6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡортостан уның өсөн старт майҙаны ролен үтәй
28.03.05


       Октябрьский ҡалаһында Кортунов исемендәге урам бар . Ә йорттарҙың береһендә "Урам Советтар Союзы Геройы, "Туйм азынефтестрой" тресына башлап идара итеүселәрҙең береһе А. К . Кортунов хөрмәтенә аталған" тип яҙылған таҡтаташ беркетелг ән.
       Алексей Кириллович Кортуновтың биографияһы республикала бик аҙҙарға таныш. Уның исеме бер белешмәлә лә, хатта "Башҡортостан" энциклопедияһында ла иҫкә алынмай.
       Кем һуң ул
       Советтар Союзы Геройы Алексей Кортунов 1907 йылдың 28 мартында бөгөнгө Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһында донъяға килә. Рус егете Төнъяҡ Кавказ һыу хужалығы һәм мелиорация институтын тамамлай. Был 1931 йылда була. Бик кәрәкле һөнәргә эйә була Алексей, әммә 1938 йылда уны армияға алалар.Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1943 йылдың март айынан башлап Кортунов фашистарға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында була.
       Польша ерендә батырлыҡ күрһәтеп таныла ул. 629 - сы атышс ылар полкы командиры (134 - се атышсылар дивизияһы, 69 - сы армия, 1 - се Белоруссия фронты) полковник командиры үҙенең
       отрядын нимә тура килә шуны файҙаланып, Висла йылғаһы аша сығарыуға өлгәшә һәм полктың сыҡҡанын көтөп тормайынса,
       Люцимя (Польша) ауылына һөжүм ойоштороа һәм уны баҫып ала. Кортуновсылар фашистарҙың 11 контратакаһын кире ҡаға, ул ғына ла түгел, биләгән майҙандарын киңәйтә.
       Был батырлығы өсөн Алексей Кирилловичҡа 1945 йылдың 24 ма ртында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Һуғыштан һуң Кортунов запаста була. "Туймазынефтестрой" тресының тәүге етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
       Башҡортостан Республикаһы талантлы кеше өсөн үҙенсәлекле старт майҙаны ролен үтәй. 1955 йылда Кортуновты Мәскәүгә саҡыралар. Ул нефть сәнәғәте предприятиелары төҙөү министры,
       артабан СССР нефть һәм газ сәнәғәте министры, һуңғы йылдарҙ а СССР нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөү министры вазифаларын башҡара."Карьераларын" Башҡортостанда б ашлаған бик аҙҙар ғына бындай бейеклеьәргә күтәрелә алды.
       Алексей Кириллович Кортунов 1973 йылдың 18 ноябрендә вафа т була. Мәскәүҙә ерләнә. Ғәҙәттә Алексей Кириллович күкрәген ә Ҡыҙыл Йондоҙон ғына тағып йөрөй. Ә уның менән хушлашҡанда барыһы ла уның наградаларын күрә: дүрт Ленин ордены, ике Ҡыҙ ыл Байраҡ ордены, Суворов һәм Александр Невский ордендары, м иҙалдар...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал