6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мәктәп музейы үҙенең эшен дауам итә
29.03.05


       Бына инде 50 йылға яҡын Виктор Александрович Минаев йәштәрҙе хәрби - патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Был ҡоро, рәсми фраза артында юғары мәғәнәле, мауыҡтырғыс эштәр тора. Был Советтар Союзы Геройы Николай Кузнецов исемен йөрө ткән пионер отряды төҙөү ҙә, республикала беренсе булып разведчиктың тормошо һәм батырлығы тураһында мәғлүмәттәр тупланған музей асыу, балалар менән бергә чекистың туған яғында һәм көрәшкән урындарында булыу. 14 быуын кузнецовсыла р тәрбиәләгән хәҙер инде гимназияға әйләнгән 105 - се мәктәп
       тарихында музей бик ҙур урын биләй. Үткән йыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл тулыуға арналған дәүләт һәм йәмәғәтселек музейҙарынаң смотр - конкурсында ул "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы" дипломына лайыҡ булды.
       Виктор Минаевты Өфөнөң Калинин районында барыһы ла яҡшы б елә. Ул Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе ветераны, райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе, БР атҡа ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм халыҡ мәғарифы отличнигы. Ә и ң мөһиме - ул энтузиаст һәм бары уның арҡаһында ғына музей ә легә тиклем эшләй һәм үҫешә.
       Завод булмаһа, Виктор Александрович мотлаҡ педагог булыр ине, сөнки йәш сағынан ул балалар менән эшләргә ярата. Армия ға саҡырылмаҫ элек йәшәгән ерендә пионерҙар лагере ойоштора , һуңынан балалар йортонда вожатый булып эшләй. 1957 йылда,
       армиянан ҡайтып туған заводына эшкә урынлашҡас, уға "Победа " кинотеатры эргәһендә пионерҙар отряды төҙөргә тәҡдим ителә . Виктор Александрович риза була. Кинотеатрҙа тәүге пионерҙа р йыйыны 1958 йылдың 23 февралендә үтә. Бер тапҡыр Виктор Александрович менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән класс етәксеһе балаларға Дмитрий Медведевтың "Это было под Ровно" китабын а лып килә. Унда һүҙ разведчик Николай Кузнецовтың батырлығы т ураһында бара. Повесте сиратлап уҡыйҙар һәм ул бер кемде лә тулҡынландырмай ҡалмай. Тиҙҙән мәктәптән алыҫ түгел Николай Кузнецовтың бер туған һеңлеһе Лидия Ивановна йәшәгәне асыҡлана. Уны уҡыусылар менән осрашыуға саҡыралар, ул ағаһының бала сағы һәм йәшлеге тураһында һөйләй, уның фотоһын бүләк итә.
       Был осрашыуҙан һуң кинотеатр фойеһында Николай Кузнецовҡа
       арналған стенд асыла, ике йылдан пионер отрядына уның исеме
       бирелә. Ваҡыт үтә,балалар үҫә, ә Николай Кузнецов исемендәг е отряд эшләүен дауам итә. 1965 йылда отряд тәүге тапҡыр Николай Кузнецовтың тыуған яғына бара. Бының өсөн аҡсаны Өфө моторҙар төҙөү заводы профкомы бүлә. Свердлов ҡалаһы
       вокзалында өфөлөләрҙе Кузнецовтың ағаһы Виктор Иванович һәм урындағы 72 - се мәктәптән бер төркөм пионерҙар ҡаршы ала.
       Виктор Минаев был осрашыуҙың балаларҙа ни тиклем бай тәьҫораттар ҡалдырғанын хәтерләй. Улар "Уралмаш" заводында Н иколай Кузнецовтың музейында була, ҡала менән таныша, Кузнецов урамында һәм герой тамамлаған индустриаль институтта була. Урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙҙәренең кумиры тураһындағы материалдар менән таныша. Экспонаттар араһында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында Указдың төп нөсхәһе лә һаҡлана.
       "Һәм тағы ла юлға, - тип яҙа Виктор Минаев үҙенең иҫтәлек тәрендә. - Талица ҡалаһы вокзалы перронында Кузнецовтың бюсы ҡуйылған, ә бинала Талица районының Зырянка ауылында 1911 йылдың 27 июлендә Советтар Союзы Геройы Н. И. Кузнецов тыуыуы тураһында хәбәр иткән таҡтаташ эленгән. Вокзалдан махсус бүленгән автобуста беҙ геройҙың бала сағы үткән ауылғ а юл тоттоҡ. Элек Кузнецовтың йорто торған урында бөгөн мәкт әп урынлашҡан. Уның эргәһендәге обелискта Геройҙың бюсы ҡарш ы ала, ошонда уҡ Кузнецовтың атаһы ултыртҡан тирәк тамырҙары н йәйгән. Талицала Коля ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған, Тали ца урман техникумында белем алған. Мәктәптә ул немец телен яратып өйрәнгән.
       Киләһе этап. 1966 йыл башында Кузнецовтың һеңлеһе менән Өфө - Ковель - Ровно - Львов - Луцк - Өфө маршруты буйынса Көнбайыш Украинаға юл тоттоҡ. Львовта Николай Кузнецовтың ҡәберендә булыу айырыуса ҙур тулҡынланыу уятты. Ровно ҡалаһы нда Геройҙың исеменә бәйле урындарҙа туҡталдыҡ".
       Өфө уҡыусыларынан торған төркөм батыр разведчиктың 1944 йылдың һигеҙенсе мартынан туғыҙына ҡараған һуңғы төнө үткән
       Боротин ҡасабаһында ла булды. Фажиғә шаһиты, ҡасабала йәшәүсе Степан Голубович Кузнецовтың һуңғы сәғәттәре хаҡында
       һөйләне. Билдәле булыуынса, фашистар тылында ул немец обер - лейтенанты Пауль Зибер исеме аҫтында хәрәкәт итә.Сове т разведчигының башын гестапо 25 мең маркаға баһалай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо төндө уны бандеровсылар таный һәм геройға үҙен шартлатыуҙан башҡа бер нимә лә ҡалмай, үҙе мен ән ул бер нисә бандитты ла алып китә.
       1963 йылда Кузнецов музейы күптән түгел асылған 105 - се мәктәптә урынлаша. Йылдар үтә, музей фонды даими рәүештә тул ыландырыла, әммә кузнецовсыларҙың күптәнге хыялы - музейҙа Николай кузнецовтың бюсын урынлаштырыу - тормошҡа ашырылмай ҡала. Был маҡсатҡа средство йыйыу өсөн мәктәптә берҙәмлек йәрминкәһе үткәрелә. Бюсты эшләүгә моторҙар төҙөү заводы ветераны, һуғышта ҡатнашыусы, БР атҡаҙанған рәссамы А лександр Панов тотона. 1988 йылдың 13 февралендә музейҙа бюсты асыу тантанаһы үтә. Был пионерҙар отрядының 30 йыллығына бик шәп бүләк була.
       Бына был тарихҡа күп ваҡыт үтмәгән әле. 1998 йылдың февр алендә пионер отрядының 40 йыллығы һәм Николай Кузнецов исемендәге мәктәп музейының барлыҡҡа килеүенә 35 йыл тулды. Шул уҡ йылды Виктор Александрович Башҡортостан Президенты Мо ртаза Рәхимовҡа иң яҡшы экскурсоводтарҙы Мәскәүгә, Табыныу тауына алып барыу өсөн аҡса менән ярҙам итеүен һорап
       мөрәжәғәт итә, тиҙҙән 15 кеше өсөн аҡса бүленә. Ә 2001 йылд ың йәйендә кузнецовсылар Николай Кузнецовтың тыуыуына 90 йыл
       тулыуын билдәләй.
       Үткән йылдың декабрь айында тағы бер иҫтәлекле дата - раз ведчик Николай Кузнецовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреле үенә 60 йыл тулыуы билдәләнде. Байрамға саҡырылыусылар араһында Геройҙың ҡыҙ туғаны Маргарита Брюханова ла була. Бөгөн музейҙа Еңеүҙең 60 йыллығына әүҙем әҙерлек бара. Тимәк
       ул үҙенең эшенең дауам итә тигән һүҙ.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал