6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башҡортостанда урындағы власть структураһы буйынса референдум үтте
29.03.05


       27 мартта Башҡортостанда урындағы власть структур аһы буйынса референдум үтте. Уны үткәреү тураһындағы идеяны йәмәғәтселектең инициатива төркөмдәре күтәреп сыҡты. Сараның
       төп маҡсаты - республика халҡының урындағы үҙидараның яңы структураһына ҡарашын асыҡлау.
       Урындағы үҙидараның Европа хартияһы Рәсәй тарафынан раҫланыуы илебеҙ үҙенең граждандарына урындағы власть органдарын дөйөм, тигеҙ, асыҡ һәм йәшерен тауыш биреү нигеҙендә һайлау хоҡуғы биреү тураһында вәғәҙәһен аңлата. Рәсәй Президенты власть вертикален нығытыуға йүнәлтелгән административ реформа үткәреүҙе башлап ебәреүсе булып сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә төбәк етәкселәрен хәҙер Президент тәҡдиме буйынса төбәк власының вәкиллек органдары һайлай. 2003 йылдың октябрь айында "Урындағы үҙидара ойоштороуҙың дө йөм принциптары тураһында" яңы законға ярашлы, урындағы кимәлдә власть формалаштырыуының һайлау системаһы һаҡлана. Башҡортостанда быға тиклем ҡала һәм район башлыҡтарын тәғәйенләү системаһы һаҡланып килә ине, шуға күрә референдум да республика халҡының урындағы үҙидараның яңы структураһына
       булған мөнәсәбәте асыҡланды.
       Референдум республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында - 104 һайлау округында булып үтте. Тауыш биреү участкаларында 20 фирҡә һәм йәмәғәтселек хәрәкәттәренән күҙәтеүселәр, Мәскәүҙән, шул иҫәптән РФ Үҙәк һайлау комитетынан да эксперт тар ҡатнашты.
       Референдумда ҡатнашыусыларҙың күпселеге урындағы власть ойоштороуҙың яңы системаһы өсөн тауыш бирҙе. БР Үҙәк һайлау комитетының яуаплы сәркәтибе Нәйлә Алтынованан алған мәғлүмәт буйынса, сарала республика райондары халҡының 90 проценты ҡатнашҡан, уларҙың 90 процентан ашыуы урындағы вла сты ойоштороуҙың яңы системаһы өсөн тауыш биргән. Ҡалаларҙа тауыш биреү участкаларына һайлаусыларҙың 80 проценты килгән - улар ҙа яңы структураны яҡлауын белдергән. Өфөлә референдумға килеүселәр 63, 8 процент тәшкил итте, уларҙың 8 6, 7 проценты шулай уҡ яңы система яҡлы икәндәрен күрһәтте.
       Республика халҡының күпселеге урындағы власть ойоштороуҙы ң яңы системаһын яҡлап сығыш яһауы урындағы власть башлыҡтарының һайлап ҡуйылыуына күсеү тигәнде аңлата. Йәғни үҙенсәлекле хәл барлыҡҡа килә - төбәк башлыҡтары башлыса ил Президенты тарафынан тәғәйенләнә, ә власть вертикаленең ҡалған быуындары һайлау алымы менән формалашасаҡ. Был координата системаһында төрлө кимәл власть органдарының үҙ - ара мөнәсәбәте нисек булыр
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, кисә Башҡортостанда үткән референдум тәүгеһе түгел. Беренсеһе 1993 йылдың 25 апрелендә үткәйне. Унда тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 75, 5 проценты
       ( республика халҡының 70, 5 проценты) Башҡортостандың иҡтисади үҙаллылығы һәм Рәсәй Федерацияһы менән үҙ - ара килешеү мөнәсәбәтендә булыуын яҡлап тауыш бирҙе. Республикан ың икенсе референдумы 1995 йылдың 17 декабрендә үтте . Был с ара барышында Башҡортостан халҡының ерҙе һатыу һәм һатып алы у һәм Башҡортостан Республикаһының яңыртылған Рәсәй составында иҡтисади үҙаллылығына мөнәсәбәте асыҡланды. Референдумда ҡатнашыусыларҙың 84,4 проценты ( һайлаусыларҙың
       дөйөм һанының 73,7 проценты ҡатнашты) "Башҡортостан Республикаһында ер сикһеҙ һатыу - һатып алыу объекты булырға
       тейешме" тигән һорауға "юҡ" тип яуап ҡайтарҙы.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал