросәнәғәт комплексы предприятиелары быйыл сәсеү кампани яһы өсөн кредитҡа иҫәп тота аламы Юҡтыр, моғайын. Бөгөн һүҙ
       ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең дәүләт яҡлауына и ҫәп тотоуҙан туҡтап, үҙ көстәренә таяныуын, банк кредиттарын әүҙемерәк ҡулланыуы тураһында бара.
       Крәҫтиәндәргә шунда уҡ валериана тамыҙа башларға иртәрәк
       тип әйтке килә. Үҙгәрештәр ауыл эшсәндәренең үҙ проблемалар  на ҡаршы япа - яңғыҙ ҡалыуын аңлатмай. Үткән йылдарҙағы ке үек үк банк процентының өстән ике өлөшө Рәсәй бюджетынан, өс тән бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан ҡапланасаҡ. Бынан тыш Ба шҡортостан Хөкүмәте ауыл эшсәндәренә химиялаштырыуҙы үткәреү ҙе арзанайтыу өсөн 200 миллион һум бүләсәк.
       Асыҡланыуынса, ауыл хужалығы етештереүселәре быйыл да дәүләттән бер аҙ ярҙам аласаҡ, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда был һан аҙыраҡ. Мәҫәлән, федераль һәм республи ка ҡаҙнаһынан тоҡом малын үрсетеү, тупраҡты ашлау, элиталы орлоҡ алыу, техника һәм мал лизингына аҡса бүлеү планлаштыры ла.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал