6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ришүәт алған өсөн яуап бирергә тура киләсәк
28.03.05


       Февраль аҙағында Өфө төҙөлөш трестарының береһенең 56 йәшлек генераль директор урынбаҫары ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп
       ҡулға алынды. Республика прокуратураһының айырыуса мөһим эш тәр буйынса тәфтишсеһе Олег Смагин был йәһәттән түбәндәгеләр ҙе хәбәр итте: "2003 йылдың авгусында трест һәм урындағы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең береһе араһында төҙөлгән килешеү буйынса, кесе предприятие торлаҡ йорт территорияһын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡара. Эш хаҡының бер өлөшөн т өҙөлөш тресы үҙ - ара иҫәпләшеү буйынса түләй, ҡалған 160 мең һумды башҡарыусы үткән йылдың көҙ айҙары буйына көтә..."
       Бурыстарын ҡайтарып бөтөүҙәрен һорап, кесе предприятие етәксеһе генераль директор урынбаҫарына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, әммә уныһы аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Шул уҡ ваҡытта ул килешеү буйынса эшләнгән эш өсөн аҡса күсерелергә
       тейеш булған предприятиелар исемлеген күрһәтеп, генераль директор исеменә документ әҙерләп бирергә тейеш була. Декабрь аҙағында яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры тағы бер тапҡыр эш хаҡтарын түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Ошо ваҡытта генераль директор урынбаҫары( ул шулай уҡ Өфө райондарының береһендә урындағы үҙидара органы депутаты ла) үҙ кеҫәһен ҡалынайтырға ҡарар итә лә инде, йәнәһе, мин тырышып ҡарайым, тик һин бының өсөн мине буш ҡалдырма. Тегенеһе ризалыҡ биреү менән, урынбаҫар документҡа ҡул ҡуя.
       Яңы йыл алдынан ҡара эсле "депутат - урынбаҫар" үҙенең эш бүлмәһендә 20 мең һум ришүәт ҡабул иткән ваҡытта ҡулға алын а. Енәйәт эше судҡа тапшырылды.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал