6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хаҡтар

Араҡыға хаҡ арта -- һөткә кәмей
18.09.03


       Башҡортостан Республикаһының Дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүге ярты йылда инфляция
       кимәле 6,8 процент тәшкил итте (Рәсәйҙә -- 7,9 процент). Йыл башы менән сағыштырғанда, бөгөн хаҡтарҙың бер аҙ артыуы күҙәтелә. Шулай, аҙыҡ - түлек тауарҙарына, спиртлы эсемлектә рҙе лә иҫәпкә алып, хаҡтар индексы 104.8 процент тәшкил итте . Аҙыҡ - түлек араһында ярма, емеш - еләк һәм йәшелсәгә хаҡ артыуы айырыуса күҙгә ташлана. Шулай уҡ бал, он, икмәк, тоҙ һәм туңдырмаға хаҡтар 12 - 15 процентҡа артҡан. Йыл башынан спиртлы эсемлектәргә лә хаҡ артыуы күҙәтелде, ә бына һөт һәм һөт продукцияһына хаҡтар 8 процентҡа кәмегән. Й омортҡаға хаҡ 19 процентҡа кәмегән, һыйыр һәм сусҡа итен, аҡ
       майҙы һәм манный ярмаһын 2 - 5 процентҡа кәмерәк хаҡҡа һат ып ала алабыҙ.
       Хәҙер сәнәғәт тауарҙары тураһында һүҙ йөрөтөргә лә ваҡыт
       етте. Уларға хаҡтар индексы 103 процент. Беҙҙә сыҡҡан автом обилдәр хаҡы 19 процентҡа артты. Машинала йөрөргә яратыусыла р бензинға хаҡтың үҙгәреүен да һиҙгәндер, моғайын: ул йыл ба шынан 10 процентҡа артты. Велосипед, яҙыу өҫтәлдәре, ултырғы стар, йомшаҡ мебель, холодильник, алтындан эшләнгән биҙәнеү
       әйберҙәре, резина һәм спорт аяҡ кейемдәре, ғөмүмән, физик к ультура, спорт һәм туризмға ҡағылған тауарҙар кеүек үк 4 -- 12 процентҡа ҡыйбатланды. Металл, фарфор - фаянс һауыт - һаб а, төҙөлөш әйберҙәре, дарыу, уйынсыҡтар һәм тәмәкегә лә хаҡ артты. Ә бына мех әйберҙәр, телерадиотауарҙар, персональ ком пьютерҙар, кеҫә телефондарына килгәндә, уларҙы хәҙер 6 -- 14
       процентҡа арзаныраҡ хаҡҡа алып була. Халыҡты түләүле хеҙмәт ләндереү тураһында һөйләгәндә, был өлкәлә лә хаҡтарҙың ниндә йҙер кимәлгә артыуы күҙгә ташлана. Тәү сиратта был торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ артыуы менән бәйле (уртас а 1,4 тапҡыр). Был хеҙмәттәргә хаҡтар индексы ғинуар - июнь айҙарына 118,4 процент тәшкил итте.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал