6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Бөтә Рәсәй татар йыры фестивале Өфөгә лә булып үтте
28.03.05


       Күренекле татар йырсыһы һәм композиторы Рәшит Ваһапов
       иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй татар йыры фестиваленә мин
       оләсәйем ҙул теләк менән саҡырҙым, сөнки Татарстан һәм Башҡортостандың иң моңло тауышлы йырсылары ҡатнашҡан был кон церттың уға оҡшаясағына иманым камил ине. Унда Рәшит Ваһапов айырыуса яратҡан оҙон көй ҙә яңғыраясаҡ. Журналистар ға был талант эйәһе тураһында, "Башинформ" агентлығында үткә н матбуғат конференцияһында коллегабыҙ, "Татарстан" журналын ың баш мөхәррире, фестивалде ойоштороусыларҙың береһе һәм х алыҡ артисының ауылдашы Рифат Фәттәхов һөйләп үткәйне.
       Рәшит Ваһаповтың ижады менән уны оләсәһе таныштыра. Ҡайһы бер ваҡыт ул үҙенең һандығын аса һәм унда һаҡланған ҡомартҡылар менән таныштыра.
       - Һандыҡтан ҡәҙерләп һаҡланыусы ҡара пластинкаларҙы сығар а һәм иҫке патефонды уйнатып ебәрә торғайны оләсәйем. Һәм... өй эсе мөғжизәле көйгә тула. Әсир итеүсе тауыш иҫ киткес яҡт ы һәм йөрәктәргә үтеп инерлек итеп "Урман", "Нурия", "Әлфиә" , "Алһыу" тигән йырҙарҙы йырлай ине. "Был Рәшит! Рәшит Ваһапов! Ауылдашыбыҙ!" - тип аңлата оләсәй. Патефондан тауыш ы ағылған ошо кеше ысынлап та беҙҙең ауылда тыуғанмы икән М ин шаҡ ҡатып тыңлайым. Һәм һуңынан, Ҡазанға уҡырға килгәс, м ин билдәле ауылдашымдың ижады һәм тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡ һына башланым...
       Артабан "Рәшит Ваһапов" тигән китап баҫылып сыға. Унда Рифат Фәттәхов легендар йырсының шәхесе, татар халҡының рухи тормошонда уның урыны һәм роле тураһында фекер йөрөтә. Ғөмүмән алғанда, был концерт сәхнәгә саф профессиональ сәнғәт йолаларын ҡайтарыу өсөн үткәрелә. Уны ойоштороусы Бөтә донъя татарҙар конгресы эргәһендәге ТР Мәҙәниәт министр лығының планы буйынса, Рәшит Ваһапов концерт менән сығыш яһаған барлыҡ төбәктәрҙә лә фестиваль концерты менән булыу. Уйланғанды бер юлы ғына тормошҡа ашырып булмаясаҡ, әлбиттә, сөнки күптән түгел генә Барнаул, Силәбенән заявкалар килгән.
       Башҡортостанға тиклем фестиваль Финляндия, Ҡаҙағстан, Санкт
       - Петербург, Түбәнге Новгород, Томск, Екатеринбургта булған . Был фестивалдең күсмә булыуы уның үҙенсәлектәренең береһе б улып тора.
       Концертта ҡатнашрға теләүселәрҙең күплеег уның абруйына
       дәлил.
       Өфөлә үтәсәк фестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһе - билдәле
       йырсы, РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов.
       - Рәшит Ваһаповтың ижады менән мн бала саҡтан таныш, - ти Зәки Мәхмүтов. - Ул беренселәрҙән булып эстрадаға оҙон көй
       сығарыуы менән билдәле. Татар йырҙары менән бер рәттән ул башҡорт йырҙарын да йырланы, бының менән ике халыҡ араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытты.
       Уҡырға барырға ваҡыт еткәс, мин уйлана төштөм - уҡытыусыл ыҡҡа барырғамы, әллә йырсығамы. Ул ваҡыта Рәшит Ваһаповтың Башҡортостанда гастролдәре үтә ине, һәм миңә уның Стәрлетамаҡтағы концертына эләгеү бәхете тейҙе. Ошо ваҡытта мин үҙем өсөн уның эҙҙәренән барырға һүҙ бирҙем дә инде.
       Миңә уның бар йырҙары ла оҡшай: "Эскадрон" булһынмы, "Йәш лекме", "Алһыумы"...Уның тәбиғәт тарафынан ҡуйылған тауыш ы йөрәгенән сығалыр тип уйлайым мин.
       Фестиваль сиктәрендә Рәшит Ваһапов исемендәге милли премия билдәләнде. Үткән йыл был премияға легендар Фәриҙә Ҡудашева лайыҡ булғайны.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал