6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Маршал Шапошниковтың йәшлеге
28.03.05


       Борис Шапошников 1882 йылдың 20 сентябрендә ( 2 октябрь) Өфө губернаһының Златоуст ҡалаһында донъяға килә.Был ҡалала уның бала сағы үтә, ошонда ул башланғыс белемгә эйә була. Шапошниковтың ата - әсәһе, атаһының эше талап иткәнлектән, Златоустан 40 километр алыҫлығында урынлашҡан заводта
       йәшәй. Михаил Петрович писарь булып ялланып эшләй. Әсәһе - Өфө ҡыҙы Пелагея Кузьминична башта балалар уҡыта, әммә һуңынан хужалыҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр була.
       Борис Златоуста, әсәһенең туғандарында йәшәй, каникул көндәрендә ата - әсәһе янына килә. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт та унда бик күп тәьҫораттар ҡалдыра тип яҙа Советтар Союзы Маршалы А. М. Василевский. Завод тирәләй ултырған фәҡир башҡорт ауылдары, милли байрамдары, айырыуса, көрәш, ат сабышы, бейеүҙәр малайҙың хәтерендә уйылып ҡала. Урындағы крәҫтиәндәр һәм уларҙың балалары менән аралашыу арҡаһында ул
       хатта башҡортса һупаларға өйрәнә. Каникул ваҡытында Башҡортостандың бай тәбиғәте менән һоҡланып та өлгөрә.
       - Ҡатнаш урмандар, тауҙар, Әй йылғаһы был яҡтарҙың биҙәге ине, - тип һөйләргә ярата Борис Михайлович. - Тәбиғәт сәләмә т климат булдырырға ла ярҙам итә...
       Тыуған яғына булған һөйөүен Борис Михайлович бөтә ғүмере буйы һаҡлай, үҙен ҙур ғорурлыҡ менән Урал улы тип атай.
       1898 йылда хәсрәтһеҙ бала саҡ тамамлана һәм Шапошников
       Красноуфимск сәнәғәт учлищеһында уҡый башлай. Златоуст ҡалаһына Өфө яҡыныраҡ булыуына ҡарамаҫтан, унда гимназияла у ҡыу һәм ҡалала фатир өсөн түләү ҡиммәткә төшә.
       Шапошниковтың хәрби һөнәр һайлауында ла ошо уҡ сәбәп ята:
       хәрби училищела уҡыу бушлай була. Ике бәләкәй баланан тыш атаһының тәүге ҡатынынан дүрт бала тәрбиәләүсе ата - әсәһенә
       йөк булғыһы килмәй.
       1900 йылда Шапошниковтар ғаиләһе Бәләбәйгә күсеп бара. Шул ваҡыттан алып Борис Михайлович уны үҙенең туған ҡалаһы тип һанай башлай.
       1900 йылдың яҙында ул урта мәктәпте уңышлы тамамлай. Июнь
       уртаһында Мәскәү хәрби пехота училищеһына уҡырға инеү өсөн кәрәкле документтар йүнәтә, әммә ауырыу сәбәпле имтихандарға
       барып өлгөрмәй. Уға бер йыл буйы Бәләбәйҙә йәшәргә һәм атаһы эргәһендә эшләргә тура килә. "Серле, мөһабәт, тыныс Көньяҡ Урал минең тыуған илем, - тип яҙа Шапошников күп йылдар үткәс. - Үҙ - үҙенә ышанған, нужалар кисереп өйрәнгә н эшһөйәр халыҡ хәүефтең күҙенә тура ҡарай белә һәм боронғо йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ошо уҡ һыҙаттар бөгөнгө Урал халҡына ла хас..."
       Киләһе йыл Борис Шапошников Мәскәү пехота училищеһына уҡырға инә. Уҡыу, хәрби хеҙмәт һәм Генераль штаб академияһында уҡыу ваҡытында ул каникул, ял ваҡыттарында мотлаҡ Бәләбәйгә ҡайта һәм Чапаев урамындағы 36 - сы һанлы бер ҡатлы ағас йортта йәшәй. Был 1912 йылда уның ата - әсәһе Златоустҡа күскәнсе дауам итә.
       Күренекле совет хәрби начальнигының Бәләбәйҙә йәшәгән йыл дары тураһында иҫтәлек һаҡланған.
       Шапошников эшләгән элекке шарап заводы бинаһында (бөгөн Б әләбәй ликер - араҡы заводы) таҡтаташ ҡуйылған. Унда башҡорт
       һәм рус телдәрендә "Бында 1900 - 1901 йылдарҙа Советтар Сою зы Маршалы, Генераль штаб начальнигы, СССР Оборона наркомы у рынбаҫары Шапошников Борис Михайлович эшләне" тигән һүҙҙәр яҙылған.
       1918 йылдың майында Борис Шапошников үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафтарына инә. Шул ваҡыттан алып уның бөтә тормо шо илдең Ҡораллы Көстәре менән бәйле була.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Советтар Союзы Маршалы Шапошников (был исем уға 1940 йылда бирелә) Генераль штаб начальнигы, оборона наркомы урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ғү меренең һуңғы йылдарында К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияны етәкләй. Еңеү көнөнә тиклем Борис Михайлович ай ярым ғына йәшәп өлгөрмәй ( 1945 йылдың 26 мартында вафат була).
       Борис Шапошников бер нисә китап авторы.
       Бәләбәйҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында Советтар Союзы Маршалы Борис Шапошниковҡа арналған махсус стенд эшләнгән. Уникаль экспонаттарҙан иһә маршалдың улы Игорь Борисович Шап ошников бүләк итеп биргән полководецтың шәхси әйберҙәре һаҡл ана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал