6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Башҡортостанда Суворов училищеһы буласаҡ
16.09.03


       Йәштәрҙең армияға булған ҡарашы бик үк ыңғайҙан түгел т ип һанарға күнеккәнбеҙ. Әммә Рәсәй хәрби йорттарына уҡырға и нергә теләк белдереүселәрҙең күҙгә күренеп артыуы бының кире һе тураһында һөйләй. Беҙҙең егеттәр башлыса Башҡортостандан алыҫ булмаған училищеларҙы һайлай. Бындай уҡыу йорто, мәҫәлә н, Ульяновск ҡалаһында бар. Әйткәндәй, быйыл август айында Р әсәйҙең Суворов һәм Нахимов училищелары үҙҙәренең 60 йылын б илдәләне. Был уҡыу йорттарының башланғысы булып Петр Беренсе
       заманындағы кадет корпустары тора. Билдәле булыуынса, Роман овтар династияһы хакимлыҡ тикәндә 16 кадет корпусы асылған. Ушаков, Нахимов, Кутузов, Крузенштерн кеүек билдәле шәхестәр , рус яҙыусылары Лесков, Достоевский, Куприн да заманында ка дет хеҙмәтен үткәндәр. Был уҡыу йорттарына алмашҡа килгән Су воров һәм Нахимов исемен йөрөтөүсе училищеларҙа иһә башлыса "полк улдары" һәм һуғышта һәләк булған фронтовиктарҙың балал ары уҡыған.
       1943 йылдың август айы илебеҙ өсөн айырыуса ауыр булған ын беләбеҙ. Шулай булһа ла, ҡанлы һуғыштар һәм юғалтыуҙар аш аеңеүгә яҡынлашып, азат ителгән территорияларҙа һәүетемсә то рмош башлана. Һуғыш арҡаһында ата - әсәләренән ҡалған малайҙ арҙы нисек тә ашатырға, уҡытырға, тәрбиә бирергә кәрәк була.
       Шул сәбәпле 1943 йылда Майкоп, Новочеркасск, Сталинград, Во ронеж, Харьков, Курск, Орел, Елец, Калинин һәм Ставрополь ҡа лаларында Суворов училищелары булдырыла. 1944 йылда Горькийҙ а ла бындай училище төҙөлә, һуңынан ул Мәскәүгә күсерелә. Һуңғы 60 йыл эсендә хәрби училищеларҙа 120 меңгә яҡын кеше б елем алып сыҡҡан. "СВУ" тип яҙылған ал погондар тағылған шин елдәрҙе үҙ ваҡытында РФ Сит ил эштәре министры Игорь Иванов,
       Мәскәү өлкәһенең губернаторы, Советтар Союзы Геройы, генера л - полковник Борис Громов, Рәсәйҙең халыҡ артистары Армен Д жигарханян һәм Герард Васильев, музыкант Стас Намин, яҙыусы Олег Михайлов, космонавтар Владимир Джанибеков һәм Юрий Глаз ков та кейеп йөрөгән.
       Бөгөн Рәсәйҙә туғыҙ Суворов һәм Нахимов училищеһы бар. Иң яҡшыларының береһе булып Тверь ҡалаһында урынлашҡаны һана ла. Бында йыл һайын 200 урынға уҡырға инергә 600 кеше дәғүә
       итә. Мәскәүҙәге Суворов училищеһына конкурс та бер урынға 4
       - 5 кешенән кәм булмай. Бөгөн Башҡортостан Республикаһында ла Суворов училищеһы асырға тигән пландар бар, әммә әлегә ул
       бары тик проект булып ҡына ҡала. Әгәр ҙә инде был проект то рмошҡа ашһа, хәрби һөнәрен үҙләштерергә теләүселәргә әллә ҡа йҙа барып йөрөргә кәрәкмәйәсәк.

Александр Шутов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал