6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Конверт Булат Ишемғоловты хәтергә төшөрҙө
29.03.05


       Башҡорт яҙыусыһы Булат Ишемғоловтың ( бөгөн уның тыуыуы на 105 йыл тула) портреты төшөрөлгән меңләгән почта конвертт ары ил буйлап таралышты. Республикабыҙҙың бик аҙ шағир һәм яҙыусылары бындай хөрмәткә эйә.
       Быға өҫтәп яҙыусының тыуған яғы - Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында 1980 йылдың декабрь айында Булат Ишемғолға
       һәйкәл (скульпторы Юрий Солдатов) асылғанын әйтеп китергә к әрәктер. Өфөлә Карл Маркс урамындағы бер йортта "Был йортта 1932 - 1938 йылдарҙа күренекле башҡорт шағиры Булат
       Ишемғол йәшәгән" тип яҙылған таҡтаташ ҡуйылған.
       Кем һуң ул Булат Ишемғолов Фәҡир крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә, ауыл мәҙрәсәһендә белем эстәй. Уҡыуын Ырымбурҙ а дауам итеү теләге менән яна, әммә хыялы тормошҡа ашмай. Уның урынына Ырымбур байҙарына ялланып, ашханала официант, ф абрикаларҙа эшсе булып тамаҡ туйҙырырға тура килә. Өфөнөң "Ғ әлиә" мәҙрәсәһендә бер аҙ әҙерлек курстарында уҡып алғас,
       тыуған ауылына ҡайтып, балаларға белем бирә башлай.
       Күп кенә замандаштары кеүек үк, Булат Ишемғолов та Октябр ь революцияһынан һуң ҡулына ҡорал алып Граждандар һуғышы фронттарында көрәшә. Уҡымышлы егетте кантон хәрби комиссариатының сәйәси бүлегенә алалар. 1921 йылдан башлап у л - Стәрлетамаҡта, Өфөлә комсомол эштәрен башҡара.
       "Башҡортостанда Совет власы өсөн мин башҡа коммунист һәм
       комсомолдар менән бергә ҡулыма ҡорал алдым һәм ике йыл буйы уны ҡулымдан төшөрмәнем", - тип яҙа Булат Ишемғол
       автобиографияһында.
       Комсомолецтың тағы бер мауығыуы була. 1916 - 17 йылдарҙа ул әҙәби эш менән шөғөлләнә. Был турала белеп ҡалалар һәм 1924 йылда уны партия эшенә күсерәләр. 20 - се йылдар уртаһына Булат комсомол шағиры булараҡ билдәлелек яулай. Йәштәр уның "Комсомол йырҙары", "Пионер йырҙары" китаптарын бик яратып уҡый. Ишемғоловты юҡҡа ғына Башҡорт китап нәшриәте мөхәррире һәм директоры, "Йәш пролетарий" йәштәр гә зите мөхәррире итеп тәғәйенләмәйҙәр.
       30 - сы йылдарҙа, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы барлыҡҡа килгән ваҡытта, ул Союз идараһы рәйесе урынбаҫары, "Октябрь " журналы мөхәррире итеп билдәләнә. Әммә ул ваҡытта ла комсомолды данлаусы шағир булыуҙан туҡтамай. Уның "Беҙҙең юл", "Ҡыҙыҡай", "Комсомолдар килә", "Юлдар", "Ейәнсура" шиғырҙарын уҡып сығыу етә.
       1938 йылда Булат Ишемғолов репрессияға эләгә, уны 1956 йы лда ғына аҡлайҙар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал