6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Һыу аҫты донъяһы ниндәй серҙәр һаҡлай
29.03.05


       Бер тапҡыр диңгеҙҙә булыу бәхетенә ирешкән кешенең уны тағы ла күрергә хыялланыуына иманым камил. Тик инде уның тышҡы матурлығына һоҡланыу ғына ҡәнәғәтләндермәй, мотлаҡ һыу аҫты донъяһының ниндәй серҙәр һаҡлауын белеү теләге көсәйгәндән көсәйә бара. Тик шулай ҙа диңгеҙ ярына әлегә юл төшмәй йәки һеҙ экстрим ҡоло түгел икән, ул ваҡытта инде берҙән - бер юл - музейға ыңғайлау ҡала. Тап шунда, республи каның милли музейында һеҙ һыу аҫты донъяһының байлығы - легендар наутилус, аквалангистар хәүефе - тридакна, үлем хәү ефе йөрөтөүсе конустар, батша ҡусҡарҙары, мифик харония, төр лө кораллдар, диңгеҙ йондоҙҙары һәм башҡа 700 - ҙән ашыу ғәж әйеп һыу аҫты донъяһы вәкилдәре менән таныша алаһығыҙ. "Һыу аҫты серҙәре" тип аталған был ҡыҙыҡлы күргәҙмәне "Мөғжизәләр планетаһы" проекты сиктәрендә коллекционер, эшҡыуар һәм сәйәхәтсе Евгений Вячеславович Аванесов төҙөгән.
       Был күргәҙмәнең барлыҡҡа килеүенә биш йыл һәм был ваҡыт эсендә ул Рәсәйҙең 30 ҡалаһында булып ҡайтты. 2003 йылдан алып экспозицияла тере моллюсктар, сөсө һыу ампулярийҙары һәм Африка ахатиндары барлыҡа килде. Һуңғылары - Африка урмандарында йәшәй, үҫемлек менән туҡлана һәм 30 сантиметрға
       тиклем үҫә ала. Африкала был ҡусҡарҙар тәмле ит аҙығы ролен
       үтәһә, Америкала - бәлә булып ҡабул ителә, Европала улар - бына тигән йорт хайуандары. Аквариумда улар нимә менән туҡла на тиһегеҙме Ябай ҡыяр, кәбеҫтә япраҡтары һәм кишер ашайҙар.
       Сағыу экспонаттарҙан тыш күргәҙмәлә үҙең өсөн ғилми факттарға ғына түгел, тарих һәм мифологияға ингеҙләнгән бай өйрәнеү материалдары ла табырға мөмкин. Күргәҙмә директоры Мария Сергеева һәр бер фауна вәкиле тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштыра, һорауҙарға ла бик теләп яуап бирә.
       Мине иһә барыһынан бигерәк үңәсен иҫ китерлек ҙурлыҡта һауа
       менән тултырыуға һәләтле фугу балығы ҡыҙыҡһындырҙы. Япондар
       был балыҡтан деликатес аҙыҡ әҙерләй икән. Уны әҙерләүсе аш - һыу оҫтаһы һоҡланыуға лайыҡ, сөнки фугу балығының ҡайһы бер өлөштәре көслө ағыу бүлеп сығара. Уны әҙерләү өсөн повар
       махсус әҙерлек үтә һәм бешергәнен башта үҙе ашап ҡарай. Шул ай ҙа ағыуланыу ихтималлығы ҡала, шуға күрә был балыҡ итенә заказ биреүселәр үлем осрағы булған хәлдә поварҙы енәйәттә ғ әйепләмәһендәр өсөн расписка яҙа.
       Биҙәлеше буйынса сәнғәт әҫәре менән тиңләшерҙәй конустар ҙа ағыулы. Уларҙы ҡулға алыу тыйыла. Формаһы буйынса зәйтүн емешен хәтерләткән каури моллюскылары ла иғтибарҙы йәлеп итә . Ҡытай, Һиндостан, Африкала уларҙың ҡабырсағы аҡса урынына файҙаланылған. Улар яуызлыҡтан һаҡлай тип һаналған, шуға күрә каури ҡабырсағын төҙөлөш ваҡытында стеналарға, ҡәбергә һалып ҡалдырғандар.
       Һинд һәм Тын океандарҙа таралған Венера тарағының формаһы
       ла иҫ киткес һәм уникаль. Күп һанлы энәләр ҡабырсаҡҡа тараҡ формаһын бирә, күргәҙмә директорының һүҙҙәренә ҡарағанда, энәләре теүәл булған Венера тарағын табыуы ҡыйын. Мурекс һәм
       ҡыҙыл ҡусҡар ҡалдырған тәьҫорат та онотолмаясаҡ. Улар бүлеп
       сығарған пигментты борон императорҙың кейемдәрен буяу өсөн
       файҙаланғандар. Бер грамм ҡыҙыл буяу алыр өсөн бер нисә мең
       ҡыҙыл ҡусҡар эшкәртергә кәрәк булған! Эшкәртеүҙең ҡатмарлы технологияһы һәм буяуҙың юғары сифаты был кейемдең ҡиммәтлелегенә ишара яһаған. Боронғо Римдә ҡусҡар пигменты м енән буялған ҡатын - ҡыҙҙар кейеме беҙҙең аҡсаға әйләндергән дә 12 мең доллар тирәһе торған. Боронғо Римдә ҡарағысҡыл ҡыҙыл төҫтәге кейемде кейергә императорҙың ғына хоҡуғы булған, вельможаларҙың кейемендә бер ҡыҙыл һыҙыҡ һыҙылған.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, "Диңгеҙ серҙәре" үтә мауыҡтырғы с һәм был батшалыҡҡа барған һәр кем үҙе өсөн күп ҡыҙыҡлы яңылыҡтар асасаҡ.
       16 йәше тулмағандар "Һыу аҫты донъяһы һәм унда йәшәүселәр " тип аталған һүрәттәр конкурсында ҡатнаша ала. Иң яҡшы өс эш авторы приздар менән бүләкләнәсәк. Һүрәттәр беренсе майға
       тиклем Өфө, Совет урамы, 14 адресы буйынса ҡабул ителә. Бел ешмәләр өсөн телефон: 23 - 35 - 77.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал