6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Cоциум

Көлөү - сәләмәт булыу
30.03.05


       Беренсе апрелгә лә күп ҡалманы. Көлкө көнө алдын ан "БАШвестЪ" гәзите "Һәнәк" журналының баш мөхәррире, билдәле яҙыусы - сатирик Марсель Сәлимовҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итте.
       - Марсель Шәйнур улы, һеҙ йыл да үҙегеҙҙең профессиональ байрамығыҙҙы күңелле саралар менән ҡаршы алаһығыҙ. Быйыл ниндәй сюрприз әҙерләйһегеҙ
       - Быйыл ябай кисә генә түгел, көлкө байрамы буласаҡ: 2005 йыл - "Һәнәк" йылы, уға 80 йәш тула!
       - Был ваҡиға байрамға лайыҡ! Юбилейығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршы алаһығыҙ инде
       - Хеҙмәт уңыштары тураһында отчет биргәнсе, әйҙәгеҙ тарих ҡа күҙ һалайыҡ. Үткән быуаттың 20 - се йылдарында "Башҡортос тан", "Яңы ауыл" (әле "Ҡыҙыл таң") һәм "Ҡыҙыл Башҡортостан" ("Башҡортостан Республикаһы") даими рәүештә бәләкәй фельетон дар, тәнҡит сигналдары баҫылған. Һәм, ниһайәт, 1925 йылдың 1 5 сентябрендә "Яңы ауыл" гәзитенә өҫтәлмә - "Яңы ауыл һәнәге"
       сыға башлай, уны бөгөнгө көндә популяр булған "Һәнәк" журна лының беренсе һаны тип әйтергә була.
       "Һәнәктең" эшмәкәрлеге күп кенә ҡәләм оҫталарының ижады менән туранан - тура бәйле. Журналды төҙөүҙә Башҡортостандың
       халыҡ шағиры Мәжит Ғафури әүҙем ҡатнашҡан. Башҡа билдәле ба шҡорт яҙыусылары ла үҙҙәрен"Һәнәктең" ысын дуҫы итеп күрһәтк ән. Әсе фельетондары һәм шиғырҙары менән айырыуса Сәйфи Ҡуда ш айырылып торған. 20 - 30 - сы йылдарҙа яҙыусы Таһир Ғүмәр журналдың әүҙем авторы ғына түгел, редколегия ағзаһы һ әм тәүге мөхәррире лә булған. Сәғит Агиш та тап "Һәнәктә" яҙ ыусы - сатирик булараҡ сағыу талантын асҡан, журнал биттәрен дә йыш ҡына уның фельетон, юмористик хикәйәләре баҫылған.
       Шәхес культы йылдарында сатира матбуғаты үҫеше өсөн тейеш ле шарттар булмай. Һәм 1937 йылда Башҡортостандың сатира журналы ябыла һәм...
       - 20 йылдан һуң ғына тергеҙелә.
       - Дөрөҫөрәге, 1956 йылдың февралендә. Өфөлә тағы ла башҡо рт телендә "Һәнәк" сатира журналы сыға башлай. Уның мөхәррир ҙәре булып билдәле башҡорт яҙыусылары һәм журналистары Назар
       Нәжми, Марат Кәримов, Һиҙиәт Әсәҙуллин, Тәлғәт Сәғитов эшлә й...
       - Һәм һуңғы 25 йыл - Һеҙ.
       - Журналдың беҙҙең көндәрҙәге эшмәкәрлеге тураһында һөйлә п тороуҙың кәрәге юҡтыр тип уйлайым. Уҡыусылар былай ҙа бары һын да белә.
       - Шулай булһа ла хәтергә төшөрөп үтәм. Мөхәрририәт коллек тивы сатира журналистикаһын үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн
       ике тапҡыр - 1975 һәм 1992 йылда - республика Юғары Советын ың Почет грамотаһы менән наградлана. 1996 йылда Башҡортостан
       сатира һәм юмор журналы Рәсәй журналистар Союзы тарафынанйы лдың иң яҡшы сатира баҫмаһы тип атала, ә 2001 йылда Санкт - Петербургта алтынсы Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестива лендә лауреат исеменә лайыҡ була. Элекке Союздың күп кенә жу рналдары, шул иҫәптән "Крокодил" да үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡа нда беҙҙең "Һәнәк" үҙенең популярлығын юғалтманы!
       - Был ысынлап та шулай. Бына март айында "Һәнәктең" 1150 - се һаны донъя күрҙе - был Башҡортостан журналдары араһында
       һан буйынса иң юғары күрһәткес.
       - Эйе, байрам өсөн сәбәптәр етерлек. Әйткәндәй, көлкө бай рамы тураһында. Әҙерлек нисек бара
       - Әҙеләнәбеҙ! Театр, билдәле булыуынса, өҫ кейемен сисеү урынынан башлана, ә күңелле саралар - яҡшы сценарийҙан. Бере нсенән, беҙ уны өсәүләп яҙҙыҡ: талантлы режиссер Салауат Итб аев һәм популяр артист Вәлит Илембәтов менән, ул халыҡҡа Ҡыҙ ыҡ булараҡ билдәле. Икенсенән, Башҡорт дәүләт филармонияһыны ң Ҙур залында Көлкө көнөндә тамашасыларҙы беҙҙең менән бергә
       Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Уразмәтов (Кәтүк) һәм Гөл сөм Хәбибуллина, БР атҡаҙанған артистары Гөлзәмиә Ситдыҡова,
       Лилиә Фәтихова, Юнир Салауатов һәм башҡалар көлдөрәсәк.
       - Шағир - юмористар ҙа көлкө һәм шат күңел витаминдары әҙ ерләгәндер, моғайын
       - Уларһыҙ буламы ни Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Һәнәк тең" элекке баш мөхәррире Марат Кәримов үҙенең осҡор һүҙе ме нән сығыш яһаясаҡ, билдәле Силәбе шағиры Рамазан Шәғәлиев, һ үҙ оҫталары Рәдиф Тимершин, Риф Мифтахов та үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмаясаҡ.
       - Хәҙер мин "Һәнәктең" 80 йыллығы уңайына байрам ни өсөн ике көн буйы дауам итәсәген аңлайым. Үткән йыл Нефтселәр һар айына килгән тамашасыларға ултырырға ғына түгел, баҫып торор ға ла урын етмәне бит. Ярар әле мин ниндәйҙер табурет алып ө лгөрҙөм.
       - Бына һинең кеүектәрҙе иҫәптә тотоп, тамашасыларҙы иртәр әк килеп 31 мартта һәм 1 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһы нда үтәсәк байрамға билет алырға саҡырам да инде.
       - Сценарий буйынса нимә буласағын белергә ине, бәлки элек ке дуҫлыҡты иҫәптә тотоп...
       - Һәм сер итеп кенә бөтә донъяғамы Хәйләкәрһең һин, Фирҙ әүес! Минең урында башҡа берәү булһа, "коммерция сере" тип к енә ҡуйыр ине.
       - Һуң, юбилей булғас, маҡтау һүҙҙәре, бүләктәр булыр инде .
       - Белмәнең, дуҫ. Михаил Горбачев, Борис Ельцин, Владимир Путиндың ҡотлауҙары булһа ла улар йәш талантлы пародиясы Илн ур Юламанов башҡарыуында яңғыраясаҡ. Берәйһе бүләк бирергә у йлаһа, баш тартмаясаҡбыҙ, тик шаршау ябылғандан һуң ғына. Ша яртам, әлбиттә, беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк - тамашасылар йөҙөн дәге йылмайыу һәм алҡыштар.

Фирҙәүес Йыһаншин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал