6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркоманмы балам, түгелме
30.03.05


       Ун туғыҙ йәшлек Диманың ата - әсәһе улдарының "ста жлы наркоман" икәнлеген ҡәҙерле улдары фатирҙарынан барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе ташып һатып бөткәндән һуң ғына аңлай. Был ата - әсәнең яҙмышына төшкән һынауҙы бер нимә менән дә с ағыштырырлыҡ түгел. "Шул тиклем яҡшы малай ине..." - ти улар
       ярты йылдан һуң "передоздан" үлгән Диманы ерләгәндә. Аяуһыҙ
       судмедэкспертиза "яҡшы малайҙың" инде биш йыл дауамында героинда "ултырғанын" билдәләне.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше тураһында насар хәбәр иң һуңғы сиратта ғына яҡын кешеләренә барып етеүсән. Уйлап ҡараһаң, тап улар беренсе булып саң ҡаға башларға тейеш ине лә бит. Һиҙмәйҙәр, белмәйҙәр, ышанырға теләмәйҙәр...
       Наркологтар билдәләүенсә, героин ҡабул итергә ныҡлап өйрәнеү минималь дозалар ҡабул иткәндә лә барлыҡҡа килә.
       Симптомдар ниндәй булырға мөмкин Ата - әсәгә балаһының наркотиктар менән мауығыуы тураһында нисек итеп мөмкин тиклем иртәрәк белергә була Лекторҙар тонына күсмәй һәм ғилми әҙәбиәткә һылтанмайынса, беҙ һеҙгә опий препараттары ҡулланыуҙың төп билдәләре менән таныштырмаҡсыбыҙ. Героин, би лдәле, улар иҫәбенә инә.
       Шулай итеп, тәүге сиратта нимәгә иғтибар бирергә Беренсенә н, күҙ ҡараһының тарайыуы, тән тиреһенең ҡоролоғо, ҡан баҫым ы түбәнәйеүе. Шулай уҡ наркотик ҡулланыусының йөрәге һирәг ерәк тибә, тын алышы ҡыйынлаша.
       Ә бына кәйефе киреһенсә, яҡшы, тиҙ һөйләй, етеҙ, үҙ - үҙе н тәнҡитләү тойғоһо түбәнәйә.
       Опиаттарҙы даими ҡулланғанда наркотиктарға "ултырыу" ваҡы ты ике - өс аҙнанан ай ярым - ике айға тиклем дауам итеүе мө мкин. Наркотик ҡулланыуҙы туҡтатҡан хәлдә абстинент синдром йәки, наркомандар әйтмешләй, "ломка" башлана. Ул тубыҡ һәм т ерһәк быуындары, аяҡ һәм ҡулдарҙың һыҙлауы, бил ауыртыуы, ар ҡа һәм аяҡ мускулдары тартышыуы, эс ауыртыуы менән оҙатыла. Эс китеүе, уҡшытыуы, ҡоҫтороуы ихтимал. Быға юғары температу ра, ҡалтыраныу, ҡан баҫымының үҙгәреп тороуы өҫтәлә. Ағыулан ыуҙан айырмалы рәүештә (күҙ алмалары тарайыуы), "ломка" ваҡытында күҙ ҡаралары, киреһенсә, киңәйә, ауырыу ашауҙан
       баш тарта, шомло, тынғыһыҙ, кәйефһеҙ була, урынында ултырып
       сыҙамай, йоҡоһоҙлоҡтан интегә.
       Нисек булһа ла наркотик препараттарҙы ҡулға төшөрөү маҡса тында уның алдашыуға барыуы, сирен арттырып күрһәтергә маташ ыуы, бөйөр йә бауыры ауыртҡанға һалышыуы ихтимал. Невролог й ә онкологҡа ялыуҙар белдереүе һәм наркотик тәғәйенләүҙәрен талап итеү, шулай уҡ ентекле тикшереү ата - әсәләргә лә, мед иктарға ла хәлде асыҡларға һәм наркоманды психиатр - нарколо гҡа йүнәлтергә ярҙам итәсәк.

Анастасия Алексеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал