6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Юбилейға иң ҙур бүләк - рейтинг артыуы булыр ине
30.03.05


       2006 йылдың 27 апрелендә Рәсәйҙең Беренсе Дәүләт Думаһы эшләй башлауына 100 йыл тула.
       Ярайһы уҡ ҙур һан һәм ул сәйәси әһәмиәткә эйә. Илебеҙҙә парламент барлыҡҡа килеүе уның демократияға үҙенсәлекле башланғыс һалыуына шик тыуҙырмай. Һәм был тантана айҡанлы ю билей сараларына әҙерлек эштәре башланды ла инде.
       Рәсәй һәм БДБ илдәренең заманса закон сығарыу органдарыны ң береһен дә ул Думаның эшен дауам итеүсе тип әйтеп булмай - революцияға тиклемге Рәсәй Дәүләт Думаларының эшмәкәрлеге тураһындағы иҫтәлек барлыҡ илдәребеҙ граждандарына ла тигеҙ тура килә. Ул уртаҡ тарихи мираҫыбыҙҙың мөһим бите. Шуға күрә быйылғы йылдың апрель айында уҡ БДБ Парламент - ара Ассамблея Советы "Рәсәй Дәүләт думаһының барлыҡҡа килеүенә 1 00 йыл тулыуын байрам итеү тураһында" ҡарар ҡабул итте. Хатта БДБ дәүләт башлыҡтары Советына 2006 йылды БДБ илдәренд ә Рәсәй Дәүләт Думаһы барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығы Йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итеү тураһында ҡарар ҙа ҡабул ителгән. Юбилей тантаналары программаһы әлегә тулыһынса асыҡланмаған, әммә Дәүләт Думаһының 100 йыллығы лайыҡлы билдәләнеренә шикләнмәҫкә була. Был юбилейҙа бер генә нимә кәйефте ҡырыуға һәләтле - у л да булһа Рәсәй Дәүләт Думаһының 2005 йылда халыҡ араһындағ ы рейтингы.
       Сөнки Рәсәй граждандарының дүрттән өс өлөшө Дәүләт Думаһы н һанға һуҡмай. Һәр хәлдә быйылғы йылдың февраль айында үткәргән тикшереүҙәр ошо турала һөйләй. Социологтар рәсәйлел әрҙең 2003 йылдың декабрь айында һайланған Думаның бөгөнгө с аҡырылышына мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһына. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Думаның үткән составында иң күп фракция влас ть фирҡәһе һәм коммунистарҙа ине, бынан тыш ул саҡырылышта С ПС һәм "Яблоко" фракциялары тарафынан либераль оппозиция күр һәтелде. Парламент һайлауҙарынан һуң хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Күпселек мандаттар "Берҙәм Рәсәйгә" эләкте. Унан тыш Думаға КПРФ, ЛДПР һәм "Родина" блогы ғына үтә алды. Либераль фирҡә ләрҙең береһе лә биш процент сиген аша атлауға өлгәшмәне.
       Күпселек рәсәйлеләрҙең фекере буйынса, был үҙгәрештәр парламент файҙаһына булманы. Дәүләт Думаһының эшен баһалау х аҡындағы һорауға респонденттарҙың яртыһы - 43 процент - депутаттарҙың эшенә кире ҡарашта тороуҙарын белдерҙе, сөнки улар "халыҡтың йәшәйешен насарайтыусы бер нисә закон ҡабул и тте". Популярлыҡ буйынса икенсе урында килеүсе яуап былай
       яңғырай: "Дума эшмәкәрлегенә битарафмын, сөнки парламент
       һәм закондар был тормошта бер нимәгә лә йоғонто яһамай". Йәғни депутаттар Рәсәй граждандарының 77 процентының яҡлауын а иҫәп тотмаһа ла була. Хәйер, ҡалғандарҙы ла бөгөнгө парлам ент яҡлылар иҫәбенә индереп булмай: 13 процент яуап бирергә ҡыйынһынды һәм бары тик ун процент ҡына Рәсәй парламентының r       Һуңғы йылда рәсәйлеләрҙең Дәүләт Думаһына мөнәсәбәте яҡшы рыуҙан алыҫ булды. Үткән йылдың апрель айында уҡ уның эшмәкә рлеген респонденттарҙың 49 проценты насар тип баһалағайны, к иләһе айҙа уларҙың һаны 58 процентҡа барып баҫты. Артабан бер ни тиклем ваҡыт скептиктар һаны илле менән алтмыш араһын да аҫылынып торҙо, ә үткән йылдың аҙағына 63 процентҡа етте.
       2005 йылдың ғинуар айында депутаттар эшмәкәрлегенә кире ҡар ашта булыуҙарын көтөлмәгәндә бары тик 49 процент белдерҙе - депутаттар тарафынан оҙайтылған каникулдар өсөн рәхмәт йөҙөн әндәр инде, моғайын. Әммә Дәүләт Думаһы был позицияла ҡала а лманы, март айында уға ҡаршылар һаны 64 процентҡа етте. Хәйе р, рәсәйлеләрҙең яртыһы - 49 процент - бөгөнгө саҡырылыш быға тиклем булғаны кеүек үк эшләй тип һанай. Респонденттарҙ ың дүрт проценты түбәнге палата күпкә яҡшыраҡ эшләй, тағы 15
       процент - бер аҙ ғына яҡшыраҡ эшләй тип белдерҙе. Депутатта р эшмәкәрлегенең күпкә хөртәйеүе тураһында граждандарҙың ете
       проценты әйтте, бер аҙ насарыуы хаҡында - 10 процент. 15 пр оцент был һорауға яуап бирергә ҡыйынһынды.
       Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеге өсөн яуаплылыҡ башлыса "Берҙә м Рәсәйҙә" ятыуында бик аҙҙар шикләнә. Рәсәйлеләрҙең 46 проц енты фекеренсә, был фракция депутаттар корпусы эшенә иң ҙур өлөш индерә. Дөрөҫ, күпселек бында бер ниндәй ҙә ыңғай яҡ һө ҙөмтә күрмәй.
       56 процент парламентта етәкселек бер фракция эсендә түгел , төрлө фракциялар араһында билдәләнергә тейеш тип иҫәпләй. 26 процент быға ҡаршы фекерҙә тора. 18 процент һорауға яуап бирмәне.
       Шулай итеп, 100 йыллыҡ юбилейға Дума депутаттары ойоштора
       алған иң урынлы "сара" - халыҡ араһында үҙҙәренең рейтингта рын күтәреү булыр ине.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал